Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 356


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

CAKE
Юл сумкаһы, сумаҙаны. □ Саквояж. Кун саквояж. Саквояжды багажға тапшырыу. Саквояжға әйберҙәрҙе тултырыу. ■ Вахит бер мөйөшкә ҡуйылған саквояжды аҡтарырға тотондо. Ғ. Хәйри. Зиннәт артынса ҡулына бәләкәс кенә саквояж тотҡан, өҫтөнә каракул бурек менән ҡыйбатлы тун кейгән ҡаҡса ҡарт килеп инде. X. Мохтар.
САКЕ [япон] и. ҡар. сакэ. Саке эсеу.
САКИН [ғәр. (Р.: житель; И.: inhabitant, resident; T.: sakin, oturan) и. иҫк. кит.
Билдәле бер урында йәшәгән кеше.
□ Житель. Сакиндар йыйылышы. Сакиндар иғтибарына.
САКЛЯ [груз, сохли ‘ой’] (Р.: сакля; И.: hut (of Caucasian mountaineers); T.: dağlı damı) и.
Кавказдағы тау халҡы өйөнөң рустарҙа ҡабул ителгән атамаһы. □ Сакля. Сакляға инеу. ■ Бәләкәс сағында сакля тубәһенән йығылып имгәнгән [Боташ]. М. Кәрим.
САКРАЛЬ [лат. sacralis ‘изге’] (Р: сакральный; И.: sacral; T.: kutsal) с.
Традицияларҙы, ритуал һ. б. йолаларҙы сағылдырған. □ Сакральный. Сакраль һандар. Сакраль төҫтәр. Һуҙҙәрҙең сакраль мәғәнәләре.
САКРАМЕНТАЛЬ [лат sacramentalis] (Р: сакраментальный; И.: sacramental; T: gelenek haline gelmiş, kutsal) с.
1. Йола, дини, хөрәфәти. □ Сакраментальный. Сакраменталь мәғәнә. Сакраменталь йола. Сакраменталь һуҙҙәр.
2. Изге, табына торған. □ Сакраментальный. Сакраменталь урын. Сакраменталь мәмерйә.
3. кусм. Йолаға әйләнгән, ғәҙәткә ингән.
□ Сакраментальный. Сакраменталь һорау. Сакраменталь яуап. Сакраменталь мәсьәлә. Сакраменталь фраза.
САКСОФОН [фр. saxophone < Sax ‘уйлап сығарыусының фамилияһы’ + гр. рһопё ‘өн’] (Р: саксофон; И.: saxophone; T.: saksofon) и. муз.
Тел ҡуйылған тынлы музыка ҡоралы (тынлы һәм джаз оркестрҙарында ҡулланыла). □ Саксофон. / Саксофонный. Саксофонда уйнау. Саксофон өсөн яҙылған әҫәр.
■ Булат саксофонда бер башҡорт һәм бер сит ил композиторының көйон уйнап ишеттерҙе. «Торатау», 9 апрель 2011.
САКСОФОНСЫ (Р: саксофонист; И.: saxophone player; T: saksofoncu) и.
Саксофонда уйнаусы. □ Саксофонист. Оҫта саксофонсы. Саксофонсы сығышы.
САКУРА [япон] (Р: сакура; И.: sakura; Т: kiraz çiçeği) и. бот.
Декоратив сейә ағасы төрө һәм уның сәскәһе (япондарҙа уңыш символы булып һанала). □ Сакура, вишня мелкопильчатая (лат. Prunus serrulate,).
САКУШКА (Р: чека; И.: linchpin; T: kama çivi) и. диал. ҡар. сикәсөй.
Тәгәрмәсте кейҙергәндән һуң күсәр башына тығып ҡуя торған сөй. □ Чека (на оси телеги). Сакушка ҡуйыу. Кусәрҙең сакушкаһы төшкән. Тәгәрмәс һурылмаһын осон кусәргә сакушка ҡуялар.
САКЭ [япон] (Р: сакэ; И.: sake; Т: sake) и.
Япондарҙың дөгөнән эшләнгән алкоголле эсемлеге. □ Сакэ. Сакэ эсеу. Сакэ эшләу.
САҠ I (сағы) (Р.: время; И.: period; time; T: zaman, çağ) и.
1. Ғүмерҙең бер өҙөгөнә тура килгән ваҡыт. □ Время, пора. Бала саҡ. Егет саҡ.
■ Малай саҡта әсәһе менән еләккә барғанда ошолай косло яуын аҫтында ҡалғаны куҙ алдына килде Сынтимерҙең. Ш. Янбаев. Хәйретдин малай сағында һәр яҙ таңдан тороп өй янындағы ҡарт ҡайын башына менә лә ҡоштарҙың ҡасан йылы яҡтан ҡайтыуын зарығып көтә торғайны. Я. Хамматов. • Бала бәләкәй сағында беләккә ауыр, уҫкәс, йөрәккә ауыр. Әйтем. Ағас сыбыҡ саҡта бөгөлә. Әйтем.
2. Ниндәйҙер эш-хәл башҡарылған, нимәләрҙер барған ваҡыт, мәл. □ Пора. Дежурҙа саҡта. Еләк бешкән саҡ. Таң атҡан саҡ. ■ Ҡайҙа китте беҙҙең кук Уралда ат уйнатып яуҙар сапҡан саҡ. Б. Бикбай. Ә игенсенең иң куңелле, иң ҡыуаныслы сағы — мул уңышлы көҙ. Ә. Вәли. Нимә уйлағандыр Сәйҙел был саҡ, уның уйын мин дә белмәнем. Курҙем бары: яҙған ҡағыҙын йыртты һәм һундерҙе утын булмәнең. Ғ. Сәләм. Беҙҙең типһәк тимер өҙөр саҡтар данлы төҙөуҙәргә бирелгән. Ғ. Мәсғүт. Китер
356