Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 367


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛАУАТ
САЛАМҒУЛА УЛТЫРЫУ (саламғула ултыр-) (Р.: сесть на пятки; И.: squat; Т.: çömelmek) ҡ. иҫк.
Башты эйеп, ике ҡулды тубыҡҡа ҡуйып, йөгөнөкләп ултырыу. □ Сесть на пятки. ■ Күсәкбей Тураханға барып инә лә, алдына килеп, саламғула ултыра. Хан аптырап китә: бик ҙур үтенес менән килгәндә генә кеше шулай итә. «Бабсаҡ менән Күсәк».
САЛ АН (Р.: ленивый (о лошади); И.: sluggish (about horses); T.: tembel) с. диал.
1. Ялҡау тәбиғәтле, яй йөрөүсән (атҡа ҡарата); сабан. □ Ленивый (о лошади). Салан ат. Солан мал. Солан бейә.
2. Ярһыу, яндырай. □ Вспыльчивый. Салан кеше. Салан ҡыланыу.
3. Тиҙ ябығыусан (атҡа ҡарата).
□ Быстро худеющая (о лошади), кляча. Салан ат. Салан бейэ. Салан айғыр.
4. Тейешле кимәлгә, дәрәжәгә етмәгән, уртаса; сала (I). □ Неполный, не дошедший до кондиции. Салан ҡымыҙ.
5. Ярһыу (атҡа ҡарата). □ Горячий (о лошади). Салан ат сабып сыға ла китә. • Салан ат менән сәфәр сыҡма. Әйтем.
САЛАП с. диал. ҡар. сала I. Салап ҡымыҙ. Салап икмәк башы.
САЛАСА (Р: волокуша; И.: skidder; Т: yükü sürükleyerek götürmek, sürülen toprağı düzleştirmek için yapılan sade bir araç) и. диал. ҡар. һөйрәтке.
Йөк һөйрәтеү, һөргән ерҙе тигеҙләү һ. б. эш өсөн йәтешләп, ялбыр ботаҡлы ағастан йәки башҡа нәмәнән яһалған ябай ҡорал.
□ Волокуша. Саласа менән һөйрәтеү. Саласа менән өҫтөрәү. Саласа менән тигеҙләү.
САЛА-САЛ П Ы р. диал. ҡар. сала-сарпы II. Сала-салпы ғына ишетеп ҡалдым. Сала-салпы ҡолағыма салынып ҡалды.
САЛА-САРПЫ I (Р: половинчатый; И.: half and half; half faced; T: yanmyamalak) c.
Тейешенсә түгел; ярты-йорто, яҙа-йоҙа.
□ Половинчатый. Сала-сарпы мәғлүмәт. Сала-сарпы һүҙ. Сала-сарпы яуап. ■ Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип, мин сала-сарпы хәбәргә ышанманым. Ғ. Вәлиев.
САЛА-САРПЫ II (Р: немного; И.: a little; T: biraz) р.
Тейешенсә түгел; ярты-йорто, яҙа-йоҙа.
□ Немного, еле-еле, чуть-чуть. Сала-сарпы ғына ишетеү. Сала-сарпы һөйләү. ■ Врач заводта булған хәл тураһында судьяға сала-сарпы һөйләп алды. Ж. Кейекбаев. Немец телен сала-сарпы анҙшй башлағаны бирле, яйы сыҡҡан һайын, Ирназар асыҡ тәҙрәнән яцғыраған радио тауышына ҡолағын ҡарпайта. Ә. Хәкимов. Бына бер заман, көрт ярып бара торғас, мөскөлдәп эт өргән тауыштар сала-сарпы ғына ишетелгеләп ҡалды. Ғ. Ибраһимов.
САЛАТ I [ит. salato, salata ‘тоҙло’] (Р: салат; И.: lettuce; T: marul) и. бот.
1. Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған баҡса үҫемлеге (япрағын сей көйө ашайҙар). □ Салат. / Салатный (лат. Lactuca sativa). Салат түтәле. Салат япрағы. Салат сәсеү.
2. Шул үҫемлектең ит, йәшелсәләр эргәһенә һалып биреү өсөн әҙерләнгән япрағы. □ Салат. Салат ашау. Тәмле салат.
САЛАТ II [ит. salato, salata ‘тоҙло’] и. ҡар. турама. Итле салат. Помидор салаты. Торма салаты. ■ Егет бармаҡтары менән өҫтәлгә һуға-һуға менюҙы ҡарарға тотондо: ҡыҙҙырылған балыҡ, тауыҡ ите, .. салат. М. Тажи. Гөлнара шәмбе көн бешергән пирожкиҙарын йылытҡан, салат әҙерләгән. Н. Мусин. Кунаҡтар Фаиза апайҙары әҙерләгән салаттарҙы маҡтай-маҡтай ашай башланы. Р. Байбулатов.
САЛАУАТ I [ғәр. ûjL-a] (Р: хвалебная молитва; И.: lauditory prayer; T: salavat) и. дини
Маҡтау, данлау доғаһы. □ Хвалебная молитва. Салауат әйтеү. ■ [Мәғфүрә:] Өлкән ецгә, аяғыңды салауат әйтеп һыйпа, салауат әйтеп төкөрһәң дә ебәрә торған ул. һ. Дәүләтшина.
♦ Үткән эшкә салауат «булған эш булған, хәйерле булһын» тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ Что было, то было (не стоит вспоминать прошлое).
САЛАУАТ II (Р: клич; И.: battle cry; T: çağırma) и. этн.
Табын ҡәбиләһенең ораны. □ Клич, призыв племени табын. «Салауат!» тип саҡырыу.
367