Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 243


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕВАНШИСТ
ҙур резервтар менән совет ғәскәрҙәре фашистарҙың алтынсы армияһын ҡамап алга с та, Гитлер ставкаһында реаль хәлде аңиап етмәнеләр. Ә. Бикчәнтәев. Индрилдың фәлсәфәләре реаль төҫкә инә башланылар. Д. Юлтый.
2. Ысын тормош дөрөҫлөгөн аңлап, шуны иҫәпкә алыуға нигеҙләнгән; тормошсан, реалистик. □ Реальный, объективный, вещественный. Реаль сәйәсәт. Реаль план. Тормошҡа реаль ҡараш.
РЕАЛЬ КЕРЕМ (Р.: реальный доход; И.: real income; T.: sâfi gelir) и. иҡт.
Милли керемдең төрлө түләүҙәрҙән һуң ҡалып, халыҡ файҙаланған (тотонған йәки һаҡлаған) өлөшө. □ Реальный доход. Реаль керем куләме. Реаль керем алыу.
РЕАНИМАТОЛОГИЯ [рус. < лат. reanimatio ‘терелтеү’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: реанимотология; И.: resuscitation science; T.: reanimatoloji) и. мед.
Медицинаның реанимация менән шөғөлләнә торған бүлеге. □ Реаниматология. Реаниматология белгесе. Реаниматология булеге.
РЕАНИМАЦИОН (Р: реанимационный; И.: reanimation; T.: reanimasyon) с.
Реанимацияға бәйле. □ Реанимационный. Реанимацион машина.
РЕАНИМАЦИЯ [рус. < лат. reanimatio ‘терелтеү’] (Р: реанимация; И.: intensive care; T.: reanimasyon) и.
1. мед. Клиник үлем хәлендәге кешеләрҙең иң мөһим йәшәү ағзаларын тергеҙеү өсөн үткәрелгән саралар. □ Реанимация. Реанимация уткәреу. Йөрәккә реанимация яһау.
2. Дауаханала махсус йыһазландырылған бүлек. □ Реанимация. / Реанимационный. Реанимацияла ятыу. Реанимацияға кусереу.
3. Махсус тиҙ ярҙам машинаһы.
□ Реанимация. Реанимация саҡырыу. Реа-нимацияның тиҙ килеп етеуе.
4. Нимәнелер тергеҙеү, терелтеү, йүнәтеү, ҡайтарыу. □ Реанимация. Флешкаға реанимация яһау. Компьютерға реанимация уткәреу.
РЕБУС [рус. < лат. rebus ‘әйберҙәр ярҙамында’] (Р: ребус; И.: rebus; T.: bilmece) и.
1. Хәреф йәки башҡа билдәләр менән аралаштырып бирелгән һүрәткә ҡарап һүҙҙе табыуға ҡоролған башватҡыс. □ Ребус. Ребус сисеу.
2. кусм. Аңлайышһыҙлыҡ, буталсыҡ.
□ Ребус. ■ [Нур:] Донъя аңлайышһыҙ ребус ул... Беҙ уны уҙебеҙ ребусҡа әйләндерәбеҙ, Шашнев. И. Абдуллин.
РЕВАКЦИНАЦИЯ [рус. < лат. ге... ‘яңынан’ + vaccinus ‘һыйырҙыҡы’] (Р: ревакцинация; И.: renewed vaccination; T.: tekrar aşılama) и. мед.
Ҡабаттан вакцинация яһау. □ Ревакцинация. Ревакцинация уткәреу. Ревакцинация осоро.
РЕВАЛЬВАЦИЯ [рус. < лат. re... + valeo ‘әһәмиәтем бар’] (Р: ревальвация; И.: revaluation; T.: değer katma, revalüasyon) u.
Милли валютаның башҡа илдәр валютаһына, алтынға ҡарата курсының артыуы, аҡсаның ҡиммәтләнеүе. □ Ревальвация. Ревальвация уткәреу. Ревальвация-ның маҡсаты.
РЕВАНШ [рус. < фр. revanche ‘яуап язаһы, ҡоһор’] (Р: реванш; И.: revenge; Т.: intikam; rövanş) и.
Һуғышта, уйында еңелгәндән һуң еңеүсенән өҫкә сығыр өсөн ҡабат башланған көрәш. □ Реванш. Реванш биреу. Реваншҡа әҙерләнеу. ■ Дошман бик куп танкылар туплап, реванш алырға самаланы. И. Ғиззәтуллин. Лекцияға бәйләнешле өмөттәре һурелгәс, йәштәр кисәнең бейеу булегендәреванш алырға булдылар. Й. Солтанов.
РЕВАНШИЗМ [рус. < фр. revanche ‘яуап язаһы, ҡоһор’] (Р: реваншизм; И.: revanchism; T.: intikamcılık) и.
Һуғышта еңелгәндән һуң кире өҫтөнлөк алыуға ынтылыш; реванш алыу маҡсатында яңы һуғыш асыуға йүнәлтелгән сәйәсәт. □ Реваншизм. Реваншизм тулҡынында. Реваншизм идеяһы.
РЕВАНШИСТ [рус. < фр. revanche ‘яуап язаһы, ҡоһор’] (Р: реваншист; И.: revanchist; T.: intikamcı) и.
9*
243