Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 257


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕИНВЕСТИЦИЯ
хатта бик теләһә лә, бындай резонанс алырына ышанмағайны. Д. Бүләков.
РЕЗОНАНСЛЫ (Р.: резонансный; И.: resonance; T.: rezonanstı) с.
Резонансҡа мөнәсәбәтле. □ Резонансный. Резонанслы тирбәлеш. Резонанслы ваҡиға.
РЕЗОНАТОР [рус. < лат. resono ‘тауыш биреү’] (Р: резонатор; И.: resonator; Т.: rezonatör) и. физ., тех.
Резонанс күренеше барған система йәки нәмә. □ Резонатор. Резонатор ролен үтәгән торба. Асыҡ резонатор. Оптик резонатор. Резонаторҙың үҙенсәлеге.
РЕЗОНЁР [рус. < фр. raisonneu ‘фекер йөрөтөү’] (Р: резонёр; И.: mentor; T.: akıl hocası) и.
1. Аҡыл һатырға, өгөт-нәсихәт бирергә яратҡан кеше. □ Резонёр. / Резонёрский. Ялҡытҡыс резонёр. Резонёрҙың нәсихәте.
2. театр., әҙ. Классицизм осоро әҙәбиәтендә (XVII быуат — XIX быуат башы) авторҙың һүрәтләнгән ваҡиғаларға ҡарата әйтелгән фекерен башҡаларға еткергән, ҡатнашыусыларҙың холҡона әхлаҡи баһа биргән, уларҙы өйрәтеп маташҡан персонаж. □ Резонёр. / Резонёрский. Резонёр образы.
3. театр. Шул персонаж ролен башҡарған артист амплуаһы. □ Резонёр. / Резонёрский. Театр резонёры.
РЕЗОНИСТОР [рус.] (Р: резонистор; И.: resonistor; T.: rezonistör) и.
Электрик резонатор булараҡ ҡулланылған, механик резонанслы элементы булған ярымүткәргес прибор. □ Резонистор. Резонисторҙың эшләу принцибы. Түбән йышлыҡтағы резонистор.
РЕЗУЛЬТАТ [рус. < лат. resultatus ‘сағылған’] (Р: результат; И.: result; T.: sonuç) и. ҡар. һөҙөмтә.
1. Нимәнеңдер һуңынан дөйөмләштереп яһалған бер фекер, йомғаҡ. □ Результат. Эштең результаты. Ярыштың результаты. Тикшеренеуҙәр результаты.
2. Спорттағы күрһәткестәр, спорт ҡаҙаныштары. □ Результат. Яҡшы результатҡа ирешеу. Юғары результаттар курһәтеу.
РЕЗУС [рус. < лат. rhesus] (Р.: резус; И.: rhesus; T.: al yanaklı maymun) и.
1. зоол. Макакалар төркөмөнә ҡараған нәҙек томшоҡло бенгал маймылы. □ Резус (лат. Масаса mulatta). Йәшкелт һары төҫтәге резус. Гималаи тауҙарында йәшәгән резус. Медицина тәжрибәләрендә ҡулланылған резус.
2. мед. ҡар. резус-фактор. Нәҫелдән килгән резус. Резусты билдәләу. Ыңғай резус. Кире резус.
РЕЗУС-АНТИЕСЕМ (Р: резус-антитела; И.: Rh antibodies; T.: anti-Rh antikorlar) и.
Ыңғай резуслы кеше ҡанын кире резуслы кешегә ебәргәндә йәки ыңғай резуслы ирҙән кире резуслы ҡатын буйға ҡалғанда барлыҡҡа килгән иммун матдә. □ Резус-антитела.
РЕЗУС-ФАКТОР [рус.] (Р: резус-фактор; И.: rhesus rhesus; T.: Rh faktörü) и. био-хим.
1. 1940 йылда резус маймылдары эритроцитынан алып өйрәнелгән аҡһым.
□ Резус-фактор. А. Винер асҡан резус-фактор.
2. 29 ҡан төркөмө системаларының береһе. □ Резус-фактор. Ыңғай резус-фактор. Резус-факторҙы билдәләу. Баланың резус-факторы.
РЕЗЬБА [рус.] (Р: резьба; И.: threading; T.: oyma, nakış) и. ҡар. һырыу.
1. Бер буйы соҡорланып, бер буйы һырланып торған буй-буй һыҙат. □ Резьба. Винт резьбаһы. Тимерҙәге резьба. Резьба эшләу.
2. Шыма ағас, тимер йәки башҡа йөҙлөккә соҡоп, уйып төшөрөлгән биҙәк.
□ Резьба. Резьба менән биҙәу. Матур резьба.
РЕЗЮМЕ [рус. < фр. resume ‘тормошто һүрәтләү’] (Р: резюме; И.: summary; Т.: özet) и.
1. Эшкә ҡағылышлы күнекмәләр, эш тәжрибәһе, белем һ. б. тураһындағы документ. □ Резюме. Резюме тултырыу. Ре-зюмелағы мәғлүмәт.
2. Яҙылған йәки һөйләгәндәрҙең ҡыҫҡаса һығымтаһы. □ Резюме. Сығыштың резюмеһы. Китаптың резюмеһы.
РЕИНВЕСТИЦИЯ [рус. < лат. ге ҡабаттан’ + investio ‘кейәм’] (Р.: реинвестиция; И.: reinvestment; T.: yeniden yatırma) и. иҡт.
257