РЕЙ
Инвестиция һалынған объекттан килгән килемде шул уҡ объектҡа һалыу. □ Реинвестиция. Финанс өлкәһендәге реинвестиция. Реинвестиция уткәреу.
РЕЙ [рус. < нидерл. га\ (Р.: рей; И.: sailyard, yard; T.: seren) и. дицг.
Мачтаның уртаһына элеп ҡуйылған, па-русты бәйләү, антенна, сигнал байраҡтарын урынлаштырыу өсөн яраҡлаштырылған ҡуҙғал мал ы арҡыры бурса. □ Рей. Рейҙыц осо. Горизонталь яҫылыҡтағы рей.
РЕЙД I [рус. < гол. reed ‘яйланған, бер тәртипкә һалынған’] (Р: рейд; И.: road (stead); T: liman) и. дицг.
Караптарҙың портта йәки портҡа яҡын якорҙа торған урыны. □ Рейд. / Рейдовый. Тышҡы рейд. Эске рейд. Рейдта тороу.
РЕЙД II [рус. < ингл. raid ‘һөжүм’] (Р: рейд; И.: raid; T.: akın) и. хәрби.
1. Етеҙ хәрәкәтле ғәскәрҙең йәки партизан отрядының дошман тылына штаб, база, юлдарын һ. б. ҡыйратыу өсөн үтеп инеүе. □ Рейд. / Рейдовый. Кавалеристар рейды. Танкистар рейды. Рейдҡа инеу. Рейдтан сығыу. ■ 15 октябрҙә Башҡорт атлы дивизияһының Сталинградка ҡарай героик рейды башлана. Р. Өмөтбаев. Дошман тылындағы һыбайлылар рейды, туҡтатылмайынса, ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Я. Хамматов.
2. Тәртип һаҡлау органдары, ижтимағи ойошмалар үткәргән көтөлмәгән тикшереү эше. □ Рейд. / Рейдовый. Рейд уткәреу. Рейдта ҡатнашыу. Рейд бригадаһы. ■ Рейд материалы шәмбе көн газетала сығырға тейеш. Н. Мусин.
РЕЙДЕР [рус. < ингл. raid ‘һөжүм’] (Р: рейдер; И.: raider; T.: akıncı) и.
1. дицг. хәрби. Диңгеҙ, океан киңлектәрендә үҙ аллы һуғыш хәрәкәттәре алып барған хәрби карап йә ҡораллы сауҙа судноһы. □ Рейдер. / Рейдерский. Беренсе донъя һуғышында ҡулланылған рейдерҙар.
2. иҡт. Рейдерлыҡ менән шөғөлләнгән кеше. □ Рейдер. / Рейдерский. Рейдерҙарҙыц әуҙемлеге.
РЕЙДЕРЛЫҠ (рейдерлығы) (Р: рейдерство; И.: corporate raiding; T: şirket avcılığı) и.
Ҡануниәттәге йомшаҡ урындарҙы файҙаланып, предприятиеларҙы баҫып алыу.
□ Рейдерство. Рейдерлыҡ менән шоғөлләнеу. Рейдерлыҡ тарихы.
РЕЙКА [рус.] (Р: рейка; И.: lath; T: çıta) и.
1. Йоҡа ғына тар таҡта. □ Рейка. / Реечный. Рейка ҡағыу. ■ Һәр мебель ҡатырға менән кәпләп, ағас рейкалар менән ҡоршалған. Н. Мусин. Әҙер продукция тултырылған йәшниктәрҙе .. өсәрләп-өсәр-ләп бергә ҡуялар ҙа ағас рейкалар менән .. ҡаҙаҡлайҙар ине. Ә. Байрамов. Харис, япма ҡыйыҡ аҫтына өҫтәп бер рейка ҡаҡҡас, ситкә китеп, ҡыҙығып ҡарап торҙо. Д. Бүләков.
2. Үлсәү өсөн эшләнгән бүлемле бурса. □ Рейка. / Реечный. Рейканыц булеме. Рейка менән улсәу.
3. геод. Геодезик эштәрҙә ике нөктәнең сағыштырма бейеклеген билдәләү өсөн ҡулланылған бүлемле тар таҡта. □ Рейка. / Реечный. Шаҡмаҡлы рейка. Штрихлы рейка.
4. диал. ҡар. ҡойма I. Рейканы буяу. Рейканы яңыртыу.
РЕЙС [рус. < нем. Reise ‘сәйәхәт’] (Р: рейс; И.: voyage; T.: sefer) и.
Карап, самолёт, автобустарҙың хәрәкәтендә башланған һәм тамамланған пункттар араһындағы юл. □ Рейс. / Рейсовый. Рейсҡа сығыу. Рейстан бушатыу. Өҫтәмә рейс. Н ПМК участкаһы начальнигы Дистанов приказы менән төнгө рейстар тыйылды. Д. Бүләков. Рейстан йонсоп ҡайтҡан Закиров .. өҫтәлгә текләп ултырҙы. X. Ғиләжев. Сажидә иртәгә Мәскәу поезы менән нәубәттәге рейсҡа китергә тейеш. Н. Мусин.
РЕЙСМУС [рус. < нем. Reifimafi] (Р: рейсмус; И.: mark tool; T.: nişangeç) и. тех.
Әҙерләмәлә, заготовкаларҙа билдә һыҙығы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамал.
□ Рейсмус. / Рейсмусовый. Рейсмус менән һыҙыҡ һыҙыу. Рейсмус станогы.
РЕЙСФЕДЕР [рус. < нем. Reififeder] (Р.: рейсфедер; И.: drawing-pen; T.: cetvel) и. махс.
258