Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 354


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЙЫЛ
как (послелог). Байыҡҡан сайы байығалар. Ауыл сайы клуб. Өй сайы өсәр бала.
САЙЫЛ [ғәр. Jil-] с. ҡар. саил. ■ Биш кеше көн-төн былар йөрөнө, тине, шәһәрҙән шәһәр сайыл ҡорҙо, тине. «Буҙйегет».
САЙЫЛДАУ (сайылда-) ҡ. ҡар. сыйылдау. Сайылдап ҡысҡырыу. ■ Пулялар сафтарҙы салғы кеуек саба, берәуҙәр ыңғырашып ауа, икенселәре улем алдынан һуңғы мәртәбә сайылдап ебәрә. Д. Юлтый. Мәстурә сайылдап ҡысҡырып ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
САЙЫЛСЫ (Р.: нищий; И.: pauper; Т.: fakir) и. диал. ҡар. хәйерсе.
Үтә ярлы йәки хәйер һорап тамаҡ аҫраған кеше. □ Нищий. Ул сайылсы инде. Сайылсы булыу. Сайылсы хәленә төшөу.
САЙЫНДЫ (Р.: помои; И.: slops; Т.: bulaşık suyu) и.
1. Һауыт-Һаба сайған һыу; йыуынды, сайҡанды. □ Помои. / Помойный. Сайынды һыу. Сайындыны тугеу. ■ [Ынйыҡай:] Тойғонға беҙҙең сайынды һыуыбыҙ ҙа артмай! X. Ғәбитов.
2. миф. Боронғо ышаныуҙар буйынса, им-том өсөн ишек тотҡаһын сайҡап алынған һыу. □ Смыв с ручки дверей, окон (используется в магическом лечении сглаза). ■ Куҙ тейгәндә балаға сайынды һөртәләр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САЙЫНЫУ (сайын-) (Р: споласкиваться; И.: rinse up; T.: hafif tertip yıkanmak) ҡ.
1. Йыуынып бөткәс, тәндәге һабынды, бысраҡ һыуҙы һ. б. йыуып төшөрөү; ҡойоноу. □ Споласкиваться. Сайынып кейенеу.
2. Йыуғысламай, һабынламай ғына йыуыныу. □ Ополоснуться. ■ Тиҙҙән Ҡола, юлаусылар тегеләй-былай утешләй туҡтап, хәл йыйып, шишмәһендә сайынып, һыуһын ҡандырып китә торған ергә килеп инде һәм, хужаһы ыңғайына ҡуйғанлыҡтан, уҙ белдегенә имән бағана яғына ҡайырылды. С. Шәрипов. Рауза торҙо, һалҡын һыу менән сайынып алды. Т. Ғарипова. Оҙаҡламай команда уянасаҡ, йыуынып, сайынып алғансы, иртәнге тамаҡ әҙер булырға тейеш.
3. Ураҡсин. Оло йылғала атын да һыу инде
рер, уҙе лә йыуынып, сайынып алыр [Алдар]. Н. Мусин.
3. диал. Йыуыныу. □ Искупаться. Мунсала сайынып сығыу.
САЙЫР I (Р: смола; И.: thus; T.: reçine, akındırık, sakız) и.
1. Ылыҫлы ағастарҙың йәбешкәк ҡуйы һуты. □ Смола, живица (липкий, пахучий, отвердевший на воздухе сок, выделяемый некоторыми хвойными деревьями и другими растениями). Ҡарағай сайыры. Сайыр ағыҙыу. Сайыр йыйыу. ■ Тирә-йундәге тәбиғәт шул тиклем куркәм, иртәнге сафлыҡта ҡойонған ҡарағайҙарҙан аңҡыған сайыр еҫе тын алыуҙарын иркенәйтә. Ш. Янбаев. [Бәхетулла] һал да ағыҙған, сайыр ҙа йыйған, ҡарауылсы ла булған. С. Шәрипов. Ҡәбир ҡолас ташлап, балтаһын батыра сабып, сайыр еҫе аңҡытҡан ҡарағайҙың төбөн тумыра. Н. Мусин. Тын юлдарын киңәйтеп, сайыр һәм ылыҫ еҫе эркелде. Т. Килмөхәмәтов. Урындағы халыҡ ыҫмала ҡайнатыу, сайыр йыйыу, аптекалар өсөн купләп еләк-емеш, дарыу уләндәре әҙерләу менән шөғөлләнә, һунарсылыҡ та ситтә ҡалмай. Д. Бүләков.
2. Ҡолаҡ эсендә, һарыҡ йөнө араһында барлыҡҡа килә торған һары йәбешкәк матдә. □ Сера (ушная и в овечьей шерсти). Сайырын йыуыу. Сайырҙан таҙартыу. ■ Сайырға ҡатып ойошҡан был йөндө тартып-һуҙып тетә-тетә Емештең бармаҡтары талып бөттө. 3. Биишева.
3. диал. ҡар. канифоль. Сайыр алыу. Сайыр етештереу. Сайыр менән ышҡыу.
4. диал. Бал менән тулы кәрәҙҙең өҫтөн һылап ҡуйған йоҡа ғына балауыҙ; ҡына. □ Перга (восковые пластинки, которыми пчёлы запечатывают соты). Сайырлы бал. Сайырын алыу. Сайыр ашау.
5. диал. Сыра итеп яндырыла торған ҡарағай ағасы. □ Сосновая лучина. Сайыр яндырыу. Сайыр турау. Сайыр ҡырҡыу.
6. диал. Ҡарағай ҡайыры. □ Сосновая кора. Сайырын һыҙырыу. Сайырына сабыу. Сайырын әрсеу.
354