Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 247


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕГЕНЕРАТИВ
i к mı к визироваться. Халыҡтың революци-1Н11(1ШЫуЫ.
РЕВОЛЮЦИЯ [рус. < фр. < лат. revolutio 'боролош, һынылыш’] (Р.: революция; И.: revolution; T.: devrim) и.
1. Йәмғиәттең бөтә социаль-иҡтисади нигеҙен яңы ҡоролошҡа күсергән киҫкен һынылыш. □ Революция. / Революционный. Буржуаз революция. Бәрхәт рево-ноция. Революция өйөрмәһе. Революция теорияһы. ■ Ғөбәйҙулла ағай революция ние осон ҡатмарлы ла, хәуефле лә задание -ıap башҡарып йөрөгән ул шанлы йылдарҙы \ әтеренә төшөрһә, әле лә тулҡынланып, йәпләнеп китә. Ә. Байрамов. Людмила Матвеевна — .. революцияға хәтле ук гимназияларҙа ҡуп уҡытҡан, намыҫлы һәм тырыш педагог. 3. Биишева.
2. фәлс. Яйлап үҫеүҙең өҙөлөп, һан үҙгәрешенең сифат үҙгәрешенә киҫкен диалектик күсеше. □ Революция (диалектическая концепция развития). / Революционный. Революцияның эволюциянан айырмаһы.
3. Фән, техника, сәнғәт һ. б. өлкәһендәге* киҫкен үҙгәреш. □ Революция. / Революционный. Аграр революция. Мәҙәни революция. Фәнни-техник революция. ■ Радио һөйләй: «Аҡҡуян ауылы граждандары, һеҙҙе дурт лампалы радиоалғыс аппараты алыу менән ҡотлайбыҙ, һеҙҙең радиоғыҙ культура революцияһын йәйелдереп ебәреуҙә ҙур хеҙмәт итәсәк». С. Агиш.
РЕВТРИБУНАЛ [рус. революционный трибунал] (Р: ревтрибунал; И.: revolutionary tribunal; T.: devrim mahkemesi) и.
Революцион трибунал (1917 йылда төҙөлөп, 1922 йылғы суд реформаһына тиклем йәшәгән Совет хөкумәте төҙөгән суд органдарының атамаһы). □ Ревтрибунал. Ревтрибунал ҡарары. ■ Шәһит батша армияһында саҡта уҡ большевиктар тәьҫиренә эләгә, улар матбуғатында, хатта ревтрибуналдарында эшләй. Р. Байымов.
РЕВЮ [рус. < фр. revue ‘күҙәтеү’] (Р: ревю; И.: revue; T.: revü) и.
Ғәҙәттә, көн үҙәгендә торған дөйөм темаға берләшкән, айырым күренеш, номерҙан торған эстрада йәки театр тамашаһы төрө.
□ Ревю. Ревюлағы дөйөм идея. Музыкаль ревю. Ревюның уҙенсәлекле формаһы.
РЕГАЛИЯ [рус. < лат. regalis ‘батшаныҡы’] (Р: регалия; И.: regalia; T.: nişan madalya, remiz) и.
1. Монарх власын күрһәткән нәмә (таж, аҫыл ташлы таяҡ, оҙон мантия, тәреле алтын шар һ. б.). □ Регалия. Батша регалиялары. Монарх регалиялары.
2. Айырғыс билдә, орден, миҙал. □ Регалия. Спорт регалиялары. Полковник регалиялары. ■ Кырандастан улар икәу төштөләр: офицерлыҡ регалияларын кейгән баяр Готлунд менән .. ҡойроҡло сөм ҡара фрак кейгән Хәмзә. В. Исхаҡов.
РЕГАТА [рус. < ит. regata ‘рәт, линия’] (Р: регата; И.: regatta; T.: kayık yarışı) и. спорт.
Ишкәкле, елкәнле йәки моторлы кәмәләрҙә барған ҙур ярыш. □ Регата. Традицион регата. 1740 йылда уткәрелгән Венециан регатаһы. Елкәнле регата. Регатаны уткәреу төрҙәре.
РЕГБИ [рус. < ингл. ‘Регби ҡалаһы исеменән’] (Р: регби; И.: Rugby; T.: ragbi) и. спорт.
Футболдың оҙонсараҡ туп менән уйнаған, тупты ҡул менән тоторға хоҡуҡ биргән бер төрө. □ Регби. Регби командаһы. Регби чемпионаты 4 йылға бер уткәрелә. Регби уйнау ҡағиҙәләре.
РЕГБИСТ [рус.] (Р: регбист; И.: rugby player; T.: ragbi oyuncusu) и. спорт.
Регби уйнаған кеше. □ Регбист. Регбистар матчы. Өфо регбистары.
РЕГЕНЕРАТ [рус. < лат. regenerates ‘терелтелгән’] (Р: регенерат; И.: reclaimed product; T.: rejenere edilmiş madde, tazelenmiş madde) и. тех.
Файҙаланғандан һуң кире элекке сифатына ҡайтарылған төрлө нәмә. □ Регенерат. / Регенератный. Резинаның регенераты. Регенераттың ҡулланылышы.
РЕГЕНЕРАТИВ (Р: регенеративный; И.: regenerative; T.: rejenerasiyon ) с.
1. Регенерацияға мөнәсәбәтле. □ Регенеративный. Организмдағы регенератив процестар. Регенератив цикл. һауаны регенератив юл менән йылытыу.
247