Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 253


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕЕСТР
5. Ҡулъяҙма тексты баҫырға, радио һәм телевидение тапшырыуҙарын сы-гарырға әҙерләгән хеҙмәткәрҙәр төркөмө. □ Редакция. / Редакционный. Ауыл хужалығы әҙәбиәте редакцияһы. Музыкаль тапшырыуҙар редакцияһы. Дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары редакцияһы. Нәфис әҙәбиәт редакцияһы.
РЕД АКЦИЯ Л АУ (редакцияла-) ҡ. ҡар. редакторлау. Редакциялап сығыу. Ре-дакциялап бөтөу. Редакциялап өлгөрөу.
РЕДИСКА [рус.] (Р: редис; И.: garden radish(es); T.: turp) и. бот.
1. Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ингән, түңәрәгерәк япраҡлы, ваҡ ҡыҙыл төплө йәшелсә. □ Редис (лат. Raphanus sativus). Редиска уҫтереу. Редиска һабағы. Редиска орлоғо. ■ Сөмбөл һуған өҙөп ҡапты, редиска менән кишер алып ашаны. И. Ғиззәтуллин.
2. йыйн. Шул йәшелсәнең ашай торған төбө. □ Редис. Иртә өлгөрә торған редиска. Ҡаймаҡҡа болғанған редиска.
РЕДКОЛЛЕГИЯ [рус.редакционная коллегия] (Р: редколлегия; И.: editorial board; T.: yayın kurulu) и.
Редакция коллегияһы (китап, гәзит, журналды баҫмаға әҙерләп, донъяға сығарған коллектив). □ Редколлегия. Журнал редколлегияһы. Редколлегия ағзаһы. Редколлегия һайлау. ■ Тәҙрә янындағы бәләкәйерәк икенсе өҫтәлдә редколлегия эшләй: Талип рәсемдәр төшөрә. 3. Биишева.
РЕДУКТОР [рус. < лат. reductor ‘ситкә йүнәлдереү’] (Р: редуктор; И.: reduction gear; T.: dişli transmisyon) и.
1. Бер валдың әйләнешен икенсеһенә күсерә торған ҡулайлама. П Редуктор. / Редукторный. Винтлы редуктор. Тешле редуктор. Ҡатнаш редуктор. Сылбырлы редуктор.
2. Торба буйлап аҡҡан һыу, газдың баҫымын кәметеү йәки бер самала тотоу өсөн ҡулланылған прибор. □ Редуктор. / Редукторный. Газ редукторы. Редукторҙың хаҡы. ■ Аралағы тапшырыу механизмы итеп һаҙлыҡ фрезаһының редукторы һәм трансмиссияһы файҙаланылған. С. Пова-рисов.
РЕДУКЦИЯ [рус. < лат. reducti ‘ҡыҫҡартыу, кәметеү’] (Р: редукция; И.: reduction; T.: redüksiyon) и.
1. махс. Ҡатмарлының ябайлашыуы; ҡатмарлының ябайға күсеүе; нимәнеңдер сағыштырмаса кәмеүе, көсһөҙләнеүе. □ Редукция. / Редукционный. Редукция теорияһы. Һауа баҫымының редукцияһы.
2. биол. Функцияһы юғалыу арҡаһында ағзаның бәләкәсәйеүе, төҙөлөш яғынан ябайлашыуы йәки бөтөнләй үлеүе. □ Редукция. Редукция куренеше. Медицинала редукцияны өйрәнеу. Ағзаларҙың редукцияһы.
3. лингв. Баҫымһыҙ хәлдә һуҙынҡы өндәрҙең көсһөҙләнеп йотолоуы. □ Редукция. / Редукционный. Һуҙынҡылар редукцияһы. Фонетикалағы редукция куренеше.
РЕДУПЛИКАЦИЯ [рус. < лат. reduplicati ‘икеләтә арттырыу’] (Р: редупликация; И.: reduplication; T: reduplikasyon) и. лингв.
Һүҙҙең тамырын, нигеҙен йәки үҙен ҡабатлау юлы менән башҡарылған һүҙьяһалыш (мәҫәлән, ҡабат-ҡабат, башҡа-башҡа). □ Редупликация. Өлөшләтә редупликация. Тулы редупликация. Редупликация ысулы менән һуҙ яһау.
РЕДУТ [рус. < фр. redoute ‘нығытма’] (Р: редут; И.: redoubt; T.: tabya, palanka) и. хәрби, тар.
XX быуатҡа тиклем оборона тотоу өсөн тәрән соҡор, ур менән уратып алынған хәрби нығытма. □ Редут. Редуттар теҙмәһе. Дошман редутына һөжум. ■ Ҡараңғы төшкәнсе редутҡа ҡайтып етәйем тип, Кинйә елә. Ғ. Ибраһимов. Редуттарға ҡуйылған ике батарея дошман яғына туптан ата башланы, тик туптар әлегә етмәй ярыла ине. Н. Мусин. Алдағы хәуеф куп көттөрмәне, һағауылда һырт редуты яғынан һыбайлы отряд куренеуен хәбәр иттеләр. Ғ. Хөсәйенов.
РЕЕСТР [рус. < пол. rejestr ‘исемлек’] (Р: реестр; И.: list; T.: liste) и. ҡар. исемлек.
1. Нимәнеңдер исемлеге, теҙмәһе. □ Реестр. / Реестровый. Дәуләт караптары реестры. Реестрҙан ҡарау. Реестрға теркәу.
253