Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 358


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҠАУЛАУ
САҠ АУЛ АУ (саҡаула-) (Р.: заикание кукушки при куковании; И.: cuckoo’s stutter; T: guguğun öterken kekelemesi) ҡ. диал. ҡар. һаҡауланыу.
Саҡырған тауышы ҡарлыҡҡан һымаҡ үҙгәреү (кәкүккә ҡарата). □ Заикание кукушки при куковании. Кәкүк саҡаулай.
САҠА УЛТЫРТЫУ (саҡа ултырт ) (Р: обманывать; И.: cheat; T.: aldatmak) ҡ.
Дөрөҫ булмағанды ысын итеп һөйләү; ялғанлау, алдау. □ Обманывать. Саҡа ултыртып китеү. Саҡа ултыртып һөйләү. Саҡа ултыртырға яратыу.
САҠБАЙ (Р: глухой; И.: deaf; T.: sağır) с. диал. ҡар. һаңғырау.
Ишетеү һәләте юҡ йәки кәм. □ Глухой. Саҡбай бабай. Саҡбай кеше. Саҡбай ҡарсыҡ.
САҠИНА (Р: жестяное или латунное кольцо на рукоятке ножа; И.: knife handle ring; T.: bıçak sapındaki teneke ya da pirinç halka) и. диал. ҡар. дүңгәләк.
Бысаҡ, бәке һабына кейҙерелгән тимер йәки еҙ дүңгәләк. □ Жестяное или латунное кольцо на рукоятке ножа. Саҡиналы бысаҡ. Саҡина кейҙереү. Еҙ саҡина.
САҠИЯ [ғәр. мН (Р: сакия; И.: device for irrigation; T.: sakiye) и. иҫк.
Ер һуғарыу тәгәрмәсе. □ Сакия (колесо для подъёма воды). ■ [Берәү] шығырлап торған саҡияны әйләндерә. 3. Ғәбсәләмов.
САҠҠЫС и. диал. ҡар. ҡаяу II, 1. Ҡорт саҡҡысы. Һағыҙаҡ саҡҡысы. Саҡҡысын батырыу.
САҠ Л АУ (Р: берёзовая роща; И.: birch grove; T.: akağaç ormanı) и. диал. ҡар. ҡайынлыҡ.
Өйкөлөшөп ҡайын үҫкән ер. □ Берёзовая роща. Оло саклау. Кесе саклау. Тыуған яҡ саклауы. Саклауҙағы бесәнлек.
САҠЛЫ I (Р: до; И.: till; T.: -e kadar, zamana kadar) бәйл.
1. Төбәү килештәге исемдәр, алмаштар менән килеп, ара, ваҡыт сиген белдерә; тиклем, хәтлем, ҡәҙәр. □ До, по (послелог с дат., род. и осн. падежами). Ауылға саҡлы. Йәйгә саҡлы. Ошоға саҡлы. Таңға саҡлы. Ҡасанға саҡлы. Тубыҡҡа саҡлы батыу. ■ Ә Төркөстандан Әбелхәйер йәйләүенә саҡлы — ун дүрт, унан хандың Ырғыҙ бу
йында урынлашҡан урдуғаһына — ете, Ырғыҙҙан Өфөгәсә ун алты көнлөк юл. Ғ. Ибраһимов. Фәтихте быуа янындағы боролмаға саҡлы юл ыңғайына бер автомашина килтереп ташланы. А. Мағазов. Бер йылдан Бумын ҡаған үлә һәм улы Истеми ҡағанға хәҙерге Ҡореянан Каспий диңгеҙенә саҡлы йәйрәп ятҡан дәүләт ҡалдыра. Б. Рафиҡов. Ауыр йөк тейәлгән арбаларҙың тәгәрмәстәре, туғынына саҡлы батып, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Я. Хамматов. • Ир йолаһы өскә саҡлы. Әйтем.
2. Төп килештәге исемдәр, төп һәм эйәлек килештәге алмаштар менән килеп, сағыштырма күләм, дәрәжәне белдерә; хәтлем, ҡәҙәр. □ Величиной с, с (послелог с дат., род. и осн. падежами). Буйы минең саҡлы. Йоҙроҡ саҡлы. ■ Ҡышҡы көндөң оҙонлоғо ни бары бер һаплам еп саҡлы ғына тип әйтерлек. Ғ. Ибраһимов. Түбәндә Яйык буйына ултырған Тирмә ауылының йорттары умарталыҡтағы умарталар саҡлы ғына күренә. М. Кәрим. Көн бөгөн аяҙ булмаҡсы — таң алдынан яҫтыҡ саҡлы ла болот ҡалманы, ҡайҙалыр таралып бөттө. И. Абдуллин. • Табылмаған мал — тау саҡлы. Әйтем.
3. Ҡабатланып килгән төп һүҙҙе бәйләп, юғары күләм, дәрәжәне белдерә. □ До (послелог, обозначает высшую степень чего-л.). Батша саҡлы батшаға барып еткәндәр.
■ һин күл саҡлы күлде күтәрерлек шундай бер бәһлеүәнһең икән. Әкиәттән.
САҠЛЫ II р. диал. ҡар. саҡ II. Саҡлы килеп еттем. Саҡлы ҡараңғы төштө. Саҡлы эшләп бөттөм.
САҠЛЫҠ бәйл. диал. ҡар. саҡлы I, 1, 2. Йоҙроҡ саҡлыҡ. Ойгә саҡлыҡ барыу. Таңға саҡлыҡ йоҡлай алмау.
САҠЛЫМ бәйл. диал. ҡар. саҡлы I, 1.
■ Әгәр уның ихтыярында булһа, ул [Тимер] бөгөн, ял көнө, атаһының тракторында кискә саҡлым кинәнә-кинәнә елдерер ине. Р. Байбулатов. Немецтар өҙлөкһөҙ рәүештә һауаға ракеталар сөйөргә керештеләр, улар тирә-яҡты әллә ҡайҙарға саҡлым яҡтырта. Д. Юлтый.
САҠЛЫ-СОҠЛО (Р: немного; И.: a bit; T: biraz, azıcık) р.
358