Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 262


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РЕКОРД
Реконструкция. Археологик ҡомартҡыларҙы реконструкциялау.
РЕКОРД [рус. < ингл. record ‘яҙма’] (Р.: рекорд; И.: record; T.: rekor) и.
1. Спорт ярышында ҡаҙанылған иң юғары күрһәткес. □ Рекорд. / Рекордный. Донъя рекорды. Олимпия рекорды. ■ Бынан ос йыл элек «Дөлдөл» тигән айғыр малы бер мец дә алты йөҙ метр арала ил күләмендә рекорд бирҙе. Р. Низамов. Бер ҡулда яҡшы итеп өйрәтеп алғанда быныц [айғыр] менән спортта ла, сабыш буйынса ла рекордтар ҡуйырға була. Р. Өмөтбаев.
2. Ниндәйҙер хеҙмәт, хужалыҡ өлкәһендәге иң юғары күрһәткес. □ Рекорд. / Рекордный. Ҡорос иретеүҙә ҡуйылған рекорд. ■ Ғәли ағай бригадаһы, республикала бығаса булмаған тиҙлек менән быраулап, рекорд ҡуйғас, был хаҡта бөтә ерҙә шауланылар. 3. Биишева. Ҡорос иретеүсе Иван Мудрый Ғабдулла Ғимербулатовтыц элекке көн генә күрһәткән рекордын ете тоннаға уҙып китте. Д. Исламов.
РЕКОРДЛЫ (Р.: рекордный; И.: record; T.: rekor) с.
Рекорд булып торған, рекорд тип танылған; иң юғары, иң ҙур. □ Рекордный. Рекордлы тиҙлек. Рекордлы һөҙөмтә.
РЕКОРДСМЕН [рус. < ингл. recordsman] и. ҡар. рекордсы. ■ [Редактор — Шә-күровҡа:] «Ҡыҙыл Байраҡ»та бер ниндәй рекордсмен да, һин күктәргә күтәргән Гөлшат Исхаҡованыц алдынғы булғаны ла юҡ. В. Исхаҡов.
РЕКОРДСЫ (Р: рекордсмен; И.: record breaker; T.: rekortmen) и.
1. Рекорд ҡуйған кеше; рекордсмен.
□ Рекордсмен. Рекордсы егет. Сацғы ярыштары буйынса рекордсы.
2. Ниндәйҙер сифаты менән рекордлы күрһәткескә ирешкән йорт хайуаны.
□ Рекордсмен. Рекордсы һарыҡ.
РЕКРЕАЦИЯ [рус. < лат. recreatio ‘тергеҙеү, яңыртыу’] (Р: рекреация; И.: recreation; T.: rekreasyon) и.
Хәлдән тайған, күп эшләп өҙлөккән кешенең эшмәкәрлеген ҡәҙимге хәлгә ҡайтарыу буйынса һауыҡтырыу саралары
комплексы. □ Рекреация. / Рекреационный. Рекреация зонаһы.
РЕКРУТ [рус. < фр. recruter ‘ғәскәр йыйыу’] (Р: рекрут; И.: recruit; T: asker) и. тар.
1. Рәсәй (XVII—XIX быуаттарҙа) һәм сит ил армияларында ялланып йәки мәжбүри хеҙмәт иткән кеше. □ Рекрут. / Рекрутский. Рекрут йыйыу. Рекрутҡа биреү.
■ Ҡаралырға китер алдынан рекруттар .. урам буйында йырлашып йөрөнө. Ж. Кейекбаев. Урамдан, тәҙрә тәцгәленән, бер нисә арбаға тейәлгән рекруттар, тальян гармунға ҡушылып, ҡысҡырып йырлап үттеләр. 3. Биишева.
2. Рәсәйҙә (XVII—XIX быуаттарҙа) дөйөм мәжбүри хәрби хеҙмәтте индергәнгә тиклем һалым түләгән ҡатламдарҙан билдәле һанда кеше йыйыу юлы менән регуляр армияны комплектлау системаһы.
□ Рекрут. / Рекрутский. Рекрут үткәреү.
■ Миссионерҙар йәмғиәте күскәндәрҙе .. аҡса, кейем-һалым менән ымһындыра, һалымдарҙан, рекрут хеҙмәтенән бушат[а]. Ғ. Хөсәйенов.
РЕКРУТ КВИТАНЦИЯҺЫ (Р: рекрутская квитанция; И.: recruit receipt; T.: asker makbuzu) и. тар.
Армияла үҙе теләп хеҙмәт итергә теләгән кешене яллаған өсөн билдәле күләмдә аҡса түләгәнлекте, шуның нигеҙендә рекрут йөкләмәһенән бушатыу кәрәклеген күрһәткән документ. □ Рекрутская квитанция. Рекрут квитанцияһындасы яҙыу. Рекрут квитанцияһы биреү.
РЕКРУТЛЫҠ (рекрутлығы) (Р.: рекрутство; И.: recruitment; T.: askerlik) и.
Рекрут хеҙмәте; рекрут йөкләмәһе.
□ Рекрутство. Рекрутлыҡта йөрөү. Рекрутлыҡтан ҡотолоу.
РЕКТИФИКАТ [рус.] (Р.: ректификат; И.: rectified product; T.: rektifiye ispirtosu) и. махе.
Ректификация юлы менән айырып алынған шыйыҡлыҡ. □ Ректификат. / Ректификационный. Ректификат ҡулланыу.
РЕКТИФИКАТЛАНЫУ (ректификатлап-) ҡ. төш. ҡар. ректификатлау, страд, от ректификатлау. Ректификатланған спирт.
262