Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 369


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛҒЫЙ
иркәләнеп, Ирәндек тауының текә ҡаяһында сал бөркөт ултыра. Ф. Әсәнов.
САЛҒАЙ р. диал. ҡар. салҡан. Салғай барып төшөү. Салғай ятыу. Салғай әйләнеү.
САЛҒАУ (салға-) ҡ. диал. ҡар. салыҡлау. Ат салғай.
САЛҒАШЫУ (салғаш-) (Р.: быть обузой; И.: be a burden; T.: birine yük olmak) ҡ. диал.
Кемгә булһа ла ҡарап эшләмәй ултырыу. □ Быть обузой. Уға салғашып ятмайым. Ата-әсәгә салғашып ятыу. Ҡатынына салғашып ята.
САЛҒЫ (Р.: коса; И.: scythe; T.: tırpan) и.
1. Ҡул менән бесән сабыу өсөн оҙон һапҡа һапланған, бөгөлгән ҙур бысаҡ рәүешендәге ҡорал. □ Коса. Алты сирекле салғы. Бәкес салғы. Һоноҡ салғы. Ҡул салғыһы. Салғы һабы. Салғы тотҡаһы. Салғы осо. Салғы төйҙәһе. Салғы йөҙө. Салғы ялы. Салғы сүкеү. Салғы яныу. Салғы һаплау. ■ Йылтылдай салғы ялҡын шикелле, йәп-йәшел улән ауа йөҙ тубән. Р. Назаров. Һыртын көмрәйтеп, ҡояшҡа ҡуйып ятһа ла, был тауҙағы уләндәр әллә ниндәй эҫегә лә көймәне, барыһы ла ҡамыштай буй уреп, салғы мороно инә алмаҫтай тығыҙ уҫте. Ш. Янбаев. Сабынлыҡҡа барып етеу менән бригадир Артыҡйән ҡартты ҡатын-ҡыҙҙарҙың салғыһын көйләргә ултыртты. Ф. Әсәнов. Алтынсәс, арбанан төшөп ҡалғас, һыныҡ салғыһын кутәреп, Ҡаҙаяҡ ярына барып баҫты. Ә. Хәкимов. • Яңы салғы ҡаты саба. Әйтем.
2. Машиналағы иген, бесән саба торған ҡорал. □ Коса, косилка. ■ Ҡоро көндә лобогрейканың салғыһы кутәргән саң Зөл-ҡәрнәйҙең кулдәктәренә, тамаҡ төбөнә, ҡолаҡтарына ултыра. Ғ. Дәүләтшин.
3. миф. Яман көстәрҙән һаҡлаусы, уларҙы ҡыуыу, ҡурҡытыу сараһы булараҡ ҡулланылған предмет. □ Коса (мифологизированный предмет, имеющий обережную и отгонную функцию). ■ Салғыны йәшен ваҡытында өҫкә күтәрергә ярамай, йәшен һөйрәй. Тыйыу. Осоноп ауырығанда, салғыны ҡып-ҡыҙыл итеп ҡыҙҙыралар ҙа, ауырыуҙы сығарып, өй мөйөшөнә ултыртып, шул
салғыға өс тапҡыр шыжлатып һыу бөркәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САЛҒЫ АШТАУ (салғы ашта-) ҡ. диал. ҡар. салғы ултыртыу. Бабай салғы аштап ултыра.
САЛҒЫ БЕҘЕ (Р: лезвие косы; И.: blade of a scythe; T: tırpanın bıçağı) и. диал.
Салғы йөҙө. □ Лезвие косы. Салғы беҙен саҡтырыу. Салғы беҙе ялтырап тора. Салғы беҙенә ҡулды киҫеп ебәреү.
САЛҒЫ БИҘЕ (Р: бородка косы; И.: edge of a scythe; T: tırpanın ağzı) и. диал.
Салғы һағағы. □ Бородка косы. Салғы биҙен йүнәтеү.
САЛҒЫ ИМЕ (Р: магический способ лечения болезней, наводимых нечистой силой; И.: wizardly way of healing; T: şeytandan gelen hastalıkları büyü kullanarak tedavi etmek) u. миф.
Ен-зәхмәт ҡағылыуҙы дауалау ысулы. □ Магический способ лечения болезней, наводимых нечистой силой. Салғы име килешә.
САЛҒЫЙ I (Р: пола (одежды); И.: fold; T: etek) и.
1. Ҡаптырмалы өҫкө кейемдең билдән түбән ике яҡ алғы өлөшө; сабыу. □ Пола (одежды). Салғыйҙы билгә ҡыҫтырыу. Салғыйҙы ҡымтыу. ■ Сәкмәненең оҙон салғыйҙарын ялпылдатып, [мулла] түргә уҙҙы.
3. Биишева. Хәбибуллин, салғыйҙарын елберләтә-елберләтә, ырҙынға ашыҡты. X. Ғиләжев. Ул [Муса мулла], ҡамалы йәшел тунының салғыйын тотоп, сананан төштө. М. Кәрим. • Һыу күрмәйенсә, салғыйыңды күтәрмә. Әйтем.
2. миф. Сабыйҙар өсөн ҡурҡыныс һаналған өҫ кейеме салғыйы. □ Пола одежды, штанина (мифологизированный опасный для младенцев предмет). ■ Йәш балалы өйгә ингәндә итәк, салғыйыңды йыйып йөрө, ен-шайтан бергә инер. «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
САЛҒЫЙ II (Р: птичье перо; И.: feather; T: kuştüyü) и. диал.
Ҡауырһын. □ Птичье перо. Ҡош салғыйы. Ҡаҙ салғыйы. Аҡҡош салғыйы.
13- 1.0072.15
369