Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 357


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҠАМА
генә сағым еттениһә, тор тиһәң дә тормам, әсәкәй. Сеңләүҙән.
♦ Йылы сағында (саҡта) ваҡытында, мәлендә, оҙаҡҡа һуҙмай. □ По свежему следу. ■ Куңелле һөйләшеуҙәр бер генә булманы, әлбиттә. Ләкин, .. йылы сағында яҙып ҡалдырмағанлыҡтан, кубеһе онотолған. С. Кулибай.
САҠ II (Р.: только что; И.: just now; T.: demin, yeni) р.
1. Әле генә, яңы ғына. □ Только что.
■ Беҙ килгәндә, саҡ эңер төшкән ине. Д. Юлтый.
2. Көс-хәл менән, көскә-көскә; ҡыйынлыҡ менән. □ Еле, едва. Саҡ атлап килеу. Саҡ кутәреу. Саҡ өлгөрөу. Саҡ риза булыу.
■ Быйыл Булат ауырып, .. беренсе класты саҡ тамамланы. 3. Биишева. Беҙҙең арала талаш китте. Әсәйем икебеҙҙе саҡ айырып ебәрҙе. Ғ. Минһажев.
3. (йәки саҡ ҡына) Хәбәре юҡлыҡ формаһы менән килгән һөйләмдә эш-хәрәкәттең була яҙыуын, көскә булмай ҡалыуын белдерә. □ Чуть. Саҡ ҡына илап ебәрмәнем. Саҡ ҡына ҡолап китмәнем. ■ Музыка уҡытыусыһының [ҡыҙыҡ холҡо] иҫемә килеп төштө лә.. саҡ көлөп ебәрмәнем. М. Тажи.
4. Ҡына киҫәксәһе менән бергә килеп, «бик әҙ, әҙ генә» мәғәнәһен бирә. □ Чуть-чуть. Саҡ ҡына асыҡ. Саҡ ҡына бейек. Саҡ ҡына ҡалдырыу. Саҡ ҡына шыуҙырыу.
■ [Тәнзилә әбей:] Сәғиҙә балаҡайым, һин самауырҙы яңыртып, сәй әҙерләгәнсе, мин саҡ ҡына ятып торайым әле. М. Тажи. Ғәйзулла бабай саҡ ҡына туҡтап торҙо. Н. Мусин.
♦ Саҡ ҡалыу ниндәйҙер бер хәлгә төшә яҙыу; шул хәлдән көскә ҡотолоу. □ Едва не оказаться в каком-л. положении. Бәләнән саҡ ҡалыу. Үлемдән саҡ ҡалыу. Ҡазанан саҡ ҡалыу.
САҠ III (Р.: впору; И.: to a nicety; T: iyi, tamam) с.
1. Таман, йәпле. □ Впору, как раз, в самый раз. Кулдәгең саҡ булған. ■ [Рәшиҙә:] Ҡейеп ҡара әле, саҡмы икән? И. Абдуллин.
2. кусм. Рухи теүәллекте, бөтөнлөктө белдергәндә ҡулланыла. □ Целый, совершенный. Ҡуңеле саҡ ваҡытта ғына һөйләшә.
♦ Саҡ булыу таман булыу. □ Быть в самый раз, так тебе (ему) и надо. ■ Ауылдаштарға рәхмәт инде, — тине ул [Гөлсәсәк], — мин, беҙҙе һанға һуҡмайынса, тибәреп тайғаның — саҡ булған! — тип битәрләп йөҙәтерҙәр, ҡыйырһытырҙар, тип ҡурҡҡайным. Д. Исламов. • Алыҫтағы саф булыр, бара-бара саҡ булыр. Әйтем. Саҡҡа килеү ҡыйын булыу, ҡыйынға төшөү. □ Оказаться трудным. ■ [Сәлимә:] Беҙҙең егеттәр менән уҫал булып та бик саҡҡа килә әле. А. Мөбәрәков.
САҠ IV (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivisions; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир. Саҡ аймағынан булыу. Саҡ аймағы кешеләре. Саҡ аймағы вәкиле.
САҠ V и. (баш хәреф менән) ҡар. Саҡ-Суҡ. ■ Саҡ менән Суҡ тураһындағы бәйет айырыуса ныҡ тәьҫир итте уға [Таңһылыуға]. М. Садиҡова.
САҠ VI (сағы) и. диал. ҡар. һаҡа. Малайҙар көнө буйы саҡ бәрешәләр ине.
САҠА и. диал. ҡар. һаҡа. Саҡа бәрешеу.
САҠАЙ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivisions; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ғәйнә ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Сакай (название родового подразделения башкир-гайнинцев). Сакай аймағынан булыу. Саҡай аймағы шәжәрәһе. Саҡай аймағы ерҙәре.
САҠАҠ (саҡағы) и. анат. диал. ҡар. соңҡа. ■ Мырҙаҡай .. буркен кутәреберәк, баштың саҡағынараҡ кейҙе. Ғ. Дәүләтшин.
САҠАЛТЫРАҠ (саҡалтырағы) и. диал. ҡар. һағалдырыҡ. Ҡушъяулыҡ саҡалтырағы. Тәңкәле саҡалтыраҡ. Мәрйенле саҡалтыраҡ.
САҠАМА (Р: шайба; И.: puck; Т: top) и. диал. ҡар. сәкән.
1. Сәкән (I, 1) тубы. □ Шайба. Саҡама һуғыу. Саҡама ҡапҡаға инде. Саҡама тәгәрәп китте.
2. диал. Сәкән таяғы. □ Клюшка. Саҡама яһау. Саҡама менән һуғыу.
357