САҠМАТАШ
(фурункул) (магический способ лечения фурункула ). ■ Саҡма шеш булһа, саҡма сыялар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САҠМАТАШ (Р.: кремень; И.: flint; Т.: çakmaktaşı) и.
1. Сағып, һыҙа һуғып, ут тоҡандырыу өсөн ҡулланылған махсус таш; саҡма. □ Кремень, огниво, кресало. ■ Юлаусылар саҡматаштарын сағып, тәмәке көйрәтеп ебәрҙе. С. Кулибай. Ә саҡматаш тупаҫ, ябай ғына, әгәр һуҡһаң, эстән ут сыға. X. Ғиләжев. Бер ваҡыт мин, әле уҫмер сағымда, ҡояш батып барғанда Сағылтау башында йөрөгәнемдә, саҡматаш өйөмөнә тап булдым. М. Кәрим. Ҡасим ташҡа бер куҙ ташлауҙа уҡ уның боксит рудаһы тугеллеген, ә ябай саҡматаш икәнлеген белде. Н. Мусин.
2. ҡар. суйырташ. ■ Мәмерйәлә саҡматаштан яһалған ябай ҡоралдар бар. Д. Бураҡаев. Уҙған саҡта Өфө урамдарын саҡматаштар ҡала сағылып. С. Ҡудаш.
3. кусм. Ғәйрәтле, батыр, ирҙәрсә холоҡло кешегә ҡарата әйтелә. □ Кремень (о человеке стойкого мужественного характера). Ғәлим торғаны бер саҡматаш, ныҡ кеше.
4. миф. Им-томда ҡулланылған изге таш.
□ Кремень, кресало (в мифологии считается священным и применяется в качестве очищающего и отгонного средства). ■ Мал-тыуар ауырымаһын, имен булһын тип, яҙ көндәре беренсе көтөу алдынан саҡматаш сағып, уларҙы ыҫлайҙар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САҠМАТАШ УТЫ (Р: огонь, добытый кресалом и кремнём; И.: flint fire; T.: çakmak ateşi) и.
1. Саҡма сағып сығарылған ут. □ Огонь, добытый кресалом и кремнём. Саҡматаш уты сығарыу. Саҡматаш уты менән тоҡандырыу.
2. миф. Ен-шайтанды, зәхмәтте ҡыуыу им-томдарында ҡулланылған изге ут.
□ Очистительный, священный огонь, применяемый в обрядах очищения. Ауырыуҙы саҡматаш уты менән дауалау. Ен ҡағылғанда, саҡматаш уты сығарып имләйҙәр.
САҠМАТҮШ (Р: съёмный нагрудник; И.: kind of bib; T.: elbise altına giyilen bayan önlüğü) и. этн. диал. ҡар. алмиҙеү.
Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгенең алынмалы киң иҙеүе. □ Съёмный нагрудник. Саҡматуш тәңкәһе. Саҡматуш тағыу.
САҠМАУЫР (Р: зубило; И.: chisel; boaster; T.: keski) и. диал. ҡар. ҡырҡҡы.
Тимер ҡырҡа, таш игәй торған ҡалын ҡасау һымаҡ ҡорал. □ Зубило. Саҡмауыр менән ҡырҡыу. Ташты саҡмауыр менән шымартыу.
САҠМА ШЕШ (Р: фурункул; И.: boil; Т: çıban) и. диал.
Тиреләге шеш ауырыуы. □ Фурункул. Саҡма шеш сығыу. ■ Саҡма шеш тубыҡҡа, терһәккә сыға. Өҫтө ҡыҙыл булып, ҡатып тора. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САҠ МЕНӘН СУҠ и. миф. ҡар. Саҡ-Суҡ. Саҡ менән Суҡ кеуек осраша алмайҙар.
■ Ҡайҙалыр Саҡ менән Суҡ һағышлы ҡысҡыра. С. Шәрипов. Әкиәттәрҙә һөйләнелә торған Саҡ менән Суҡ бер-береһен табыша алмай өҙлөкһөҙ ҡысҡырҙы. И. Ғиззәтуллин. Элекке яҡын дуҫтар Саҡ менән Суҡ кеуек бер-береһенән йырағайҙы. Р. Байбулатов.
♦ Саҡ менән Суҡ шикелле йәшәү икең ике яҡта күрешә алмай интегеү, тилмереү, зарығыу. □ Томиться вдали друг от друга.
■ [Бибисара:] Ул көндәрҙе онотоу ҡайҙа ул. Саҡ менән Суҡ шикелле йәшәнек бит икебеҙ ике илдәрҙә. Ғ. Шәрипов.
САҠРЫМ (Р: верста; И.: verst (a Russian unit of distance equal to 1.067 meters (0.6629 mile); T: verst {1067 metrelik Rus uzunluk ölçüsü) и.
1. 1067 метрға тиң булған элекке алыҫлыҡ үлсәү берәмеге. □ Верста. / Верстовой. Биш саҡрым. Саҡрым ярым. ■ Кириллов-тың һаулығы насар булһа ла, куҙ төбәгән урынға — Өфөнән генә лә биш йөҙ саҡрым ерҙә ятҡан Яйыҡ ярҙарына килеп етеп, эштең берсә көйләнеуе уның куңелен уҫтерҙе. Ғ. Ибраһимов. Ике саҡрым ер киткәс тә беҙ ултырҙыҡ ҡалҡыуҙа. Бәйеттән. • Мең саҡрым юл бер аҙымдан башлана. Әйтем.
360