Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 363


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҠЫРЫУ
САҠЫРЫЛЫУ (саҡырыл-) ҡ. төш. ҡар. саҡырыу I. страд, от саҡырыу I. Йыйылышҡа саҡырылыу. Кунаҡҡа саҡырылыу. ■ Был юлы мулла хәҙрәт ауылдаштары менән иркенләп әңгәмәгә инмәне, береһе көн өйлә намаҙынан һуң бөгөнгөгә Хәйруллаларға балаға исем ҡушыу туйына саҡырылғайны — шуға китте. Ғ. Хөсәйенов. Яуап хатында Тоҡсура ғаҡрап, йәғни ҡара көҙ, аҙаҡтарында үҙенең Өфөгә саҡырылырын, унда барлыҡ старшиналарҙы ла йыясаҡтарын, шунда осрашып һөйләшергә иҫәп тотоуын яҙғайны. Б. Рафиҡов. Банкетҡа ике скрипканан торған оркестр саҡырылғайны, фортепианола уйнаусы бар ине. Ж. Кейекбаев. • Саҡырғанда бармаһаң, саҡырылыуға зар булырһың. Әйтем. Саҡырылмаған ҡунаҡ — юнмаған таяҡ. Әйтем. Саҡырылмаған туйға барғансы, ҡаҙылмаған гүргә бар. Әйтем.
САҠЫРЫЛЫП! (Р.: созыв; И.: convocation; T.: toplantı; toplantıya davet) и.
1. Эшләү, эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү өсөн ниндәй ҙә булһа коллегиаль органға һ. б. бер һайлауҙа һайланған вәкилдәр йыйылышы. □ Созыв. Ҡала советының икенсе саҡырылыш сессияһы. ■ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары дүртенсе саҡырылыш-тың 39-сы ултырышын үткәрҙе. «Йәшлек», 23 июнь 2011.
2. Билдәле йәштәге кешеләрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырыл ыу ы. □ Призыв (на военную службу). ■ Көҙгө саҡырылышҡа Башҡортостандан биш меңгә яҡын егет алынасаҡ. «Торатау», 4 октябрь 2011. БР Хәрби комиссариаты биргән мәғлүмәттәр буйынса, көҙгө хәрби саҡырылышта Башҡортостандан 12200 кеше Ҡораллы Көстәргә хеҙмәт итергә оҙатылған. «Йәшлек», 22 февраль 2011.
САҠЫРЫУ I (саҡыр ) (Р: звать; И.: call; T.: davet etmek) ҡ.
1. Тауыш биреп йәки ымлап үҙ яныңа килергә тәҡдим яһау, ҡушыу. □ Звать, вызывать. // Зов, вызов. Саҡырыуға яуап. Саҡырып сығарыу. Уйнарға саҡырыу. Ъ Кәңәшмә бөткәс, Басариев Азаматты сит
кәрәк саҡырып алды. Р. Солтангәрәев. Залдың икенсе ситендә кем менәндер һөйләшеп торған Саҡай Билалды саҡырып алды. А. Таһиров. • Айға ҡарап аҡырма, илгә бәлә саҡырма. Мәҡәл.
2. Алҡыш йәки тауыш менән башҡарыусыны сәхнәгә һ. б. сығырға һорау.
□ Звать (набие). ■ «Өстуған», «Перовский», «Заһиҙа» бейеүҙәрен, «Таштуғай» көйөн башҡарыусыларҙы [сәхнәгә ] ҡат-ҡат саҡырып сығарҙылар. Р. Солтангәрәев.
3. Берәй эш йәки маҡсат менән ҡайҙалыр килергә тәҡдим итеү, килергә ҡушыу. □ Приглашать. Йыйылышҡа саҡырыу. Концертҡа саҡырыу. ■ Бер шулай хат арҡылы ҡыҙҙар саҡырған, кил тип. Ш. Бабич. Коридорҙа ике сәғәт самаһы ары-бире һуғылып йөрөгәндән һуң, Әнүәрҙе беренсе секретарҙың кабинетына яңынан саҡырҙылар. Б. Рафиҡов. Күсимовты Мәскәүгә уҡырға саҡырып телеграмма килде. Я. Хамматов.
4. Һый-хөрмәт өсөн килергә өндәшеү, һый-хөрмәт күрһәтеү өсөн килтереү.
□ Приглашать. // Приглашение. Кунаҡҡа саҡырыу. Кунаҡ саҡырыу. Ашҡа саҡырыу. ■ Заһира апай Сараны әсәһе менән сәйгә саҡырып алды. Н. Мусин. Аҡһаҡалдар: «Эй, уҙаман! Кымыҙ эсеп үтсе!» — тип саҡырған [юлаусыны] үрге табынға. С. Кулибай. Кәңәшмәлә ҡатнашыусы кешеләрҙең ризалығын алғас, Боранғол буласаҡ кейәүен, уның ата-әсәһен һәм яҡын туғандарын ҡунаҡҡа саҡырып шул уҡ көндө сапҡын ебәртте. Я. Хамматов. • Саҡырғандың аты оло — ас ҡайтһаң да һөйләмә. Әйтем. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит. Әйтем. Үҙе ҡунаҡ саҡырған, үҙе баланға киткән. Әйтем. Һағынып барғандың хаҡы оло, саҡырып барғандың аты оло. Әйтем.
5. Ниндәйҙер бурысты үтәргә йәлеп итеү.
□ Призывать (на военную службу). ■ Беҙҙе 1915 йылдың яҙында хеҙмәткә ҡаралырға саҡырҙылар. Т. Йәнәби.
6. Ниндәйҙер эш башҡарырға, эштә ҡатнашырға тәҡдим итеү, үтенеп һорау, □х Звать, просить, приглашать. ■ Саҡырсы һин, .. тартынмайса саҡыр, мин килер
363