Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 449


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САФ
САУЫР [фарс. I (Р.: туя; И.: arborvitae; T.: mazı) и.
Кипаристар ғаиләһенә ҡараған, япрағы артыштыҡына оҡшаған мәңге йәшел көньяҡ ағасы. □ Туя (лат. Thüja). Сауыр ҡайһы ваҡыт 60 метрға тиклем үҫә. Сауыр дымды ярата.
САУЫШ (Р: телохранитель батыра, хана; И.: khan’s bodyguard; T: çavuş) и. иҫк.
1. Батыр, хан эргәһендәге һаҡсы. □ Телохранитель батыра, хана. ■ Буран бей тиңһеҙ .. алышта сауыштары, нөгәрҙәре менән бергә һәләк булған. Ғ. Хөсәйенов.
2. Хәрби һуғышсыларҙан торған төркөм; нөгәр. □ Дружина. Сауыш туплау. Сауыш йыйыу. ■ Яуға барған сауыштың батырҙары күп булһын. М. Буранғолов.
САФ I [ғәр. (Р: чистый, без примесей; И.: pure; T: saf) c.
1. Үҙ составынан ғына торған, башҡа нәмә ҡушылмаған; таҙа (төрлө элемент, матдәгә ҡарата). □ Чистый, без примесей. ■ Саф көмөштәй йырҙарымды йырламайым алтын өсөн. Йырлайым тик саф көмөштәй саф йөрәк халҡым өсөн. Ш. Бабич. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул була. Д. Бураҡаев. Саф көмөштәй матур йырҙарыңда ғашиҡтарҙың дәртен дөрләтерлек ихлас һөйөү ҙә бар, наҙ ҙа бар. А. Игебаев. Бункерға гәрәбә кеүек саф иген аға. Ә. Вәли. [Тимер — Фатимаға:] Саф алтындан бит! Ҡайҙан алдың? Б. Бикбай. • Сабыр төбө — саф алтын. Мәҡәл.
2. Башҡа төр тоҡом ҡатышмаған, үҙ тоҡомо сифаттарын һаҡлаған (үҫемлек, хайуан һ. б. ҡарата). □ Чистопородный. Саф башҡорт тоҡомло ат. Саф бохар бесәйе. Саф бөрйән ҡорто. М Бөрйән бал ҡорттары саф тоҡомло, һыуыҡҡа сыҙамлы, балды күп йыя. Д. Бураҡаев.
3. Ҡаны башҡа ҡан менән ҡатнашмаған, бер состав ҡанлы. □ Чистокровный. Саф ҡан. ■ Ихтимал, Штайн саф немец та түгелдер: ҡарағусҡыл сәсле, ҡуңыр күҙле, киңсә битле. И. Абдуллин.
4. Тәбиғи төҫөндә булған, болғанмаған, үтә күренмәле, таҙа (һыуға һ.б. ҡарата). □ Чистый, прозрачный (о воде). ■ Бынан
һуң Фәһимдең сәскәле болондарҙа боландай сабыулап, бар матурлыҡҡа һоҡланып, ҡоштар моңона хайран ҡалып, көмөштәй саф һыулы йылғаларҙа һыу ҡойоноп, балыҡ ҡармаҡлап йөрөргә ваҡыты ла ҡалманы. И. Ғиззәтуллин. Шишмәнең һыуы теш сатнатырлыҡ һалҡын, үҙе саф, ҡояш нурында балҡып-нурланып сылтырай ҙа сылтырай. Д. Бүләков. Бағыр (һыртына төрлө төҫтәге төрткө төшкән затлы балыҡ) ваҡ тау йылғаларында, саф һыуҙа ғына була. Ш. Нафиҡов.
5. Туҙаны булмаған, таҙа; бөркөү, тынсыу түгел (һауаға ҡарата). □ Чистый, свежий. ■ һауа ғәжәп саф һәм туғай сәскәләренең хуш еҫе менән тығыҙлап тулышҡайны.
3. Биишева. Яландарҙың матурлығына һоҡланырға, саф һауаны туйғансы һуларға, өлөшөңә төшкән менән мөрхәтһенеп, һирәк-һаяҡ үҙеңә йылмайған мәлдәрҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк хәҙер, тип уйланы Рәшит. Б. Рафиҡов. Петербургтағы ғаиләһенән хат оҙаҡлауға эсе бошоп, кенәз Григорий Семёнович саф һауала оҙаҡ йөрөнө. Я. Хамматов. Саф һауала йөрөп, кәзә һөтө эсеп, Наилә харап шәбәйеп бара, әйтәгүр. Ә. Хәкимов. • Саф һауа — тәнгә дауа. Әйтем.
6. Болотһоҙ, томанһыҙ (күк йөҙөнә ҡарата); асыҡ. □ Чистый, ясный, безоблачный, открытый. М Һауалар саф, күк йөҙҙәре алһыу аҡ ҡына. Шуға баҙлап тора, ахыры, роза һәм ҡына. К. Кинйәбулатова. Малайҙарҙың ҡап-ҡара батҡаҡҡа буялған йөҙҙәрендә яҙғы күктәй саф, зәңгәр ике күҙҙең баҙлап тороуын иҫәпкә алмаһаң, был ике йән эйәһен әҙәм балаһы тип атау ҙа ҡыйын ине. Т. Ғарипова.
7. Асыҡ яңғырашлы, яҡшы ишетелгән (тауышҡа, өнгә ҡарата). □ Чистый, звонкий (о голосе, звуке). Саф яңғырау. ■ Гармундың саф тауышы йәштәрҙе йәнләндереп ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев. Уның [Әҙибәнең] көлөүе көмөш шөңгөрҙәй, саф һәм яңғырауыҡ. Г. Ғиззәтуллина. Уларҙың [ҡыҙҙарҙың] саф шишмә тауышын хәтерләткән тауыштары түбәнгә, Ҡариҙел буйҙарына табан аҡты. И. Насыри.
449