РЕЗИДЕНТ
□ Резекция. Ашҡаҙанға яһалған резекция. Теш тамырына резекция. Резекция яһау.
РЕЗЕРВ [рус. < лат. reservo ‘һаҡлайым’] (Р.: резерв; И.: reserve; T.: yedek) и.
1. Яңы көс, байлыҡ, сара сығанағы.
□ Резерв. / Резервный. Ҙур резерв. Уңдырышлылыҡ резервы.
2. Кәрәк ваҡытҡа тип һаҡланған алдан әҙерләнгән нәмә, көс. □ Резерв. / Резервный. Аҙыҡ резервы. Матди резервтар. Резерв фонды. ■ Шәхси инициативаны быуыу тип тә, эске резервтарҙы таба белеу тип тә баһаларға мөмкин. Б. Рафиҡов. Гитлер, уҙҙәренең реаль көстәрен һәм совет резервтарын иҫәпкә алмай, ҡомға ҡоролған стратегия планынан баш тартырға теләмәне. Ә. Бикчәнтәев.
3. Файҙаланылмаған мөмкинлек, аҡса һ. б. □ Резерв. / Резервный. Сеймал резервтары. Хеҙмәт резервтары. Энергетика резервтары.
4. хәрби. Кәрәк ваҡытта файҙаланыу өсөн командир ҡарамағында ҡалдырылған ғәскәр. □ Резерв. Баш командование резервы. Резерв тотоу. ■ Артполк командиры резервтағы батарея эргәһенә һыбай сапты. Д. Исламов. Таң атып, яҡтыра башлауға, танк ротаһы алыҫта, дошман тылындағы ауылда, фашистарҙың резервта торған көстәре менән аяуһыҙ көрәш алып бара ине. Ғ. Аллаяров.
5. хәрби. Ғәскәри хеҙмәтте үткән кешеләрҙең кәрәк саҡта кире хеҙмәткә алырға әҙер тотолған составы. □ Резерв. / Резервный. Резервта тороу. Резервтан килеу. И Резервта бер айға яҡын ятҡандан һуң, уны [Әлфиәне] дивизия командованиеһы ҡарамағына ебәрҙеләр. И. Абдуллин.
РЕЗЕРВАТ [рус. < лат. reservetus ‘һаҡланған’] (Р: резерват; И.: reserve; Т.: koru) и.
1. Дәүләт һағы аҫтына алынған территория, тәбиғи байлыҡтар (хайуандар һәм уҫемлектәр донъяһы); заказник. □ Резерват. Резерват булдырыу. Резерваттағы йәнлектәр.
2. ҡар. резервация. Резерватҡа кусереу.
РЕЗЕРВАЦИЯ [рус. < лат. reservatio ‘һаҡланыу’] (Р: резервация; И.: reservation; T.: rezervasyon) и.
Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла: илдең төп халҡы көсләп күсереп ултыртылған урын. □ Резервация. Резервацияла йәшәу.
РЕЗЕРВЛАУ (резервла-) (Р: резервировать; И.: lay away; T.: ihtiyat olarak bırakmak, rezerve etmek) ҡ.
Резерв (2) итеп һаҡлау; резервта тотоу. □ Резервировать. Айырым резервлау. Дөйөм резервлау. Резервлап ҡуйыу. Самолётҡа урын резервлау.
РЕЗЕРВУАР [рус. < фр. reservoir ‘һаҡлау’] (Р: резервуар; И.: tank; T.: rezervuar) и.
Газ һәм шыйыҡлыҡ һаҡлай торған һауыт. □ Резервуар. / Резервуарный. Тимер резервуар. Ер аҫты резервуары. Н Ҡайҙа куҙ ташлаһаң, шунда резервуар куренә, установка артынан установка кутәрелә. Ә. Бикчәнтәев. Азамат тутығыуҙан ҡара көрән булып ултырған бейек ҙур резервуар стенаһына ҡараны. Р. Солтангәрәев. Приютҡа ҡарай тағы бер аҙ юл уткәс, һул яҡта һалынып бөтөп килеусе башҡа төҙөлөштәр, ә алыҫтараҡ, тубәнлектә, нефть паркы резервуарҙары куренде. Ә. Байрамов.
РЕЗИДЕНТ [рус. < лат. residens ‘тороу, булыу’] (Р: резидент; И.: resident; T.: elçi) и.
1. тар. Урта быуаттарҙа: сит илдең ҡай-һылыр бер илдә даими торған дипломатик вәкиле. □ Резидент (в средние века: дипломатический представитель). / Резидентский. Резидент итеп тәғәйенләу.
2. тар. Колониаль администрацияның протектораттағы вәкиле. □ Резидент (представитель метрополии в протекторате). / Резидентский. Францияның Монаколағы резиденты.
3. Ҡайһылыр илдең сит дәүләттә торған гражданы. □ Резидент (гражданин какой-л. страны, постоянно проживающий в иностранном государстве). / Резидентский. Рәсәй резиденты. Венгрияныц резиденты.
4. Разведканың (3) сит дәүләттә даими йәшәгән вәкиле. □ Резидент (представитель
255