РЕДАКТОРЛАНЫУ
мәткеһен раҫлаусы кеше. □ Редактор. Баш редактор. Редактор ҡултамғаһы. ■ Иң алыҫ мөйөшкә барып боҫтом да редактор менән иртәгә буласаҡ куңелһеҙ осрашыуҙы уйлап ултырам. Р. Кинйәбаев. Яубаҫаров район газетаһы редакторы менән һөйләшеп ултыра ине. Н. Мусин. Ҡағыҙ килтертеу, эшселәргә квартира табыу ҡыйынлыҡтары — бөтәһе редакторҙың мәшәҡәте булып өйләнде. Б. Бикбай.
РЕДАКТОРЛАНЫУ (редакторлай-) ҡ. төш. ҡар. редакторлау, страд, от редакторлау. Редакторланған китап. Гәзит яҡшы редакторланған. ■ Протоколды ебәргәндең икенсе көнөндә ук был протоколдарҙың нисек редакторланыуы тураһында [Исҡужиндың ярҙамсыһы] обкомға хат яҙҙы. Ә. Вәли.
РЕДАКТОРЛАТЫУ (редакторлат-) ҡ. йөкм. ҡар. редакторлау, понуд. от редакторлау. Мәҡәләне редакторлатып алыу. Китапты редакторлатып тапшырыу. Редакторлатып ҡуйыу.
РЕДАКТОРЛАУ (редакторла-) (Р: редактировать; И.: edit; T.: redakte etmek, düzeltmek) ҡ. ҡар. мөхәррирләү.
Тексты ҡарап төҙәтеү. □ Редактировать. Мәҡәләне редакторлау. Редакторлау тураһында кәңәшләшеу. Редакторлап ебәреу. Редакторлап ҡуйыу. ■ Ултырыш тамамланғанға тиклем ук, Исҡужин ана шундай һығымтаға килде: протоколды ҡарап, редакторлап сығырға. Ә. Вәли. Хаҡбирҙин уҙе бер ҡулъяҙманы ла редакторламай (редакторларға ҡулынан да килмәй уның!), машинкала баҫтырып бирелгән әҙер материалды уҡып ҡул ҡуя ла шуның менән вәссәләм. Н. Мусин. Дөрөҫ, дипломаттың бер аҙ бурттереуе лә ихтимал, ә Харрастың телмәрен шымартып, редакторлап алып ҡайтыуына һис тә шик юҡ. Б. Рафиҡов.
РЕДАКТОРЛАШЫУ (редакторлаш-) ҡ. урт. ҡар. редакторлау, взаимн. от редакторлау. Редакторлатып сығыу. Редакторлатып бөтөу. Редакторлашҡан саҡта.
РЕДАКТОРЛЫҠ (редакторлығы) (Р: редакторство; И.: editorship; T: editörlük) и. ҡар. мөхәррирлек.
Редактор эше, вазифаһы. □ Редакторство. / Редакторский. Редакторлыҡ итеу.
■ [Истамғәлин — Шайморатовҡа:] Редакторлыҡты былай ҙа яңғыҙым башҡарам. Я. Хамматов.
РЕДАКТУРА [рус.] (И.: редактура; И.: editing; T.: redaksiyon) и. ҡар. төҙәтеү.
Ҡулъяҙманы баҫмаға әҙерләгәндә тикшереү. □ Редактура. Беренсе редактура. Китаптың редактураһын тапшырыу. Ентекле редактура эшләу.
РЕДАКЦИОН (Р: редакционный; И.: editorial; T: redaksiyon, yazı işleri) с.
1. Редакторлауға һәм редакцияға мөнәсәбәтле; мөхәррирлек. □ Редакционный. Редакцион төҙәтмә. Редакцион эшкәртеу.
2. Редакция (4) исеменән сыҡҡан. □ Редакционный. Редакцион мәҡәлә.
РЕДАКЦИЯ [рус. < фр. redactio ‘тәртипкә килтереү’] (Р: редакция; И.: editorship; Т.: editörlük) и.
1. Баҫмаға (китап сығарыуға, гәзит, журналға һ. б.) етәкселек итеү эше. □ Редакция. / Редакционный. Редакция эше.
■ Редакция этен яҡшы алып бара ул [Ниғмәт]. Б. Бикбай.
2. Фекер йәки ҡағиҙәнең әйтелеш, бирелеш рәүеше. □ Редакция. / Редакционный. Юл йөрөу ҡағиҙәләренең яңыртылған редакцияһы.
3. Әҙәби, музыкаль һ. б. әҫәрҙең йәки уларҙың өлөшөнөң бер варианты. □ Редакция. / Редакционный. Кулъяҙманың һуңғы редакцияһы. Поэманың тәуге редакцияһы.
4. Матбуғат баҫмаларын сығарыу йәки радио һәм телевидение тапшырыуҙарын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошма. □ Редакция. / Редакционный. Гәзит редакцияһы. Журнал редакцияһы. ■ Яҙыусылар союзының председателе ҡул ҡуйған был хат уны редакцияға эшкә саҡыра, риза булһа, бик тиҙ арала хәбәр итергә ҡуша ине. 3. Биишева. Гәзит редакцияларында намыҫлы кешеләр, ғәҙеллекте яҡлаусылар эшләй. Ә. Вәли. «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләй, кистәрен университетта уҡый башланы ул [Әмир Гәрәев]. И. Ғиззәтуллин.
252