Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 362


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҠ-СОҠ
шунда бара, тигеҙ рәттәргә теҙелә һәм .. бында табан саба. Н. Мусин. • Саҡсауыл утын ҡыҙғансы, һикһәндәге ҡарт улер, саҡсауыл утын ҡыҙғандан һуц, ҡыҙыуына ҡыҙ улер. Әйтем.
САҠ-СОҠ р. диал. ҡар. саҡ-саҡ. Өйгә саҡ-соҡ ҡайтып еттек. Саҡ-соҡ эшемде бөттөм. Буранда саҡ-соҡ атлап барҙым.
САҠ-СУҠ (Р.: Сак и Сук (мифические образы двух братьев, проклятых матерью или мачехой и принявших: обличье птиц); И.: mythical twins; T.: Sak ile Suk (anneleri lânet eden ve kuşa dönüşen efsanevi iki erkek kardeş) и. миф.
Ике мифик ҡош (әсә ҡарғышынан ҡошҡа әйләнеп, бер-береһен курергә зар интеккән ике бер туған ир бала). □ Сак и Сук (мифические образы двух братьев, проклятых матерью и принявших облик птиц, зовущих в ночи друг друга кликом «сак» и «сук»). Саҡ-Суҡ бәйете. ■ Урман эсендә ҡоштар һайрайҙыр, ҡош араһында Саҡ-Суҡ илайҙыр. Бәйеттән. Бынан Емештец хәтеренә ҡауыша алмай илап ғумер иткән ике туған хаҡындағы Саҡ-Суҡ әкиәте килеп төшә лә, куҙҙәренә йәш эркелә. 3. Биишева. «Саҡ-Суҡ» бәйетен ятҡа уҡырға ярайҙыр бит? — тип һораны ла, мөғәллим баш ҡаҡҡас, Мифтахетдин әсәһенән отоп алған бәйетте һамаҡланы. Я. Хамматов. Камил тубәһе йондоҙло куккә тейеп торғандай куренгән Алтынтау яғына куҙ төшөрөп алды ла, елкәһен ҡашып: «Саҡ-Суҡ тауышы ишетеләлерме-юҡмы, әйтеуе ҡыйын», — [тине]. М. Садиҡова.
САҠСУР (Р.: меховая обувь; И.: fur footwear; T: kürk ayakkabı) и. этн. диал.
Тиренән тегелгән аяҡ кейеме. □ Меховая обувь. ■ Борон тире иләп, йөнлө яғын эскә ҡуйып, саҡсур тегә торғайныҡ. Экспедиция материалдарынан.
САҠТЫРЫУ I (саҡтыр ) (Р: спускать курок; И.: trigger; T: tetiği çekmek) ҡ.
1. Атыр өсөн сирттереү (атыу ҡоралын). □ Спускать курок. ■ [Гөлбостан:] Курше-кулән уянып сығыр ине, мылтығыңды тоҫҡап саҡтырһаң. М. Тажи. «Ат, ниңә атмайһың?!» — тип Бураншиндың асыуланып
ҡысҡырыуына Искәндәр мылтығын саҡтырып ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. сағыу 1,1. Саҡма саҡтырыу.
САҠТЫРЫУ II (саҡтыр ) ҡ. йөкм. ҡар. сағыу II. понуд. от сағыу II. Бал ҡортонан саҡтырыу. Йыландан саҡтырыу. ■ Бәләкәй малайҙар телләшеп торһалар, ололары тота ла, кесерткән йолҡоп алып, уларҙың яланғас ерҙәрен саҡтырып бөтөрәләр ине. Ғ. Хәйри.
САҠТЫРЫУ III (саҡтыр ) (Р: сглазить;
И.: put a hex on; T: nazar değdirmek) ҡ. диал.
Күҙ тейҙереү. □ Сглазить. ■ Саҡтырғанһың бит баланы. Экспедиция материалдарынан.
САҠЫРҒЫЛАУ (саҡырғыла-) (Р: звать;
И.: invite; T: ara sıra çağırmak) ҡ.
Һирәк-Һаяҡ саҡырып тороу. □ Звать, приглашать изредка кого, һирәк-һаяҡ ҡунаҡ та саҡырғылайбыҙ. Апайым да уҙенә саҡырғылап тора. Курше ҡарсыҡты ҡунаҡҡа саҡырғылап тора Хәмиҙә.
САҠЫРТЫУ (саҡырт-) (Р: вызвать; И.: summon; T: çağırmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер кеше йәки яҙыу, хат һ. б. аша кемделер үҙ яныңа килтертеү. □ Вызвать. Ауырый башлағас, әбей ҡалалағы ҡыҙын саҡыртып ҡайтарҙы. ■ Тевкелев башта Нурали хандың уҙен генә саҡыртып, икәуҙән-икәу куҙмә-куҙ аулаҡлап һөйләште. Ғ. Хөсәйенов. Еҙукәй баһадир, улы Ну-ретдинде саҡыртып, Һаҡмар буйында йәй-ләгән Дәурән мырҙаға сапҡын ебәрергә ҡушты. Ә. Хәкимов.
2. Берәй эш йәки маҡсат менән ҡайҙалыр килергә ҡушыу, саҡырып килтереү. □ Вызывать. Йыйылышҡа саҡыртыу. Кәңәшмәгә саҡыртыу. ■ Фәрзәнәнең бөгөнгөләй хәтерендә әле, Ғәлимйәнде һуғышҡа оҙатҡандың икенсе көнөндә ҡайныһы менән уны колхоздың яңы председателе Таңсулпан идараға саҡыртып алды. Ф. Әсәнов. Тик Ғәҙелгә еңеусе ҡиәфәтендә йөрөргә һис тә форсат бирмәнеләр: иртәгеһен ук уны обкомға, булек мөдиренә саҡырттылар. Т. Сәғитов. Каһарман кантонда ҡунаҡ булып йәшәгәндең икенсе тәулегендә Мифтахетдин Аҡмулланы губернаторға саҡыртып, махсус йомошсо килде. Я. Хамматов.
362