РЕЖИМ
2. Төрлө эште, документтарҙы яҙып бара торған китап. □ Реестр. / Реестровый. Почта реестры. Бухгалтерия реестры.
РЕЖИМ [рус. < лат. regimen ‘етәкселек итеү’] (Р: режим; И.: regime; T.: rejim) и.
1. Дәүләт ҡоролошо, идаралыҡ рәүеше.
□ Режим. / Режимный. Яңы режим. Демократик режим. М Ғөмумән, ундайҙар [ярам-һаҡ-ҡуштандар] бер режим осон дә ят бауыр булмаған. М. Хужин. Коммунистик режимдың оҙаҡ хөкөм һөрә алмаясағын да әйткәйне ул [Барсынбикә өләсәһе ]. Т. Ғарипова.
2. Аныҡ билдәләнгән эш, ял, туҡланыу, йоҡо һ. б. тәртибе. □ Режим. / Режимный. Көндәлек режим. Дауахана режимы. Режимды һаҡлау. ■ Ғилмишәриф, ҡаты режимда тороп, эҫтәре тартылып, бөтә тороҡ оҙон кәуҙәһе тағы ла һомғоллана төшкән айғырын етәкләп һарайҙан сығып килгәндә, майор Пустовойға тап булды. Н. Мусин.
3. Ниндәйҙер маҡсатта кәрәк булған ҡағиҙә һәм саралар системаһы. □ Режим. / Режимный. Гидрологик режим. Тупраҡтың һыу, һауа режимы. Хәуефһеҙлек режимы. ■ Быраулаусылар ерҙең ниндәй ҡатламына барып етеуҙәрен ошо болғансыҡ һыуҙың төҫөнән ук билдәләйҙәр; ундағы тоҡомдарҙың ҡатылығына-йомшаҡлығына ҡарап, быраулау режимы асыҡлана. Ә. Байрамов.
4. Нимәнеңдер үҫеү һәм эшләү шарты.
□ Режим. / Режимный. Королманың эш режимы. Машинаның эш режимы. Телеграф режимы.
РЕЖИССЁР [рус. < фр. regisseur ‘етәксе’] (Р: режиссёр; И.: stage director; T: yönetici) и.
Спектакль, кинофильм, теле-, радиотапшырыуҙар, тамаша ҡуйған кеше. □ Режиссёр. / Режиссёрский. Кинофильм режиссёры. Театр режиссёры. ■ Кинофильмда, режиссёр ҡушҡанса, таралалар, ергә яталар, торалар, «яраланалар», «уләләр». И. Абдуллин. Эш декорацияға килеп еткәс, китапханасы Хәсәнде, был осраҡта спектаклдең режиссёрын, тәрән борсоуға
һалған бер хәл тыуҙы. М. Ғиләжев. Кисә, яңы спектаклде тикшергәндә, режиссёр тағы Рәмил менән Сөйөмбикә исемен телгә алды. Ф. Әсәнов.
РЕЖИССЁРЛЫҠ (режиссёрлығы) (Р: режиссёрство; И.: stage direction; T.: yöneticilik) и.
1. Режиссёр эше, режиссёр эшмәкәрлеге.
□ Режиссёрство. Режиссёрлыҡҡа уҡыу.
2. Спектакль, фильм, теле-, радиотапшырыуҙар, тамаша ҡуйыуҙы алып барыу эше; режиссура. □ Режиссёрство, режиссура. / Режиссёрский. Режиссёрлыҡ мәктәбе утеу. Спектаклгә режиссёрлыҡ итеу. ■ Оҙон кәуҙәле бер һары егет режиссёрлыҡ итә. А. Таһиров. Куп кенә егет-ҡыҙҙарҙы режиссёрлыҡҡа уҡытыу өсөн Мәскәугә ебәрергә иткәйнек. Н. Ғәйетбаев.
РЕЖИССУРА [рус.] и. ҡар. режиссёрлыҡ. Режиссура менән шөғөлләнеу. Режиссура һәнәре. Оҫта режиссура.
РЕЗАК (резагы) [рус.] (Р: резак, И.: chopping knife; T: keski, kesme) и. ҡар. ҡырҡҡыс.
Тимер, ҡатырға, ҡағыҙ һ. б. ҡырҡа торған ҙур бысаҡ. □ Резак. Резак менән китап биттәрен тигеҙләп ҡырҡыу. Резак менән ҡырҡылған ҡатырға.
РЕЗЕДА [рус. < фр. < лат. reseda ‘элекке хәлгә ҡайтыу, дауалау’] (Р: резеда; И.: mignonette; T: rezede, muhabbet çiçeği) и. бот.
Ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ингән, башаҡланып торған аҡ, һары йәки йәшкелт һары сәскә атҡан түшәлеп үҫкән үҫемлек.
□ Резеда. / Резедовый (лат. Reseda). Хуш еҫле резеда. Резеда буләк итеу. Резеда майы.
РЕЗЕДА КҮБӘЛӘГЕ (Р: резедовая белянка; И.: white; T: beneklimelek) и. зоол.
Тәңкә ҡанатлылар төркөмөнә ҡараған күбәләк төрө. □ Резедовая белянка (лат. Pontia daplidice). Резеда кубәләге ҡанаты. Резеда кубәләге ҡарышлауығы.
РЕЗЕКЦИЯ [рус. < лат. resectio ‘киҫәм, ҡырҡам’] (Р: резекция; И.: resection; Т: rezeksyon) и. мед.
Йәрәхәтләнгән, зыян күргән ағзаны өлөшләтә алып ташлау буйынса операция.
254