Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 355


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САКВОЯЖ
7. диал. Кер, бысраҡ. □ Грязь. Сайырға ҡатыу. Сайырҙан таҙартыу. Сайырын йыуыу.
САЙЫР II (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: Başkurt boylarının ismi) и. этн.
Бөрйән-ҡыпсаҡ, түңгәүер ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме.
□ Саер (название родовых подразделений башкир племён бурзян-кыпсак, тангаур). Сайыр аймағы башҡорто. Сайыр аймағы ерҙәре. Сайыр аймағынан булыу.
САЙЫРЛАНЫУ (сайырлан-) (Р.: стать смолистым; И.: become covered with thus; T: reçinelileşmek) ҡ.
Сайырлы (I, 1) булыу, сайырлыға әйләнеү. □ Стать смолистым, смолиться. Ҡулым сайырланды. Өҫ-баш сайырланыу. ■ Зәлифә, .. сайырланған ҡарағас утынды ҡаҙан аҫтына яғып, һалма һала. Т. Хәйбуллин.
САЙЫРЛАУ (сайырла-) (Р: смолить; И.: pitch, tar; T.: reçineli etmek) ҡ.
1. Сайыр (I, 1) менән ҡаплау, сайырлы итеү. □ Смолить. Саңғыны сайырлау. Сайырлап ҡуйыу. Сайырлап сығыу.
2. Канифоль һөртөү. □ Канифолить, натирать канифолью. Скрипка һыҙғысын сайырлау. Сайырлап йәбештереү. Сайырлап ябыу.
САЙЫРЛЫ (Р: смолистый; И.: resinous; T.: reçineli) c.
1. Сайыры (I, 1) булған, сайыры һарҡып торған (ылыҫлы ағасҡа ҡарата).
□ Смолистый. Сайырлы ҡарағай. Сайырлы булыу. ■ Сәрпелгән сайырлы ағас киҫәктәрен телгеләп, ваҡ-ваҡ өйөмдәргә бүлеп бәйләне лә яр буйында йөрөүсе ҡунағына боролоп ҡараны [Ҡаһым]. Я. Хамматов.
2. Сайыры (I, 2) ҡалҡҡан. □ Серистый. Сайырлы йөндө иләүе ҡыйын.
САЙЫРСЫ (Р: собиратель живицы; И.: soft resin collector; T.: reçine toplayan) и.
Сайыр (I, 1) ағыҙыу менән шөғөлләнгән кеше. □ Собиратель живицы. Сайырсы ҡатындар. Сайырсы егеттәр. ■ Сайырсы үткән һайын ҡарағай олонона берәр һыҙыҡ өҫтәлә бара. 3. Ураҡсин.
САЙЫР ҺЫҘЫУ (сайыр һыҙ-) (Р.: надрезать кору сосны для получения живицы; И.: notch pine tree bark; T.: reçine almak için çamın kabuğunu hafifçe kesmek) ҡ.
Сайыр аҡһын өсөн ҡарағайға юлаҡтар һыҙыу. □ Надрезать кору сосны для получения живицы. Сайыр һыҙыуҙа эшләү. Сайыр һыҙырға кешеләр тәғәйенләнде. Сайыр һыҙыу менән булыу.
САЙЫҪҠАН (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһе аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени усерган. Сайыҫҡан аймағынан булыу. Сайыҫҡан аймағы ерҙәре. Сайыҫҡан башҡорто.
САЙЫУ I (сай-, сая) ҡ. ҡар. сайҡау II. Һауыт-Һабаны сайыу. Сынаяҡтарҙы сайып ҡуйыу. Ҡулды сайыу. ■ [Татлыбикә:] Ауыҙыңды сай, балам, аштан һуң ауыҙың осонор. Я. Хамматов. Ғәлиә өҙә баҫып йөрөп табын әҙерләне, ҡомғанға һыу һалды ла ирҙәргә ҡул сайырға ҡушты. Н. Мусин.
САЙЫУ II (сай-, сая) ҡ. диал. ҡар. сабыу IV. Балта менән айыра сайыу.
САЙЫХ (Р: своевольный; И.: self-willed; T: keyfince davranan) с. диал.
Үҙ һүҙле. □ Своевольный. Сайых бала. Сайых ир. Торғаны бер сайых кеше икәнһең.
САЙӘ [фарс.-чЬ] и. иҫк. кит. күләгә. Сайә төшөү. Ҡеше сайәһе. ■ Хөрриәт сайәһе ергә төштө, һәр бер ҡәүем күләгәгә йүгереште. С. Яҡшығолов.
САКАУАЙ [рус. соковой] (Р.: соковой; И.: dubbing juice treated; T.: özel madde suyunda işlenen (deri) с. һөйл.
1. Дуплағыс матдә һутында эшкәртелгән (күнгә ҡарата). □ Соковой. Сакауай күн.
2. Шул һутта эшкәртелгән күндән тегелгән. □ Соковой. Сакауай итек. Сакауай табанлы аяҡ кейеме. ■ Батинкаһы, батин-каһы, батинкаһы сакауай. Бер яһилдың китеүенә — икенсеһе гатауай. Таҡмаҡтан.
САКВОЯЖ [фр. sac voyage] (Р: саквояж; И.: traveling bag; T: yol çantası) и.
355