САЛҠАҠ
Танып ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Салдау (название родового подразделения башкир-таныпцев). Салдау аймағы башҡорто. Салдау аймағынан булыу. Салдау аймағы ерҙәре.
САЛДЫЙ (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivisions; T.: Başkurt boylarının ismi) и. этн.
Юрматы, табын ҡәбиләләренең аймаҡ исеме. □ Салдый (название родовых подразделений башкир-юрматинцев, табын-цев). Салдый аймағы вәкиле. Салдый аймағы ерҙәре. Салдый аймағынан булыу.
САЛДЫР и. диал. ҡар. салыр 1. Ағас салдыр. Тимер салдыр. Салдыр менән һарына ҡаҙыу.
САЛ Д ЫРЫУ (салдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. салыу I. понуд. от салыу I. Мал салды-рыу. Һарыҡ салдырыу. ■ Мөхәмәтшәриф ахун уҙенең иҫән ҡалыу хөрмәтенә ҡорбан салдырҙы. Р. Өмөтбаев. Ошо көндәрҙә ул [олатайым ], аҙбарындағы өс һарыҡтың береһен ҡорбанға салдырып, Яппар хәҙрәттән Ҡөрьән сығартҡан. М. Садиҡова.
САЛ ЕЛӘГЕ (Р: клюква; И.: cranberry; Т.: turna yemişi) и. бот. диал. ҡар. мүк еләге.
Ялтырап торған мәңге йәшел ваҡ япраҡлы, алһыу суҡ сәскәле, ергә түшәлеп үҫкән ҡыуаҡ үҫемлек һәм уның емеше. □ Клюква (лат. Oxy coccus). Сал еләге ашау. Сал еләге йыйыу. Тәмле сал еләге.
САЛ ЖИЛӘК (жиләге) и. бот. диал. ҡар. сал еләге. Сал жиләк йыйыу. Сал жиләк ашау. Сал жиләк ҡыуағы.
САЛ ЖИМЕШ и. бот. диал. ҡар. сал еләге. Сал жимеш сәскәһе. Тәмле сал жимеш.
САЛИҠ (салиғы) [ғәр. (Р: приверженец религии; И.: person practising a religion; T: salik) и. иҫк. кит.
1. Бер мәҙһәп, дин тотҡан кеше. □ Приверженец религии, исповедующий религию.
2. Юлдағы кеше. □ Путник. ■ Шағирҙарҙың кубеһе — әһле салиҡ. М. Аҡмулла.
САЛИНГ [нидерл. zaling] (Р: салинг; И.: crosstrees; T: saling) и. диңг.
Судноларҙа кәрәк-яраҡ беркетелә торған брус рамдар. □ Салинг. Судно салингы.
САЛ ИР (Р.: лопаточка для копки съедобных корней; И.: spatula to dig up edible roots; T.: yenir bitki köklerini kazmak için küçük kürek) и. диал.
Ашарға яраҡлы үлән тамырҙарын ҡаҙыу ҡоралы. □ Лопаточка для копки съедобных корней. ■ Иртә тороп, салирымды алып сығып киттем. Экспедиция материалдарынан.
САЛИЦИЛ КИСЛОТАҺЫ (Р: сали циловая кислота; И.: salicylic acid; T.: asit salisilik) и. хим.
Дарыу матдәләре һәм буяуҙар эшләүҙә ҡулланылған төҫһөҙ органик кислота. □ Салициловая кислота. Салицил кислотаһы формулаһы.
САЛЙОҒОТ (Р: название одного из башкирских родов; И.: name of Bashkir clanal subdivisions; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Саль-ют (название одного из башкирских родов). Салйоғот ырыуы ерҙәре. Салйоғот ырыуы шәжәрәһе. Салйоғот ырыуының тарихы.
САЛҠАЙ р. диал. ҡар. салҡан. Салҡай ятыу. Салҡай барып төшөу. Салҡай йоҙөу.
САЛҠАЙТЫУ (салҡайт-) ҡ. ҡар. саң-ҡайтыу. Башты салҡайтыу.
САЛҠАЙЫУ (салҡай-, салҡая) ҡ. ҡар. саңҡайыу I. Салҡайып баҫыу. Салҡайып ултырыу. ■ Ә Юлдаш аяҡтарын кәмәнең арҡыры ағасына ныҡ терәп, салҡайып, бөтә көсө менән тырышып иште. 3. Биишева. Ҡотлобай Айбулаттың әле бөйөргә таянып, әле ҡул болғап, әле аяҡ алмашлап тыпырлап, бер салҡайып, бер эйелеп, орсоҡ кеуек зырлап әйләнеп яһаған ҡыланыштарына нисек булһа ла яуап бирергә тырышты. Һ. Дәүләтшина. • Салҡайғанға салҡай, башың куккә еткәнсе, иңкәйгәнгә иңкәй, башың ергә еткәнсе. Мәҡәл.
САЛҠАҠ (Р: изогнутый (о косе); И.: wrong position of a scythe; T.: yeterli derecede bükülmemiş (orak) с. диал.
Тейешле кимәлдә бөгөлмәгән; яҙынҡы, ҡайырынҡы. □ Изогнутый (о косе). Салҡаҡ салғы.
13*
371