САЛА
САҠЫУ (сакы-) ҡ. ҡар. сәкеү 1. Беләҙек саҡыу. Көмөш һауытты саҡыу.
САЛ I (Р.: седой; И.: gray; T.: ak, ağarmış) с.
1. Үҙ төҫө юғалып, аҡ төҫкә кергән, ағарған (сәс, йөнгә ҡарата); аҡ. □ Седой. Сал сәс. Сал мыйыҡ. Сал һаҡал. ■ Таш ҡойма менән уратылған йорттоң ҡапҡаһы төбөндә ултырған сал сәсле, киң һаҡаллы, урта буйлы, йыуантыҡ кәуҙәле, кукһел-зәңгәр куҙле, өҫтөндәге ҡайтарма яғалы сатин кулдәге тышынан еңһеҙ камзул, аяғына кун итек кейгән Горгөри бабай ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы. И. Ғиззәтуллин. Әсмә апай ауырып киткәндән һуң, уға тиклем һәр ваҡыт шат куңелле булған Сәғит ағай бөтөнләй бойоҡто, сикәләрендә сал сәстәр куренгеләй башланы. X. Мохтар. Уҡыусыларынан ҡыҙыл шәлкемде алғас, уҡытыусының сал сәстәре кеуек ағарған йөҙө алһыуланып, яҡтырып китте. Р. Байбулатов.
2. Сәсе, һаҡалы ағарған; оло йәштәге, күпте күргән. □ Седой. Сал баш. Сал ҡарт. ■ Арынбаҫаров, ғорур сал башын юғары кутәреп, уткер ҡараштары менән Ҡаҙнабаевты бер көйҙөрә ҡарап алды ла ишекте асты. Д. Бүләков. Һай, ауыр һынауҙар төштө шул Юламан ҡарттың сал башына. 3. Биишева. Паром йөрөтөусе Гимади бабай һары сәсле, етеҙ хәрәкәтле кеше менән сал башын эйеберәк куреште лә паромға инергә ҡушты. Д. Исламов.
3. кусм. Аҡһыл төҫтәге. □ Белый. Сал болот. Сал ҡылған. ■ Убалар өҫтөндәге сал ҡылғандар, иртәнге талғын елгә уянып, һирпелеп ҡаранылар ҙа, гуйә, оло юлға сыҡҡан йәштәр өсөн ҡыуанып, баш сайҡанылар. 3. Биишева. Сал ҡылған ергә эйелә, әйтерһең, етен сәстәре менән дә ергә йәбешергә итә, ҡыу ҡамғаҡ ысҡына һәм артабан тәгәрләп китә, ҡылған төбөндә уның һорғолт орлоҡтары ғына ҡойолоп ҡала.
3. Ураҡсин.
4. кусм. Бик боронғо; ҡарт. □ Древний, седой. Сал дала. Сал Урал. ■ Беҙҙә сал тәбиғәтте лә йәшәртә торған көс бар. А. Игебаев. Сал дала иркен булғас, ҡырғыҙҙар бер йәйләуҙән икенсеһенә, икенсеһенән өсөн-сөһөнә кусә. Ғ. Хөсәйенов. Мөһабәт Ҡариҙел
сал Урал битләуенән һарҡып ҡына килеп сыға ла, аҡрынлап көс йыя-йыя, уҙенә юл яра, ярҙарына тулышып, алҡынлана башлай. Яр. Вәлиев. Далаларҙы киҫеп, кешеләр Бохара газын — зәңгәр ялҡынды сал Уралға илтеу өсөн көрәш алып баралар. М. Ғиләжев.
САЛ II (Р: седина; И.: gray hair, grayness; T.: ak saçlar) u.
1. Сәс, һаҡалға төшкән аҡ төҫ. □ Седина, проседь. Сал ҡунған. Сал төшкән. ■ Рамазан ағай сал төшкән сикәләренә саҡ-саҡ эләгеп торған куҙлеген ҡапыл һыпырып алды ла аш-һыу булмәһенә йунэлде. Р. Байбулатов. Ҡәйум ағай һирәк-һаяҡ сал төшкән мыйығын борғолап, бер аҙ фекерен туплап торҙо ла, һалмаҡ тауыш менән, ашыҡмайынса ғына һөйләй башланы. Д. Исламов. Йөрөй торғас, ул [Ғәндәлип] башына сал йугергән ҡартҡа әйләнә. Т. Килмөхәмәтов. Ә баяр куҙен йомоп, елгә янып ҡыҙарған биттәрен, сал төшә башлаған һаҡалын елберләтеп тик килә. 3. Ураҡсин. • Байтал бейә булғансы, башыңа сал инә. Әйтем, һаҡалға сал кермәйенсә, башҡа аҡыл кермәҫ. Әйтем.
2. кусм. Ҡартлыҡ. □ Старость. ■ Әгәр ҡайғы курһәң бер уҙең: «Ах, сал баҫҡан, — тимә, — ер йөҙөн». М. Кәрим. • Йөрәккә сал кермәй. Әйтем.
САЛ III (Р: проворный; И.: nimble; Т.: çevik, atik) с. диал.
Шәп, тиҙ, йылдам, етеҙ. □ Проворный. Сал юртаҡ. Сал елдәр. Сал егет.
САЛА I (Р: неполный; И.: inferior; substandard; T.: belirli seviyeden aşağı, tam olmayan) с. иҫк.
Тейешле кимәлгә, дәрәжәгә етмәгән, уртаса; ярым-ярты. □ Неполный, не дошедший до кондиции. Сала ҡымыҙ. ■ Темәс урманында атып киткәндәр. Ҡайһыһы улгән, ҡайһыһы сала йәнһәр ята. X. Ғәбитов. • Ярлының бер ту йыу ы — сала байығыуы. Мәҡәл.
САЛА II [ғәр5^>] (Р: намаз; И.: namaz, salat; T: namaz) и. иҫк. кит.
Мосолмандар тарафынан көнөнә биш башҡарылырға тейешле ғибәҙәт; намаҙ. □ Намаз (обязательная молитва у мусульман, совершаемая пять раз в сутки). Сала уҡыу.
365