САҠЫРЫУ
мен, ҡар-буранлы юлһыҙ көндә лә. К. Кинйәбулатова.
7. Ниндәйҙер эш башҡарырға кеше алыу, эш тәҡдим итеү. □ Звать, приглашать. Мәктәпкә яцы директор саҡырҙылар. Райкомға эшкә саҡырҙылар.
8. Ниндәйҙер эшкә, маҡсатҡа ирешергә өндәү. □ Призывать кого. // Призыв. Көрәшкә саҡырыу. Яуға саҡырыу. ■ Салауат батыр уҙенец ғәскәрен һуғышҡа саҡырған саҡта ошо борғоно ҡысҡырттыра торған булған. 3. Биишева. [Гармун] куңелдәрҙе сиртеп, алғы көнгә, киҫкен көрәштәргә саҡыра. Ғ. Мәсғүт. [Таңһылыуҙың] кешеләрҙе тәрән уйландырған, ғәҙеллек өсөн берҙәм көрәшкә саҡырған шиғырҙары төрлө ҡитғаларҙа, төрлө илдәрҙәге хәуефле шартлау тулҡындары йөрәгендәге куптәнге йәрәхәтен һыҙлатып ебәреуе һөҙөмтәһендә тыуғайны. М. Садиҡова.
9. Кемдеңдер үҙен билдәле тәртип ҡыҫанында тотоуын талап итеү. □ Призывать кого к чему-н. // Призыв. Тәртипкә саҡырыу. Тыныслыҡҡа саҡырыу. Уяулыҡҡа саҡырыу.
САҠЫРЫУ II (саҡыр-) (Р.: куковать; И.: cuckoo; T.: ötmek {guguk kuşu hakkında) ҡ.
Тауыш биреү (кәкуккә ҡарата). □ Куковать. // Кукование. Кәкук саҡыра. ■ Һаҡауланған кәкук, һаҡмар буйын йәнләндерергә тырышып, тотлоғоп-тотлоғоп саҡырырға тотондо. А. Таһиров. Быйыл ғына сыҡҡан бала кәкук саҡыра белмәй саҡыра тау-ташта. Халыҡ йырынан. • Иртә саҡырған кәкуктең башы ауырта. Мәҡәл.
САҠЫРЫУ III и.
1. ҡар. саҡырыу ҡағыҙы 1. Саҡырыу алыу. Концертҡа саҡырыу бирҙеләр.
2. диал. ҡар. ҡунаҡ I, 2. Саҡырыуға киттеләр. Саҡырыуҙан ҡайттыҡ. Саҡырыуға барыу.
САҠЫРЫУ БИЛЕТЫ и. ҡар. саҡырыу ҡағыҙы 1. ■ Йәшкелт ҡағыҙҙа ситтәре биҙәкләп баҫылған саҡырыу билеттарының әле береһен, әле икенсеһен ҡарай-ҡарай, мин был ике билетты ни эшләтеу хаҡында уйлай башланым. Ә. Вәли. [Шәмсиә:] Бөрйән
улым, бына һиңә бик куп саҡырыу билеттары ҡалдырып киттеләр. Н. Асанбаев.
САҠЫРЫУ ҠАҒЫҘЫ (Р.: пригласительный билет; И.: invitation card; T: davetiye) и.
1. Ниндәйҙер тантанаға йәки тамашаға саҡырған ҡағыҙ. □ Пригласительный билет, приглашение. Юбилейға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәреу.
2. һөйл. Һуғышҡа, хәрби хеҙмәткә алынғанды белдергән рәсми документ. □ Повестка. ■ Куптән тугел Ринат лейтенант Михайлованан балиғ булмағандар эше буйынса инспекцияның микрорайондағы махсус булмәһенә килергә саҡырыу ҡағыҙы алды. Р. Байбулатов. Айбулат йәше буйынса киләһе яҙ айҙарында ғына һалдатҡа алынырға тейеш булһа ла, ҡыштың иң әсе буранлы айында уға .. саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө. Һ. Дәүләтшина. Ҡарҙар мә-реуләнеп, яҙ башланып торған мәлдә воевода Бутурлиндың Өфөгә саҡырыу ҡағыҙын алғас, юл өҙөлөр саҡта ни йомошо төштө икән, тип аптырабыраҡ торҙо ла, ныҡлап юл ҡалмаҫ борон барып ҡайтырға булды. Н. Мусин.
САҠЫРЫУСЫ (Р: тот, кто приглашает; И.: one who invites; T: davet eden kimse) и.
1. Нимәгәлер саҡырып алыусы. □ Тот, кто приглашает. Кунаҡҡа саҡырыусы.
2. этн. Туйға саҡырып килеүсе. □ Тот, кто приехал пригласить на свадьбу. ■ Саҡырыусыны һыйлап, дуғаһына яулыҡ бәйләп, ҡоҙалар артынан төшәләр. Экспедиция материалдарынан.
3. Үткән-Һүткән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеп, магазинға, ресторанға, күргәҙмәгә һ. б. урынға өндәүсе. □ Зазывала.
САҠЫРЫШЫУ (саҡырыш-) ҡ. урт. ҡар. саҡырыу 1,1—4. взаимн. от саҡырыу I, 1—4. Кунаҡ саҡырышыу. ■ һалдаттарҙан да иртә уянғаны Яйыҡ, Һаҡмар тал-лыҡтарындағы ҡоштар ғына булғандыр, улар куптән инде сырҡылдашып берен-бере саҡырыша башлағайны. 3. Ураҡсин. Мин шул Эреҫ әбейҙәрҙең кеше менән ҡатнашып, ағай-эне менән ҡунаҡ саҡырышып йөрөгәндәрен ғумеремдә кургәнем юҡ. Ғ. Дәүләтшин.
364