Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 450


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САФ
8. кусм. Ял иткән, арымаған, иҫән-һау.
□ Свежий, здоровый, обновлённый. Саф кеше. Саф баш менән эшләп алыу. ■ Кисәге йөрәкһенеу баҫылғас, иртәнге саф баштан әҫәрҙең етешһеҙлектәре айырым-асыҡ куҙгә ташланды. Г. Ғиззәтуллина. Ул [Фәтихов] ойоп китте. Саф айыҡ баш менән уянды. И. Абдуллин. Ҡымыҙҙың эҙмә-эҙлекле йоғонтоһо бер аҙнала һәм унан да иртәрәк беленә башлай: уҙеңде саф, сәләмәт кеше итеп тояһың, тын алыуы иркенәйә, биткә яҡшы төҫ керә. «Башҡортостан календары »нан.
9. кусм. Бөтә күңелен биргән, ихлас (көс, дәрткә һ.б. ҡарата). □ Чистый, благородный, честный. Саф куңел. Саф кеше. ■ Ваҡлыҡты, тубәплекте белмәй уҫкән саф һәм ғорур йөрәкле [Зөлхизә] уҙен уҙе онотоп, ярһып һөйә. 3. Биишева. Беҙҙең тормош һөйә намыҫ менән саф көс һалған таҙа хеҙмәтте. Д. Юлтый. Мин һөйөрмөн, иркәм, һине, куңелең саф булһа ғына. М. Хәй. Рәхмәт һиңә, моңсан йөрәк, тубәнселектән ерәндең, керләнеуҙән ҡурҡа-ҡурҡа, саф булырға өйрәндең. Ҡ. Даян.
10. Тейешле нормаға, ҡағиҙәгә тап килгән, дөрөҫ (тел, стилгә һ.б. ҡарата).
□ Чистый, настоящий, правильный (соответствующий принятым нормам). Саф башҡорт телендә һөйләу. Саф ғилми стиль. Саф халыҡ телен ҡулланыу. ■ Ул [Дамир] атаһы менән, һәр ваҡыттағыса, саф башҡортса һөйләшергә тырыша. Н. Мусин. 30—40 йылдар элек әҙәби әҫәрҙәрҙә алйот, тубыҡ, тоҡ, мышар кеуек саф башҡорт һуҙҙәре осраманы тиерлек. В. Хажин. «Яҙ, — тине Фәтихов саф немец телендә. — Гитлер беҙҙе алданы. Мин герман ғәскәрҙәренең еңеуенә башҡа ышанмайым». И. Абдуллин.
11. Бер ниндәй гөнаһы булмаған, әхлаҡ яғынан боҙолмаған, тотанаҡлы; ғиффәтле, пак. □ Честный, невинный, порядочный; благородный; непорочный; девственный. Саф бала. Саф ҡыҙ. Саф йәшлек. ■ Көн дә туҡып тормаһа ла, ҡыҙҙарҙың кейәугә сыҡҡансы саф булырға тейешлеге хаҡында ситләтеп-митләтеп һуҙ ҡуҙғатҡаны булғыланы Хаяттың. С. Шәрипов. Кукрәгемдең михрабында ултыра шәфҡәт яндырып, нур
лы шәфҡәттән яралған бер мәләктәй саф ҡатын. Ш. Бабич. Бөгөн беҙ ҡушылдыҡ. Бөтә донъя ана ниндәй саф, ғиффәтле, куркәм. М. Кәрим. Әй ғиффәтле, саф Минреһылыу... Битеңдең иң осонда нурлы миңең. Үҫеп етеп киләлер зифа буйың. С. Яҡшығолов. • Ку-ңеле сафтың эше саф. Мәҡәл.
12. кусм. Юғары әхлаҡлы лыҡ менән һуғарылған, юғары маҡсатлы. □ Высокий, настоящий, чистый, возвышенный. Саф мөхәббәт. Саф төйғо. ■ Сәғиҙә ауыл йәштәренең йырҙарына ла, уҙҙәренә лә һәм эскерһеҙ, саф мөхәббәтенә лә ғашиҡ булғандай, көлөп ебәрҙе. М. Тажи. [Айбу-латтынф йөрәге әллә ниндәй бер юғары, таҙа, саф дуҫлыҡ, мәңгелек ышаныс менән тулҡынып тибә ине. һ. Дәүләтшина.
13. Бер ниндәй алдыҡһыҙ, ысынды сағылдырған; бер ниндәй бысраҡ уйһыҙ, эскерһеҙ; хәйләһеҙ, тоғро һәм намыҫлы. □ Честный, искренний, с чистой совестью, невинный; надёжный. Саф намыҫ. ■ Ниндәй саф Гөлназдың куҙҙәре, зәп-зәңгәр һауа төҫлө! Б. Ноғоманов. Саф выжданым менән бөгөнгө көн хаҡ һуҙ биреп, һеҙгә ант итәм. Т. Йәнәби. • Инсафлының теле саф. Мәҡәл. Саф булһаң, һыу кеуек бул, һыу һәр нәжесте кутәрә. Мәҡәл.
14. Ниндәйҙер юл менән ҡулға ингән, табылған. □ Чистый; наличный. Саф табыш. Саф аҡса.
15. Тормоштан ситкә киткән, тормош менән бәйләнмәгән. □ Чистый (отдалённый от реальности, не связанный с жизнью). Саф теория. Саф фәнни ҡараш. Саф ғилем.
♦ Саф күңелдән ысын күңелдән, ҙур ихласлыҡ менән (ниҙер эшләу). □ От всей души, с удовольствием. Саф куңелдән буләк итеу. Саф куңелдән изге теләк теләу.
САФ II [ғәр. (Р: ряд, шеренга, строй, колонна; И.: row; rank; T: saf) u.
1. Бер һыҙыҡҡа теҙелеп баҫҡан йәки барған кешеләр һәм башҡа нәмәләрҙең билдәле тәртиптәге рәте һәм шул рәтте төҙөгән төркөм. □ Ряд, шеренга, строй, колонна. һалдаттар сафы. Сафта тороу. ■ Котошов, тулҡын-тулҡын һөҙәк убалы асыҡ ергә ыңғайлағас, осраҡлы рәуештә
450