РЕВМАТОЛОГИЯ
визор байтаҡ етешһеҙлектәрҙе асты. Н. Мусин. Ҡаһымбай Ҡарабаевтың мутлыҡтары тураһында ревизорҙың һүҙҙәрен ишеткәс, геүләп торған зал бер минутҡа тынып калды. И. Ғиззәтуллин. Тәүҙә Шәмиғоловты бер райондың финанс бүлегенә ревизор итеп ебәрҙеләр. Ә. Вәли.
2. Пассажирҙар ташыу транспортында эшләгән контролёр. □ Ревизор. Салондағы ревизор. Хәрәкәт ревизоры. ■ «Билетығыҙҙы күрһәтегеҙ — контроль!» — тине ул [олкән йәштәрҙәге бер ҡатын] ревизорҙарға ғына хас етдилек һәм рәсмилек менән. М. Садиҡова.
РЕВИЗОРЛЫҠ (ревизорлығы) (Р.: ревизорский; И.: inspectorial; T.: müfettiş) с.
Ревизор вазифаһына бәйле. □ Ревизорский. Ревизорлыҡ вазифаһы. Ревизорлыҡ бурыстары.
РЕВКОМ [рус. революционный комитет] (Р: ревком; И.: revolutionary Committee; T.: Devrim komitesi) и. тар.
1. Хәрби революцион комитет (1917 йылдың октябрендә Рәсәйҙә большевистик Советтар эргәһендәге ҡораллы ихтилалды әҙерләгән һәм үткәргән хәрби орган). □ Ревком. Ревком ағзалары.
2. диал. Хәрби революцион комитет рәйесе. □ Ревком. Ревком булып эшләү. ■ [Волков — Айбулатҡа:] Ысын-ысын, иптәш ревком, аптырама. Мин һуғышта санитар булдым, ә граждандар һуғышында хатта фельдшер урынында ла эшләргә тура килде. Һ. Дәүләтшина.
3. Революцион комитет (Совет вла-сының граждандар һуғышы һәм сит илдәр интервенцияһы заманында булған ваҡытлыса ғәҙәттән тыш органы исеме). □ Ревком. Губерна ревкомы. ■ Ревком председателе Алексей Иванович Чернявский кабинетына оҙон ғына буйлы, сығыбыраҡ торған яңаҡлы, түңәрәк ҡуңыр йөҙлө, уйнап торған күҙле бер егет килеп инде. А. Карнай.
РЕВКОМИССИЯ [рус. ревизионная комиссия] (Р: ревкомиссия; И.: inspection Commission; T.: kontrol komisyonu) и. тар.
Ревизия комиссияһы (дәүләт, партия органдарының, ижтимағи ойошмаларҙың
эшен тикшереү өсөн төҙөлгән даими йәки ваҡытлы контроль органы). □ Ревкомиссия. Ревкомиссия председателе. ■ Ул [Абдрахман] бында яңы асылған ауыл кооперативында ревкомиссия ағзаһы, кредит йәмғиәте идараһының ағзаһы булып һайланды. Р. Өмөтбаев.
РЕВМАТИЗМ [рус. < гр. гһеита ‘шыйыҡса, лайла’] (Р: ревматизм; И.: rheumatism; T.: romatizma) и. мед.
Ауыртыныу, һыҙланыу менән барған йөрәк-ҡан тамыры системаһы һәм быуын ауырыуы. □ Ревматизм. Ревматизм менән ауырыу. Ревматизм йонсота. И Шайморат бабай ыңғыраша: ямғырлы көндәрҙә уны ревматизм яфалай. Ә. Бикчәнтәев. Ҡарт капитан, сәстәрен ҡыу артҡан утыҙ йыллыҡ хеҙмәт стажын, быуындарын ҡатырған йүнһеҙ ревматизмын да онотоп, бер минутҡа ниндәйҙер һалҡын механизмға әүерелде, штурвал тәгәрмәсен зырылдатып әйләндерергә тотондо. Й. Солтанов.
РЕВМАТИК I (ревматигы) [рус ] (Р.: ревматик; И.: rheumatic; T.: romatizmalı, romatizma hastası) и.
Ревматизм менән ауырыған кеше. □ Ревматик. Ревматиктар өсөн шифахана.
РЕВМАТИК II (Р: ревматический; И.: rheumatic; T.: romatizma) с.
Ревматизмға мөнәсәбәтле. □ Ревматический. Ревматик ауырыу. Ревматик артрит.
РЕВМАТОЛОГ [рус. < лат. < гр. гһеита ‘шыйыҡса, лайла’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: ревматолог; И.: rheumatologist; T.: romatolog) и. мед.
Ревматизм ауырыуын дауалаусы врач. □ Ревматолог. Ревматолог кәңәштәре. Ревматолог ҡуйған диагноз. Ревматолог билдәләгән дауа.
РЕВМАТОЛОГИЯ [рус. < гр. гһеита ‘шыйыҡса’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: ревматология; И.: rheumatology; T.: romatoloji) и. мед.
Медицинаның ревматик ауырыуҙарҙы өйрәнә, диагностикалай һәм дауалай торған бүлеге. □ Ревматология. / Ревматологический. Ревматология бүлеге. Ревматология хеҙмәткәре.
245