Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 259


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕКВИЗИТСЫ
Ҡағыҙҙа тушь, буяу менән һыҙыҡ, билдә үткәреү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамал.
□ Рейсфедер. Ике һыҙыҡлы рейсфедер. Рейсфедер менән һыҙылған чертёж.
РЕЙСШИНА [рус. < нем. reiften ‘һыҙыу’ + Schiene ‘шина, рельс’] (Р: рейсшина; И.: Т square; T.: T cetveli) и. махе.
Параллель һыҙыҡ үткәреүгә ҡулайлаштырылған чертёж линейкаһы. □ Рейсшина. Өҫтәлдәге рейсшина. Рейсшина менән һыҙыу. Ҡаты ағастан эшләнгән рейсшина.
РЕЙТИНГ [рус. < ингл. to rate ‘баһалау, класын билдәләү’] (Р: рейтинг; И.: classification; T.: reyting) и.
1. Ярышта үҙ йүнәлешендәге ярышсылар араһында балл системаһы менән билдәләнгән урын. □ Рейтинг. Шахма-тистың рейтингыһы. Юғары рейтингылы спортсы. Юғары рейтингылы ғалим.
2. Социологик һорау алыу, тауыш биреү һ. б. юл менән кемдеңдер (сәйәсәтсенең, йәмәғәт эшмәкәренең һ. б.) танылыу алыу дәрәжәһен билдәләү. □ Рейтинг. Юғары рейтингыға өлгәшеү. Эксперттар сәйәс-мәндең рейтингыһы күтәрелеүен билдәләнеләр.
РЕЙТУЗ [рус. < нем. Reithose ‘һыбай йөрөү өсөн ыштан’] (Р: рейтузы; И.: (riding) breeches; T.: binici külotu) и.
1. Һыбай йөрөү өсөн тегелгән тар салбар. □ Рейтузы. Рейтуз балағы. ■ [Мюрат] ваҡытты нисек үткәрергә белмәйенсә йөрәкһенеп, тоҡтомалға .. арҡанды борғоланы, алтын менән сигеүле рейтузын ышҡыны. Я. Хамматов.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың йәки балаларҙың тәнгә һылашып торған, бәйләнгән оҙон ыштаны. □ Рейтузы. Аҡ рейтуз. Рейтуз хаҡы.
РЕЙХ [рус. < нем. Reich ‘дәүләт, империя’] (Р: рейх; И.: Reich; T.: Almanya veya Alman hükümeti) и.
1. тар. Бер хөкүмәткә буйһонған ер.
□ Рейх. Рейх территорияһы.
2. тар. Немец ерҙәрен берләштергән дөйөм герман дәүләте. □ Рейх. Икенсе рейх. Өсөнсө рейх 1933 йылдың 24 мартынан алып 1945 йылдың 23 майына тиклем йәшәй.
РЕЙХСКАНЦЛЕР [рус. < нем. Reichs-kanzler ‘империяның канцлеры’] (Р: рейхсканцлер; И.: Reichschancellor; T.: başbakan) и. тар.
1871—1945 йылдарҙа Германия хөкүмәт башлығының официаль атамаһы. □ Рейхсканцлер. Рейхсканцлер вазифаһы. Рейхсканцлер итеп билдәләү.
РЕЙХСТАГ [рус. < нем. Reich ‘дәүләт’ + tagen ‘ултырыш үткәреү’] (Р: рейхстаг; И.: Reichstag; Т.: Reichstag) и. тар.
Германияның парламенты (1933 йылға тиклем һайланып, фашизм ваҡытында тәғәйенләнеп ҡуйылған, 1945 йылға тиклем йәшәгән) һәм шул парламент урынлашҡан бина. □ Рейхстаг. ■ Германия рейхстагы таратылды. Ә. Бикчәнтәев. [Хәсән — Фәһимгә: ] Оҙаҡламай йыртҡыстарҙың өңө — рейхстагҡа етәсәкбеҙ, тиҙҙән — Еңеү! И. Ғиззәтуллин.
РЕКВИЕМ [рус. < лат. requiem ‘әруахтар рухына’] (Р: реквием; И.: requiem; Т.: requiem) и.
1. Католиктарҙа кеше үлгәс башҡарыла торған ғибәҙәт. □ Реквием. Реквием башҡарыу.
2. Оркестрлы хор башҡарған траурлы музыка әҫәре. □ Реквием. Моцарт реквиемы.
РЕКВИЗИТ [рус. < лат. requisition ‘ихтыяж’] (Р: реквизит; И.: properties; T.: sahne eşyaları) и.
1. театр., кино. Тамаша барышында ак-тёрҙарға кәрәк булған ысын йәки яһалма нәмәләр. □ Реквизит. Театр реквизиттары. Төрлө реквизиттарҙы файҙаланыу. Бейеү ансамбле өсөн реквизиттар.
2. юр. Алыш-бирешкә, документҡа юридик көс бирә торған мотлаҡ формаль элемент (уның юҡлығы алыш-биреште, документты юҡҡа сығара). □ Реквизит. Иғәнәләр түләү өсөн реквизиттар. Интернет-банкинг системаһындағы реквизиттар.
РЕКВИЗИТСЫ (Р: реквизитор; И.: property master; T.: baş donatımcı) и. театр., кино.
Реквизит өсөн (1) яуаплы кеше. □ Реквизитор. Филармонияның реквизитсыһы.
259