Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 246


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕВМОКАРДИТ
РЕВМОКАРДИТ [рус. < гр. rheuma ‘шыйыҡса’ + kardia ‘йөрәк’] (Р.: ревмокардит; И.: rheumatic carditis; T.: romakardit) u. мед.
Ревматик ауырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йөрәк ауырыуы. □ Ревмокардит. Ревмокардит ауырыуы. Ревмокар-дитты дауалау.
РЕВОЛЬВЕР [рус. < лат. revolvere ‘артҡа тәгәрләтеү, әйләнеү’] (Р: револьвер; И.: revolver; T.: tabanca) и.
Әйләнеп торған барабанлы, күп яһаҡлы бәләкәй атыу ҡоралы. □ Револьвер. / Револьверный. Револьвер кобураһы. «Наган» системаһы револьверы. Револьвер төҙәү. ■ Сәлих һаман тыныс түгел, үҙе ҡулына алған револьвер менән маташһа ла, йөрәге һаман да дөп-дөп килә ине. С. Агиш. Ҡотлобай, ҡаныҡҡан эт кеүек, ҡыҙыл күҙҙәрен аҡайтып, тештәрен шыҡырлатып, револьверҙан ата башланы. Һ. Дәүләтшина.
РЕВОЛЬВЕРЛЫ (Р: револьверный; И.: revolver; T.: tabancalı) с.
Револьверы булған. □ Револьверный. Револьверлы ҡоролма. Револьверлы һалдат.
РЕВОЛЬВЕРЛЫ СТАНОК (станогы) (Р: револьверный станок; И.: turret lathe; T.: revolver tezgâhı) и.
Баш өлөшө әйләнеп торған токарь станогы. □ Револьверный станок. Револьверлы станок ҡоролошо. Револьверлы станок тауышы. Револьверлы станокта ҡырылған ағас.
РЕВОЛЮЦИОН (Р: революционный; И.: revolutionary; T.: devrim) с.
1. Революция идеяларын сағылдырған; революцияға (1) мөнәсәбәтле; революция рухы менән һуғарылған; революция үткәреүгә йүнәлтелгән. □ Революционный. Революцион агитация. Революцион байрам. Революцион гимн. ■ Бөтә мәктәпте яңғыратып, ғорур, мөһабәт революцион йыр яңғырап китте. 3. Биишева. Завод революцион ваҡиғалар үҙәгенә әйләнгән. И. Ғиззәтуллин. Тәбиғәте менән дә, революцион тәрбиәһе менән дә Урманов — намыҫлы, тура кеше. М. Кәрим. Революцион көрәшкә Хафиз бик йәшләй ҡушылды. Ә. Байрамов.
2. Ниндәйҙер әлкәгә киҫкен үҙгәрештәр индергән, үҙгәртеп ҡорған. □ Революционный (ведущий к коренному преобразованию). ■ Ивашов — Тыуған ил, уның байлыҡтары, революцион традициялар, халыҡ-ара дуҫлыҡ хаҡында йыш ҡына әңгәмәләр ойоштороусы ул. А. Мағазов.
3. Нимәнецдер үҫешендә яй барған процесты өҙөп, яңы сифатлы үҙгәрештәргә килтергән, ҡапыл һикерешкә нигеҙләнгән.
□ Революционный (основанный на внезапном скачке). Революцион үҫеш.
РЕВОЛЮЦИОНЕР [рус. < фр. < лат. revolutio ‘боролош, һынылыш’] (Р: революционер; И.: revolutionary; T.: devrimci) и.
1. Революцион хәрәкәттә ҡатнашҡан кеше. □ Революционер (участник революционного движения). Революционерҙар хәрәкәте. Революционерҙар көрәше. ■ Революционер Арыҫландың ҡыҙы Гәүһәр, үҙе бәләкәй генә булһа ла, көрәш мәктәбе үтте. И. Ғиззәтуллин. Дворяндар араһынан күтәрелгән революционерҙар күп. В. Исхаҡов.
2. Фәндең ниндәйҙер әлкәһендә, техникала, сәнғәттә һ. б. һынылыш индергән кеше.
□ Революционер (человек, который произвёл полный переворот, открыл новые пути в какой-л. области культуры, науки и т. д.). Техникалағы революционер. Фэн революционеры.
РЕВОЛЮЦИОНЛАШТЫРЫУ (революционлаштыр-) (Р: революционизировать; И.: revolutionise; T.: devrim fikrini yaymak) ҡ.
1. Революция идеяларын таратыу, революцион рух менән һуғарыу. □ Революционизировать. Эшселәрҙе революционлаштырыу.
2. Нимәнелер нигеҙенән үҙгәртеп ҡороу, сифат яғынан ҡырҡа яҡшыртыу. □ Революционизировать. Сәнәғәт әлкәһен революционлаштырыу. Компьютер технологияларын революционлаштырыу.
РЕВОЛЮЦИОНЛАШЫУ (революционлаш-) (Р: революционизироваться; И.: revolutionize; T.: devrimci olmak) ҡ.
Революция идеялары менән һуғарылыу, революцион юлға баҫыу. □ Рево-
246