Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 370


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛҒЫЙ
САЛҒЫЙ III (Р.: подножие горы; И.: foot of a mountain; T.: dağın eteği) и. диал.
Тау итәге. □ Подножие горы. Салғыйҙа ултырыу. Салғыйҙа бесән сабыу. Салғыйҙа еләк йыйыу.
САЛҒЫЙҘАРАр. диал. ҡар. салҡан. Сал-ғыйҙара барып төштө. Салғыйҙара ятыу. Салғыйҙара йөҙөу.
САЛҒЫЙЛАНЫУ (салғыйлай-) (Р.: обвисать; И.: droop, sag; T: sarkmak, salkımak) ҡ.
Һалынып төшөп тороу, салғыйға оҡшау.
□ Обвисать. К Оҙон мыйыҡтары, ҡарлуғас ҡанаты һымаҡ, салғыйланып тубән төшөп тора. Ғ. Ғүмәр.
САЛҒЫЙЛАУ (салғыйла ) (Р: стричь усы, оставив длинные узкие концы; И.: clip a moustache leaving the ends drooping; T: uçlarını uzun bırakarak bıyığı kesmek) ҡ.
Мыйыҡтың ике яҡ осон һалындырып, салғыйға оҡшатыу. □ Стричь усы, оставив длинные узкие концы. ■ Атайымдың салғыйлап ҡырылған оҙон мыйығы тубән һалынып төшкән. Ғ. Ғүмәр.
САЛҒЫ ЙӨҘӨ (Р: лезвие косы; И.: blade of a scythe; T: tırpanın bıçağı) и.
1. Салғының үткер ҡыры. □ Лезвие косы. Салғы йөҙөн уткерләу. Салғы йөҙөнә ҡырҡылыу.
2. миф. Ҡурсалау көсөнә эйә булған салғының үткер ҡыры. □ Лезвие косы, имеющее отгонную силу. ■ Мал тулләгәндә, салғыны өшкөрөп, салғы йөҙөн өҫкә ҡаратып ҡуялар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САЛҒЫ КҮТӘРЕҮ (салғы күтәр-) (Р: ритуальное поднятие косы; И.: sort of a magic rite; T: ayin gereği tırpanı kaldırmak) ҡ. миф.
Яман көстәрҙән һаҡлау өсөн салғыны өҫкә ҡаратып ҡуйыу. □ Ритуальное поднятие косы (для оберега от нечистой силы). ■ Малға ауырыу, яман заттар килмәһен тип, салғы кутәргәндәр. Экспедиция материалдарынан.
САЛҒЫ ҠАСАҒЫ (Р: брусок; И.: whetstone; T.: bileği taşı) и. диал.
Салғы яный торған ҡорал; яныуыс.
□ Брусок. Ҡайраҡ — салғы ҡасағы. Тимер салғы ҡасағы. Таш салғы ҡасағы.
САЛҒЫ ҠЫРЫ (Р: обушок косы; И.: back edge of a scythe; T: tırpanın tersi) и. диал.
Салғы төйҙәһе. □ Обушок косы. Салғы ҡырына бәрелеу.
САЛҒЫРТЛАУ (салғыртла-) ҡ. диал. ҡар. самалау I. Һөт әҙ, салғыртлап һал. Аҡсаны салғыртлап тотоноу. Аҙыҡты салғыртлап һалығыҙ.
САЛҒЫ СҮКЕШЕ (Р: молоток для отбивания косы; И.: hammer to draw down a scythe; T.: tırpan çekici) и.
Салғы тапау өсөн ҡулланылған сүкеш. □ Молоток для отбивания косы. Салғы сукеше һаплау. Салғы сукеше менән тапау.
САЛҒЫСЫ (Р: косарь; И.: haymaker; Т.: orakçı) и.
Ҡул салғыһы менән сапҡан кеше. □ Косарь. Салғысылар бригадаһы. Салғысылар эшкә китте. Салғысылар ярышы. ■ Бына ун-ун бишләгән салғысы, балыҡ өшкөткәндәге һымаҡ, теҙелешеп туғайға төшөп китә. Б. Бикбай. Салғысылар артынан йәшел бураҙналар кеуек ҡабарып ҡалған бакуйҙар һаны кубәйгән һайын, йәйрәп ятҡан болон куренеше уҙгәрҙе. Я. Хамматов. Салғысы бил ҡайышынан яныуысын һурып сығарҙы ла салғы яный башланы. X. Ғиләжев.
САЛҒЫ ТАЛЫҒЫ (Р: клин косы; И.: cleat of a scythe; T.: tırpanın çivisi) и. диал.
Салғы һынмаһын өсөн ҡарағошҡа сөйләнгән пластинка. □ Клин косы. Салғы талығы сөйләу.
САЛҒЫ УЛТЫРТЫУ (салғы ултырт-) (Р: насаживать косу на косовище; И.: put on a scythe; T.: tırpana sap takmak) ҡ. диал.
Салғы һаплау. □ Насаживать косу на косовище. Олатайым салғыны оҫта ултырта. Ҡарт ишек алдында салғы ултыртыу менән шөғөлләнә.
САЛҒЫ ҮТКЕРЕ и. диал. ҡар. салғы йөҙө. Салғы уткеренә киҫелеу. Салғы уткере ялтырап тора.
САЛДАН и. диал. ҡар. һандал II. Салданға һалыу. Салданда сукеу.
САЛДАУ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
370