Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 372


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛҠАН
САЛҠАН (Р.: навзничь; И.: face down; T.: sırt üstü) p.
Арҡа менән аҫҡа, йөҙ менән өҫкә ҡарап. □ Навзничь, лицом кверху. Салҡан ятыу. Салҡан барып төшөү. Салҡан йөҙөү. Салҡан йығылыу. Салҡан төшөп ятыу. Салҡан һалыу. Салҡан әйләнеү. ■ [Ғатаулла] баш аҫтына ике ҡулын һалып, урындыҡҡа салҡан ятты. Й. Солтанов. Салҡан ятҡан килеш күккә ҡараным. С. Агиш. Емеш, күңелендә бик ауыр, ҡараңғы булған саҡта, йәшел үлән өҫтөнә салҡан төшөп, оҙаҡ-оҙаҡ күккә текләп ятырға ярата ине. 3. Биишева. Ҡулдарын баш аҫтына һалып, салҡан ятҡан Нур янына кемдер шым ғына килеп ултырҙы. И. Абдуллин. Буранбай, баш аҫтына һалған ҡулдарын алмайынса, салҡан ятҡан килеш, ҡоштар тауышын тыңлауын дауам итте. И. Ғиззәтуллин.
САЛҠАНАН р. ҡар. салҡан. Салҡанан йығылыу. Салҡанан ятыу. Салҡанан әйләнеү.
САЛҠАР (Р: широкий; И.: wide; T.: geniş) с. иҫк. ҡар. киң 4.
Йәйелеп, йәйрәп ятҡан. □ Широкий, просторный. Салҡар ялан. ■ Аҡҡош, ҡыр ҡаҙҙары ҡалҡынышып, салҡар күлдә йөҙөп уйнайҙар. X. Ғәбитов.
САЛҠАРТЫН р. диал. ҡар. салҡан. Сал-ҡартын йығылыу. Салҡартын ятыу. ■ Дейеү тарыға баҫып тайып китте лә салҡартын барып төштө. Әкиәттән.
САЛҠАТАН р. диал. ҡар. салҡан. Салҡатан йығылыу. Салҡатан ятыу.
САЛҠЫ (Р: аркан для связывания основ плота; И.: thick rope to tie logs of a raft; T.: salın kirişlerini bağlamak için halat) и. диал.
Һалдың баш бүрәнәләрен беркетә торған бау. □ Аркан для связывания основ плота. Салҡыһы өҙөлөү.
САЛҠЫТЫУ (салҡыт-) (Р: будоражить кого, что; И.: excite; T.: heyecanlandırmak) ҡ.
Ашҡындырыу, ярһытыу. □ Будоражить кого, что. ■ Ышанмаһам, көтөр инемме, йөрәк, башҡайымды салҡытып. К. Кинйәбулатова.
САЛҠЫУ I (салҡы-) (Р: рваться; И.: be eager to; T.: can atmak) ҡ.
Ашҡыныу, ярһыу. □ Рваться, порываться, стремиться. ■ Ерәнсәкәй микән, әй, салҡыған, Етегән йондоҙ микән балҡыған. Халыҡ йырынан.
САЛҠЫУ II (салҡы-) ҡ. диал. ҡар. салыҡлау. Ат башын салҡып юрта.
САЛҠЫУ III (салҡы-) (Р: плескаться; И.: wash; lap; lip; T.: vurmak, dalgalanmak) ҡ. диал. ҡар. сайҡалыу.
Тулҡынланыу. □ Плескаться, расплёскиваться. Ырғыҙ бер ярҙан икенсе ярға салҡып ята. ■ Текә тау аҫтында, йылан һымаҡ бормаланып, [йылға] салҡып ағып ята. Ғ. Дәүләтшин.
САЛЛАНДЫРЫУ (салландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. салланыу, понуд. от салланыу.
■ Ахыры, йырҙар иртә салландыра гел йәш булыр өсөн үҙҙәре. Н. Нәжми.
САЛЛАНЫУ (саллан-) (Р.: седеть; И.: become gray; T.: ağarmak) ҡ.
Сал (I) булыу, салға әйләнеү. □ Седеть.
■ Күпме таңдар инде алланды, ҡара сәстәрем дә салланды. Ф. Рәхимғолова. Саллана төшкән сәстәре уға [Бикташевҡа] олпатлыҡ өҫтәгән кеүек. Яр. Вәлиев. Оҙон буйлы, төҙ, тура һынлы, киң күкрәкле, сикә сәстәре саллана башлаған полковник уға [Юлайға] таныш кеүек күренде. И. Ғиззәтуллин.
САЛ Л АТЫУ (саллат-) ҡ. ҡар. салланды-рыу. Сәстәрҙе саллатып йылдар үтә.
САЛМА и. диал. ҡар. сәллә. Салма салыу. Салма урау. ■ Мәхәлләнең иғтибарлы кешеһе, башлығы, мәсеттең мөтәүәллийе булғас, йома һәм ғәйеттәргә салма кеймәй барыуҙы килештермәй, үҙенә салма алды. М. Ғафури. Салмалы кеше Салих эргәһенә килде лә малайҙың усына ун тинлек көмөш аҡса һалды. X. Мохтар.
САЛМАБАШ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. ■ Нәркәс, салмабаш өҙөп алып, уға өрҙө. .. Уҡтарҙан торған салмаһы осоп төштө. И. Абдуллин.
САЛМАН (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Байлар ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Сальман (название ро-
372