САҠСАУЫЛ
2. һөйл. ҡар. километр. ■ Һыртҡа күтәрелгәс, алда үҙән асылды, туғайҙы иңләп аҡҡан йылға, ә йылға аръяғында, ике саҡрым самаһы ерҙә, тауҙар күренде. А. Абдуллин. Бығаса үҙҙәренең ауылынан илле саҡрымдар алыҫлыҡтағы ҡаланан ары китеп өйрәнмәгән Сәғиттең күңелен юлға сығыу менән юҡһыныу биләп алды. И. Ғиззәтуллин.
САҠРЫМ БАҒАНАҺЫ (Р.: верстовой столб; И.: mile stone; T.: verst taşı) и.
Юлдағы саҡрым йәки километр араһын күрһәткән бағана. □ Верстовой столб. ■ Юл буйынса башы осланған саҡрым бағаналары ҡуйылған. Ж. Кейекбаев. Уның [юлдың] сит-ситтәрендә канауҙар ҙа, саҡрым бағаналары ла юҡ, тик «Уҫаҡ ҡыуаҡ башы» тип йөрөтөлгән соҡор аръяғында оҙон сиртмәһенә күнәк тағылған, бейек буралы ҡоҙоғо ғына бар. Ә. Вәли.
САҠРЫМЛАП (Р: вёрстами; И.: by the verst; T.: verstla)p.
1. Саҡрымға һалып. □ Вёрстами. Саҡ-рымлап үлсәү. ■ «Бохара ерҙәрен үҙем саҡрымлап үлсәтәм тигәйне, өлгөрә алманы [Кириллов], тәҡдир быны миңә ҡуша», — тип уйланды ярҙамсыһы Тәфкилев. Ғ. Ибраһимов.
2. Күпмелер саҡрым тирәһе. □ Около ... вёрст. Ике саҡрымлап ер. ■ Ат өҫтөндә йөҙ саҡрымлап юл үтеү үҙен һиҙҙерә, күҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре йомола. Т. Ғарипова. Төн булһа, артиллерия утына ҡарамаҫтан, окоптан артҡа, ярты саҡрымлап ергә, һыуға барабыҙ. Д. Юлтый. Ә бына машинала килгән геологтарҙың аҙаҡҡы туҡтар урыны оло юлдан егерме саҡрымлап ситтә. Н. Мусин.
САҠСА (Р: пороховница; И.: powderflask; T.: barutluk) и.
1. Мөгөҙҙән яһалған дары һауыты. □ Пороховница (охотничья), рожок для хранения пороха. Саҡсаға дары тултырыу. ■ Ун дүрт йәштән Аҡъюл мылтыҡ аҫып, саҡса тағып йөрөнө урманда. Р. Бикбаев. Иң мөһиме, ҡорал-яраҡ яраҡлау — уҡ-һаҙағын йүнәтергә, һөңгөләрен осларға, һынғандарын һапларға, ҡылыстарын ҡайрарға, һуйыл, киҫтәндәрен барларға, ҡалҡан, көйәктәрен табырға, йәҙрәһен әҙерләү, саҡса, ҡо-тоҡсаларын рәтләү. F. Хөсәйенов.
2. Мөгөҙҙән яһалған тәмәке һауыты. □ Портсигар из рога. ■ Ҡарт, .. кеҫәһенән саҡса сығарып, насыбай еҫкәй башланы. И. Көҫәпҡол.
3. Һунарсының бер ҡайышҡа теҙеп, биленә тағып йөрөткән мылтыҡ яһағы өсөн кәрәк нәмәләре (дары, дороп, пистон һауыты, дары үлсәгес һ. б.). □ Мешочек для охотничьих припасов. Саҡсаһында ни генә юҡ.
4. Саҡматаш һалып йөрөтә торған янсыҡ. □ Мешочек для кремневой зажигалки. Саҡсаға саҡматаш һалыу.
САҠСАҠ (саҡсағы) (Р: женская лисья шуба; И.: lady’s fox fur coat; T.: bayanların tilki kürk mantosu) и. этн.
Төлкө тиреһенән тегелгән ҡатын-ҡыҙҙар туны. □ Женская лисья шуба. Саҡсаҡ тектереү. Саҡсаҡ кейеү. Күркәм саҡсаҡ.
САҠ-САҠ (Р.: еле-еле; И.: barely; Т.: ancak, güçbelâ, zarzor) р.
Көс-хәл менән, көскә; ауырлыҡтар менән. □ Еле-еле, чуть-чуть, едва, насилу, с грехом пополам, кое-как. Саҡ-саҡ еңеп сығыу. Саҡ-саҡ өлгөрөү. ■ Хәлиулла өсөнсө тапҡыр атына һуғып ҡараны, тик кисә төндән бирле тын юлдан килеп арыған аттар, аяҡтарын саҡ-саҡ күтәреп, бер көйгә бара бирҙеләр. И. Ғиззәтуллин. Үҙҙәренең кешеләрен Туҡмуйрыҡ саҡ-саҡ эҙләп тапты. Ғ. Ибраһимов. Фазила үҙ тауышын үҙе лә саҡ-саҡ ишетте: уның ҡаушауы шул тиклем көслө ине. В. Исхаҡов. Йыраҡтан саҡ-саҡ ҡына ишетелгән йыр ҡолағына салынғас, ул [Йосоп] аҙ ғына ваҡытҡа үҙен үҙе онотто, ниндәйҙер татлы хыялға сумды. Н. Мусин.
САҠСАУЫЛ (Р.: саксаул; И.: saxaul', Т.: Haloxylon (çöl ağacı) и. бот.
Алабуталар ғаиләһенә ҡараған, Урта Азияның татырлы һәм ҡомло сүлдәрендә, ярымсүлдәрендә үҫкән ҙур булмаған япраҡһыҙ ағас. □ Саксаул. / Саксауловый (лат. Haloxylon). Аҡ саҡсауыл. Кара саҡсауыл. Саҡсауыл ҡыуаҡлығы. ■ Кылған, әрем үҫкән ҡола яландар артта ҡалды, һирәк-мирәк саҡсауыл ҡыуаҡтары күренә башланы. F. Аллаяров. Бер ҡомтүбә бар, уның итәгендә бер саҡсауыл үҫеп ултыра; бәйгеселәр тәүҙә
361