РЕЛИКТ
ныуәйбере. □ Реликвия. Сиркәү реликвияһы. Реликвияларҙы хөрмәтләү.
2. Иҫтәлек, төҫ, йәдкәр итеп ҡәҙерләп һаҡлана торған нәмә; ҡомартҡы. □ Реликвия. Йәшлек реликвияһы. Ғаилә реликвияһы. ■ [Василь:] Бына ул бөтә нәмәләрҙән дә ҡәҙерле документтар — реликвиялар. И. Абдуллин.
РЕЛИКТ [рус. < лат. relictum ‘ҡалдыҡ’] (Р: реликт; И.: relict; T.: kalıntı, eski eser) и.
Боронғо дәүерҙән һаҡланып ҡалған күренеш йәки нәмә, боронғолоҡ ҡалдығы. □ Реликт. / Реликтовый. Совет осоро реликттары. Реликт йәнлектәр. Ботаник реликттар. ■ Ҡайһы бер ҙур күлдәрҙә боронғо геологик дәүерҙәрҙән һаҡланып ҡалған эре йән эйәләре — реликт януарҙар йәшәгәне билдәле. Д. Бураҡаев.
РЕЛЬЕФ [рус. < фр. < лат. relevo ‘күтәрәм’] (Р: рельеф; И.: relief; T.: rölyef) и.
1. Төрлө ҡалҡыу, түбән урындары менән билдәләнгән ер өҫтө, диңгеҙ, океан төбө. □ Рельеф. Урындың рельефы. Тигеҙ рельеф. Дала рельефы. ■ Болот эсендә, төндә, ҡатмарлы рельеф өҫтөндә осорға өйрәнеү программаһы тамамланғандан һуң тотонған сираттағы бурысыбыҙ был [осоусыларҙан инструкторҙар әҙерләү]. А. Мағазов.
2. Яҫылыҡтан ҡалҡыу итеп һүрәт төшөрөү ысулы һәм шул ысул менән төшөрөлгән һүрәт. □ Рельеф. Рельеф менән яһалған портрет.
РЕЛЬЕФЛЫ (Р: рельефный; И.: relief; T.: rölyefli) с.
1. Яҫылыҡ өҫтөндә ҡалҡып, ҡабарып торған. □ Рельефный. Рельефлы биҙәк. Рельефлы хәрефтәр.
2. Яҫылыҡ өҫтөндә ҡалҡып, ҡабарып торған биҙәкле. □ Рельефный. Рельефлы обой. Рельефлы туҡыма. Рельефлы һүрәт.
3. күсм. Асыҡ, тәьҫирле. □ Рельефный. Рельефлы һүрәтләу. ■ Рельефлы, ҡалҡыу итеп һүрәтләү һәләте — 3. Биишева талантының иң гүзәл һәм көслө яҡтарының береһе. М. Минһажетдинов.
РЕЛЬС [рус. < ингл. < лат. regula ‘таяҡ, бурса’] (Р: рельс; И.: rails; T.: ray) и.
Тимер юл хәрәкәте составын йәки башҡа ҡоролмаларҙы (мәҫәлән, төҙөлөш кранын) йөрөтөр өсөн шпалдарға бер-береһенә тоташтырып параллель һалына торған махсус киҫелештәге оҙон тар ҡорос бурса.
□ Рельс. / Рельсовый. Рельс буйлап атлау. Рельстарҙың геүләгән тауышы. ■ Төндә Урцевтың егеттәре, тимер юл рельсын шартлатып, дошман ғәскәре тейәлгән эшелонды ҡолатты. Ә. Байрамов. Кран, .. урынынан ҡуҙғалып, рельс буйлап әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа йөрөй башлай. Ә. Бикчәнтәев. Рельстарҙа дөбөрләп һәм звоноктары менән сыңлап трамвайҙар үтеп тора. А. Карнай.
♦ Рельсты күсереү (бороу) бүтән әлкәгә, икенсе яҡҡа йүнәлтеү (һүҙҙе һ. б.); бороу. □ Перевести рельсы. Икенсе кешегә рельсты күсереү.
РЕЛЬСЛЫ (Р: рельсовый; И.: rail; Т: raylı) с.
Рельстар һалынған, рельсы булған.
□ Рельсовый. Рельслы юл. Рельслы итеп эшләү.
РЕЛЯТИВИЗМ [рус. < лат. relations ‘сағыштырмаса’] (Р: релятивизм; И.: relativity; T: rölativizm) и.
Кеше белеменең тулы түгеллегенән сығып, объектив дөрөҫлөктө өйрәнеү мөмкинлеген инҡар иткән методологик принцип. □ Релятивизм. Релятивизмдың сығанағы. Релятивизмдың аргументтары. Мораль релятивизм.
РЕМА [рус. < гр. гһета ‘һүҙ’] (Р: рема; И.: rheme; Т: геша) и. лингв.
һөйләм киҫәктәре теорияһында ике һүҙ йә фекерҙең бер төп компоненты (һөйләмдә хәбәр ителгән яңы нәмә). □ Рема. Рема бар, тема юҡ. Һөйләмдең ремаһы һәм темаһы.
РЕМАРКА [рус. < фр. remarque ‘билдә’] (Р: ремарка; И.: marginalia; Т: not) и.
1. Көтмәгәндә яһалған иҫкәрмә, күрһәтмә. □ Ремарка. Ремарка индереү. Романтик ремарка. «Твиттер»ҙа яһалған ремарка.
2. Авторҙың пьеса тексында ваҡиғаны, шәхестең тышҡы ҡиәфәтен, ҡылығын ҡыҫҡаса һүрәтләп биргән аңлатмалары
264