Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 359


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҠМА СЫЙЫУ
Бик әҙ генә. □ Немного, чуть-чуть, еле-еле, кое-как. Куҙе саҡлы-соҡло ғына курә. Ул заманды хәҙер саҡлы-соҡло ғына беләм. ■ Әйтеуҙәре буйынса, ғумерендә мал-тыуар аҫрамай, иген икмәй, бесән сапмай, йәйен-ҡышын балыҡ тотоп, кейек аулап, Кершәнник баҙарында шуларын һатып, улъя төшмәгән саҡтарында туған йәнле ағай-энеләре хәйеренә таянып, саҡлы-соҡло көн курә ул Һантый Хәлил, тигәйнеләр ҙәһә, ә ниңә һуң көпә-көндөҙ сыраҡ яндыра? Й. Солтанов.
САҠМА I (Р.: кремень; И.: flint; Т.: çakmaktaşı) и.
1. Сағып, һыҙа һуғып, ут тоҡандырыу өсөн ҡулланылған махсус таш. □ Кремень, огниво, кресало. М [Хул-хаш] ҡулдарын бушатҡас, салбар балағындағы йәшерен кеҫәһенән саҡма алып, ут саҡты һәм өйрәнсектәре табып килтергән ағастарҙың береһен ауырлыҡ менән тоҡандырҙы. Б. Рафиҡов. Старатель көнгә һарғайған ҡалын ҡағыҙҙы урап, яңынан тәмәке тултырҙы ла саҡмаһын саҡылдатып тоҡандырҙы. Я. Хамматов.
2. Мылтыҡтың пистонға һуға торған өлөшө; тәте. □ Курок. Мылтыҡ сакмаһы. Саҡманы ултыртыу. ■ Сәләхетдин тоҫҡап, сәкене тартһа, мылтыҡ атылмай ҙа ҡуя. Саҡманы кутәреп, бер иптәше сукетеп ҡарай — тауыш-тын юҡ. Н. Мусин. Мылтыҡ саҡмаһы ҡапыл пистонға һуҡты, .. шул ыңғайға кәбәктән йәҙрәләр атылып та сыҡты. С. Агиш.
3. миф. Им-томда ҡулланылған саҡма таш. □ Огниво, кресало (в мифологии выполняет очищающую функцию). ■ Ваба булһа, саҡма сағып, яңы ут менән өйҙәрҙе, кәртә-ҡураны төтәҫләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы » нан.
САҠМА II (Р: ящур; И.: foot-and-mouth desease; T.: kulâ) и. вет. диал. ҡар. бешмә.
Айыры тояҡлы малдың ауыҙы, тояҡ аралары иҙелеп ауырый торған йоғошло ауырыу. □ Ящур. Саҡма ауырыуы. Саҡма йоғоу. Малдарҙы саҡма яфалата.
САҠМАҠ (саҡмағы) и. диал. ҡар. саҡма 1,1. Саҡмаҡ менән ҡабыҙыу.
САҠМА ҠУТЫР (Р: короста; И.: scab; Т.: uyuz) и. мед.
Ҡутырлы шешек. □ Короста, болячка, струпья. ■ Башҡа саҡма ҡутыр сыҡһа, диңгеҙ кискән кешенән саҡма саҡтырып имләткәндәр. «Башҡорттарҙың ит-том кита-бы»нан.
САҠМАЛАУ (саҡмала-) (Р: рысить; И.: trot; T.: tırıs gitmek) ҡ. диал.
һикертеп юрғалау. □ Рысить. Саҡмалап сабыу. Саҡмалап юртыу. Ат саҡмалап сабып китте.
САҠМА МЫЛТЫҠ (мылтығы) (Р: кремнёвое ружьё; И.: flint rifle; T.: çakmaklı) и.
Саҡма таш менән сағып ата торған боронғо мылтыҡ. □ Кремнёвое ружьё. Саҡма мылтыҡтан атыу. Саҡма мылтыҡ аҫҡан һалдат. ■ [Солтандың] һул иңендә ялтыр ҡылысы, уң яҡлап аҫҡан саҡма мылтығы куренә. Ғ. Хөсәйенов.
С АҠМАН (Р: пистон; И.: percussion lock; T.: kapsül) и. диал.
Сәкегәндә ут сығарып патрондағы дарыны тоҡандыра торған бәләкәй генә металл ҡалпаҡ. □ Пистон (у ружья). Мылтыҡ саҡманы.
САҠМА САҒЫУ (саҡма саҡ-) (Р: высекать огонь кресалом; И.: strike fire with a flint; T.: çakmaktaşı ile kıvılcım çıkarmak) ҡ.
Саҡматаш менән ут тоҡандырыу. □ Высекать огонь кресалом. ■ Шаһиморат ныҡыша торғас, саҡма сағып, тәмәке тоҡандырып ебәрҙе. 3. Биишева. Сабирйән саҡма сағып ут тоҡандырҙы. Ф. Әсәнов.
САҠМА САҠТЫРЫУ (саҡма саҡтыр-) (Р: высекать огонь кресалом; И.: strike fire with a flint; T.: çakmaktaşı ile kıvılcım çıkarmak) ҡ. миф.
Шешекте саҡма сағып магик имләү ысулы. □ Высекать огонь кресалом (магический способ избавления от фурункула). ■ Саҡма шеш булһа, саҡма саҡтырыу имен ҡулланалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САҠМА СЫЙЫУ (саҡма сый-, саҡма сыя) (Р: очерчивать кремнём; И.: magical way of treatment; T.: (çıbanın) etrafını çakmakla çizmek) ҡ. миф.
Шешекте саҡма менән уратып сыйып магик имләү ысулы. □ Очерчивать кремнём
359