Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 368


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛАУАТ ЕМЕШЕ
САЛАУАТ ЕМЕШЕ (Р.: белена; И.: henbane; T.: banotu) и. бот. диал. ҡар. тилебәрән.
Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, тилертә торған еҫле үлән. □ Белена (лат. Hyoscyamus). ■ Салауат емеше теш һыҙлауын баҫа. Экспедиция материалдарынан.
САЛАУАТ КҮПЕРЕ и. ҡар. йәйғор I. ■ Ямғырҙан һуц салауат купере һымаҡ, биҙәп уныц фекерен, уйын, тәуге һөйөу ҡалҡҡан, осратҡан бәхет менән ул һөйгән ҡыҙын. М. Хәй. Салауат купере куренһә, яҡшыға була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САЛАУАТЛАП (Р.: с хвалебной молитвой; И.: with a lauditory prayer; T.: salavat okuyarak) p.
Салауат әйтеп; маҡтап. □ С хвалебной молитвой. Салауатлап доға ҡылыу.
САЛАУАТ ЮЛЫ и. диал. ҡар. йәйғор I. Ямғырҙан һуц куктә салауат юлы һуҙылды.
САЛАХИӘТ [ғәр. и. иҫк. ҡар.
сәләхиәт. Салахиәт курһәткестәре.
САЛБАР [фарс. (Р: брюки; И.: trousers; T.: pantolon) и.
1. Билдән түбән кейелә торған балаҡлы өҫ кейеме. □ Брюки. / Брючный. Йорон салбар, һырыған салбар. Салбар ҡайышы. Салбар кейеу. ■ Байғужа баш аҫтынан алып салбарын кейә башланы. Д. Юлтый. Яҡуп, рогатканы алып, ҡалтырана-ҡалтырана салбар кеҫәһенә тыҡты. М. Кәрим. Нәзиф төргәкте тиҙ-тиҙ генә систе лә Илшат алдына көрәнһыу салбар, шундай уҡ төҫтәге гимнастёрка һәм фуражка килтереп ҡуйҙы. Ғ. Лоҡманов.
2. Киң балаҡлы өҫ кейеме. □ Шаровары, штаны. Салбар кейеу.
3. миф. Һаҡлау һәм ҡурсалау көсөнә эйә булған ирҙәр кейеме. □ Брюки (мифологизированная одежда мужчины, имеет обережную и отгонную силу). ■ Тыуым оҙаҡҡа һуҙылһа, ҡатынды ир салбары аша атлатҡандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САЛБАР ҠОТЛАУ (салбар ҡотла-) (Р: справлять торжества, связанные с обрезанием; И.: sort of circumcision rite; T.: sünnet düğünü yapmak) ҡ. этн.
Баланы сөннәтләү менән бәйле йола.
□ Справлять торжества, связанные с обрезанием. ■ Бөтөнөһө салбар ҡотларға тип, кустәнәстәр, буләктәр алып килә. «Башҡорт мифологияһы » нан.
САЛБАРЛЫ (Р: в брюках; И.: in trousers; T.: pantolonlu) c.
Салбары булған, салбар кейгән. □ В брюках. К Ҡырпыулы бурек кейгән, ситенә ҡыҙыл соға тотҡан ҡара буҫтау кәзәкейле, билен ҡыҙыл ебәк билбау менән быуған, йәшел ебәк тотҡан кук салбарлы, бейек ҡара итекле егет эйәрҙән һикереп төштө. һ. Дәүләтшина.
САЛБАРЛЫҠ (салбарлығы) (Р: материал для брюк; И.: fabric to make trousers; T: pantolon kumaşı) и.
Салбар өсөн туҡыма. □ Материал для брюк. ■ Атайыма бер салбарлыҡтан башҡа нәмә алып ҡайта алманым. Т. Йәнәби.
САЛБАРЛЫ ТАУЫҠ (тауығы) (Р: мохноногая курица; И.: feather-legged hen; T: bacakları tüylü tavuk) и. диал.
Аяғы ҡауырһын менән ҡапланған тауыҡ.
□ Мохноногая курица. Ишек алдында ем супләп йөрөгән тауыҡтар араһында салбарлы тауыҡтар ҙа бар ине.
САЛБАШ и. диал. ҡар. ҡашҡа. Быҙауҙыц маңлайында салбашы бар. Салбаш һыйыр. Салбаш ҡолон. Салбаш тәкә.
САЛ БӨРКӨТ (Р: седой орёл; И.: grey old eagle; T.: sal kartal) и.
Елкә һәм яурын ҡауырһындары һарғая төшкән оло бөркөт. □ Седой орёл. В Ыласын, бөркөт уҫкән, ай, Уралда [Ҡаһым турә] сал бөркөттәй һайлам ир ине. Халыҡ йырынан. Шундай урында тау яғалап барған саҡта һауала бер сал бөркөт килеп сыҡты ла, куреп-куҙәтеп ҡалырға кутәрелгән шикелле, ҡанаттарын йәйеп, һыбайлылар өҫтөндә талғын ғына осто. Ғ. Ибраһимов. Аҡъяурын сал бөркөттөң сацҡылдай-сац-ҡылдай уҙән буйлап ауыл өҫтонә килеп сығыуына һәм, шул тирәлә туңәрәкләп осоп йөрөгәндән һуц, алыҫтағы тау яғына китеп куҙҙән юғалыуына тәуге көндә иғтибар итеусе булманы ла шикелле. Ғ. Хисамов. Май ҡояшының наҙлы, йомшаҡ нурҙары аҫтында
368