РЕДАКТОР
РЕГУЛИРЛАНЫУ (регулирлан-) ҡ. төш. ҡар. регулирлау. страд, от регулир-лау. Регулирланған ваҡиға.
РЕГУЛИРЛАУ (регулирла-) (Р.: регулировать; И.: regulate; T.: düzenlemek) ҡ.
1. Билдәле тәртипкә, ҡағиҙәгә буйһондороу; тәртипкә килтереү. □ Регулировать, отрегулировать. // Регулирование, регулировка. Хәрәкәтте регулирлау. Сауҙа эшен регулирлау. Йәйге ялды регулирлау.
2. Ниндәйҙер механизмдың эшен яйлау; көйләү. □ Регулировать. Йылылыҡ режимын регулирлау. Моторҙы регулирлау. Тауышты регулирлау.
РЕГУЛЯР [рус. < лат. regula ‘ҡағиҙә’] (Р: регулярный; И.: regular; T.: düzenli) с.
1. Тигеҙ, бер сама менән дөрөҫ барған йәки алып барылған. □ Регулярный (осуществляемый равномерно и правильно, в соответствии с определённой нормой). Транспорттың регуляр хәрәкәте. Регуляр ял.
2. Билдәле бер ваҡыт араһында үткәрелеп торған, даими. □ Регулярный (повторяющийся через определённые промежутки времени). Регуляр йыйылыш. Регуляр ревизия. ■ Майор Рентель тиҙерәк регуляр навигация асырға ашыҡтыра. И. Абдуллин.
3. Хәрби яҡтан ныҡлы ойошҡан, планлы рәүештә даими әҙерлек үткән. □ Регулярный (войска постоянной армии, имеющие штатную организацию). Регуляр армия. ■ Яҡтар килешеүгә ирешһә, Колчакка ҡаршы бергәләп һуғышыу өсөн алтмыш меңлек регуляр башҡорт ғәскәре.. төҙөүҙе Советтар үҙ өҫтөнә ала. Р. Байымов. Документ, нигеҙҙә, Башҡортостанға күберәк регуляр ғәскәр ебәреү тураһында үтенестән ғибәрәт ине. Б. Рафиҡов.
РЕГУЛЯРЛЫҠ (регулярлығы) (Р: регулярность; И.: regularity; T.: nizamlılık) и.
Эштең һ. б. тигеҙ, бер сама барышы йәки алып барылышы; эштең регуляр барыуы. □ Регулярность. Туҡланыу режимының мөһим ҡағиҙәһе — регулярлыҡ.
РЕГУЛЯТОР [рус. < лат. regulo ‘тәртипкә килтерәм, көйләйем’] (Р: регулятор; И.: regulator; T.: regülatör) и.
Механизмдың эшен тейешле яйға, көйгә килтереү өсөн хеҙмәт иткән ҡулайлама. □ Регулятор. / Регуляторный. Тиҙлек регуляторы. Тауыш регуляторы. Регулятор тартмаһы. Регуляторҙы бороу. Үҫеш регуляторы. Тиҙлек регуляторы. ■ Хөснулла ағай теге регуляторын «быстро» тигән яҡҡа бороп ята. К. Мәргән. Тумбочка өҫтөндәге репродукторға күҙе төшкәс, уның тауыш регуляторын борҙо [редактор]. В. Исхаҡов.
РЕГУЛЯЦИЯ [рус. < лат. regula ‘ҡағиҙә, норма’] (Р: регуляция; И.: regulation; Т.: düzenleme) и. махс.
Организмдың ниндәйҙер функцияһының нормаль хәлгә килтерелеүе, тәртипкә һалыныу ы. □ Регуляция. Организмдағы йылылыҡ регуляцияһы. Нервы регуляцияһы. Физиологик регуляция.
РЕГУЛЯЦИЯЛАНЫУ (регуляциялан-) ҡ. тош. ҡар. регуляциялау, страд, от регуляциялау. Регуляцияланған прибор.
РЕГУЛЯЦИЯЛАУ (регуляцияла ) (Р: регулировать; И.: regulate; T.: düzenlemek) ҡ.
1. Билдәләнгән ҡағиҙәгә, тәртипкә тура килтереү, буйһондороу. □ Регулировать (подчинять определённому порядку, правилу, упорядочивать). Юл хәрәкәтен регуляциялау. Эшҡыуарлыҡ эшен регуляциялау.
2. Организмдың ниндәйҙер функцияһын нормаль хәлгә килтереү, тәртипкә һалыу; яйға һалыу. □ Регулировать. Тын алышты регуляциялау.
РЕДАКТОР [рус. < фр. < лат. redigere ‘йыйыу’] (Р: редактор; И.: editor; T.: editör) и. ҡар. мөхәррир.
1. Тексты ҡарап төҙәткән кеше. □ Редактор. / Редакторский. Китаптың редакторы. Редактор төҙәтмәләре. Нәшриәт редакторы. Редактор булып эшләү. ■ Мәжит, зәңгәрһыу күҙҙәрен ҙур асып, өҫтәл артынан башы ғына ҡалҡып ултырған редакторға ҡарап ҡуйҙы. В. Исхаҡов. Редактор ҡәләме шиғырҙы, строфа һайын «ҡала еҫе» аңҡытып, шарт-шорт төҙәтеп сыҡты. Й. Солтанов.
2. Баҫманы (гәзит, журналды һ. б.) донъяға сығарған ойошманың етәксеһе, йөк
251