РЕГИСТРАЦИЯЛАУСЫ
ауырыуҙарҙы регистрацияланы, кистәрен институтта лекциялар тыңланы. И. Абдуллин.
2. Никахҡа инеүҙе, өйләнешеүҙе загста теркәү. □ Регистрировать. // Регистрирование. Никахты регистрациялау. Н Рауза менән Уралдың туйынан һуц .. Мөнирә Фәй-рузова төҙөуселәр коллективынан тағы ла бер йәш ғаиләне регистрацияланы. Ш. Янбаев.
РЕГИСТРАЦИЯЛАУСЫ (Р: регистратор; И.: registrar; T.: kayıt memuru) и. ҡар. теркәүсе.
Регистрация үткәреүсе. □ Регистратор. Регистрациялаусының яҙмалары.
РЕГЛАМЕНТ [рус. < фр. reglement ‘ҡағиҙә’] (Р: регламент; И.: regulations; T.: düzen, nizam) и.
Йыйылыш, ултырыштарҙы, конференция, сессия, съездарҙы алып барыу тәртибе. □ Регламент. / Регламентный. Төп регламент. Регламентты боҙоу. Регламентты һаҡлау. ■ Докладсы оҙон һөйләй башлаһа, президиумға «регламент» тигән бер генә һуҙҙән торған записка яҙып бирә торғайныҡ. С. Агиш. «Етте! Регламент!» — тип шаулашҡан йәштәр төркөмөнә боролоп та ҡараманы [Әниф Ҡәйум]. Ә. Хәкимов. Са-молётта егерме биш сәғәт осҡандан һуц уткәрелә торған регламент эштәре тамамланды. А. Мағазов.
РЕГЛАМЕНТАЦИЯ [рус. < фр. reglement ‘тәртипкә килтереү’] (Р: регламентация; И.: regulation; T.: belirli kurallara dağlama) и.
Ниндәйҙер эшмәкәрлектең тәртибен билдәләгән ҡағиҙәләрҙе булдырыу. □ Регламентация. Регламентацияға ҡараған юридик нормалар. Хеҙмәткәр эшенец регламентацияһы.
РЕГЛАМЕНТЛАНЫУ (регламентлан-) ҡ. тош. ҡар. регламентлау. страд, от ре-гламентлау. Регламентланған хоҡуҡ. Көн тәртибенең регламентланыу ы.
РЕГЛАМЕНТЛАУ (регламента-) (Р: регламентировать; И.: regulate; T.:belirli kurallara bağlamak) ҡ.
Тейешле ҡағиҙәләргә буйһондороу. □ Регламентировать. Йыйылышты регламентлау. Эште регламентлау.
РЕГЛАН I [рус. < ингл. ‘барон Реглан исеменән’] (Р: реглан; И.: reglan sleeve; T: reglan) с.
Еңе менән яурыны киҫелмәгән бөтөн тауарҙан тегелгән. □ Реглан. Реглан кулдәк. Реглан пальто.
РЕГЛАН II [рус. < ингл. ‘барон Реглан исеменән’] (Р: реглан; И.: reglan; T.: reglan (giysi) и.
Еңе менән яурыны киҫелмәгән бөтөн тауарҙан тегелгән өҫ кейеме. □ Реглан. Мехлы реглан. М Ҡара реглан кейгән оҙон буйлы «батя» ултырған сағында ла башҡаларҙан айырылып тора. А. Мағазов. Омелько, реглан кеҫәһенән пистолет алып, лётчик алдына ҡуйҙы. X. Мохтар.
РЕГРЕСС (регресы) [рус. < лат. regressus ‘ҡайтарыу, артҡа хәрәкәт’] (Р: регресс; И.: regress; T.: gerileme) и.
Юғары кимәлдән түбәнгә йүнәлгән үҙгәреш, артҡа китеш; тарҡалыш, деградация; киреһе — прогресс. □ Регресс. / Регрессивный. Регресс куренештәре. Аҡыл регресы.
РЕГРЕССИВ (Р: регресссивный; И.: regress; T.: gerileyen) с.
Артҡа һөйрәгән, регресҡа алып барған. □ Регрессивный. Регрессив куренеш. Регрессив процесс.
РЕГРЕССИЯ [рус. < лат. regressio ‘кире хәрәкәт, әйләнеп ҡайтыу’] (Р: регрессия; И.: regression; T.: gerileme) и.
1. Үҫеш кимәленең түбәнәйеүе, кәмеүе; киреһе — прогресс. □ Регрессия. Регрессия куренеше.
2. мат. Уртаса дәүмәлдең башҡа дәүмәлдәр кимәленә бәйлелеге. □ Регрессия. Регрессияны теуәл билдәләу.
РЕГТАЙМ [рус. < ингл. ragtime: rag ‘өҙөк’ + time ‘ваҡыт, темп, такт’] (Р: регтайм; И.: ragtime; T.: kesik tempolu caz müziği) и.
XIX быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән бейеү музыкаһы. □ Регтайм. Регтаймдың барлыҡҡа килеу осоро. Регтайм бейеу.
250