Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 256


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕЗИДЕНТУРА
разведки). / Резидентский. Ҡытай резиденты. И Ул [Кәли]резиденттың исемен, паролде онотмаҫҡа тырышты. И. Ғиззәтуллин.
5. Католиктарҙың приходта йәшәүсе һәм хеҙмәт алып барыусы дин әһеле. □ Резидент (католическое духовное лицо). / Резидентский. Резиденттың өгөт-нәсихәте. Резиденттың кәңәштәре.
РЕЗИДЕНТУРА [рус.] (Р: резидентура; И.: station; T.: istihbarat şebekesi) и.
Тышҡы разведканың сит илдәге учреждениеһы. □ Резидентура. Резидентураның составы. Резидентураның структураһы. Легаль резидентура.
РЕЗИДЕНЦИЯ [рус. < лат. resideo ‘урында ҡалам, торам’] (Р: резиденция; И.: residence; T: konak) и.
Хөкүмәттең, дәүләт башлығының йәки ҙур вазифалы дәүләт кешеһенең даими торған урыны. □ Резиденция. Президент резиденцияһы. Хөкүмәт резиденцияһы.
РЕЗИНА [рус. < лат. resina ‘ыҫмала’] (Р: резина; И.: rubber; T.: lâstik) и.
Каучуктан вулканизация юлы менән алынған һығылмалы материал. □ Резина. / Резиновый. Резина туп. Резина көпшә.
■ Йыһангир кеҫәһенән резина ҡайышын сығара ла, ағастың олонона эләктереп, тартыла, һуҙыла башлай. Р. Байбулатов. Боролоштан, тулҡындар өҫтөндә уйнаҡ-лай-уйнаҡлай, кирбес төҫөндәге оҙонса резина кәмә килеп сыҡты. Д. Бүләков. Батҡаҡ атларға ирек бирмәне, резина итектәрҙе һурып алырға теләне. Р. Низамов.
РЕЗИНКА [рус.] и.
1. диал. ҡар. резина. Резинка ҡуйыу. М Подполковник протез ҡулын өҫтәл аҫтына йәшерә һәм таҙа ҡулы менән ыуа, һалҡын ҡара резинка бер нәмә лә тоймай. И. Абдуллин. Малайҙарҙан кем дә булһа, рогатка өсөн ҡайҙан резинка табырға, тип тә хыялланалыр әле. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. юйғыс. Ҡәләм резинкаһы.
■ Яҙып бөткәс, тағы ла резинка менән юйып ташларға тура килә. С. Агиш.
3. диал. ҡар. калуш. Резинка кейеү. Йылы резинка. Резинканы киптерергә ҡуйыу.
РЕЗОЛЮЦИЯ [рус. < лат. resolutio ‘ҡарар’] (Р: резолюция; И.: resolution; T: karar) и. ҡар. ҡарар.
1. Йыйылышта, ултырышта һ. б. ҡаралған мәсьәлә буйынса ҡабул ителгән ҡарар. □ Резолюция. М Ултырыштан һуң, Мурзин, Григорий, Вася өсәүләшеп өйҙә ултырғанда, ҡабул ителгән резолюция буйынса бик күп кенә фекер алыштылар. Һ. Дәүләтшина. Ҡәңәшмә, ғәҙәт буйынса, төн уртаһына тиклем һуҙылды, күп һөйләнеләр, оҙон резолюциялар ҡабул ителде. Б. Бикбай. Урмансы ҡаланан ҡайтҡан, Бикҡол унан ун алтынсы конференцияның резолюцияһын алып ҡайтыуын һорағайны. А. Таһиров.
2. Вазифалы кешенең эш ҡағыҙына яҙылған күрһәтмәһе, бойороғо. □ Резолюция. Ғаризаға резолюция һалыу. М Районо мөдире көрһөнөп ҡуйҙы ла Нурҙың ғаризаһына: «Разрешаю», — тип резолюция һалды. И. Абдуллин. Генерал ҡыҫҡа ғына итеп резолюция һалған: «Тикшереүегеҙҙе һәм миңә хәбәр итеүегеҙҙе һорайым». А. Мағазов.
РЕЗОН [рус. < фр. raison ‘фекерләү’] (Р: резон; И.: reason; T: delil) и.
1. Аҡыллы, төплө нигеҙләү; мәғәнә. □ Резон. Бәйләүендә резон бар. Был эште эшләүҙә резон юҡ.
2. Ниндәйҙер эш-хәлде раҫлай, дөрөҫләй торған нигеҙ, фекер, фараз; дәлил. □ Резон. Башҡаларҙың резонын ҡабул итмәү. Резон табыу. Резондар менән раҫлау.
РЕЗОНАНС [рус. < лат. resono ‘тауыш бирәм’] (Р: резонанс; И.: resonance; Т: rezonans) и.
1. физ., тех. Ниндәйҙер системалағы тирбәлештең тышҡы тәьҫир йоғонтоһонда көсәйеү күренеше (нәмәнең үҙ тирбәлеше тышҡы тирбәлешкә тигеҙ булғанда). □ Резонанс. / Резонансный. Параллель резонанс. Ток резонансы. Теҙмә резонанс.
2. күсм. Хәл-ваҡиғаның халыҡ араһында яңғырашы. □ Резонанс. / Резонансный. Резонанс алыу. ■ Силәбеләге ошо суд процесы ябыҡ ишектәр артында алып барылһа ла, уның резонансы бөтә илгә, донъяға яңғырай.
В. Исхаҡов. Дөрөҫөн әйткәндә, Арыҫлан Рәхмәтуллович [радиолағы] ул сығыштың,
256