САФТАН СЫҒАРЫУ
һыуҙа ҡойонғас, Нурйәндең тәне сафланып китте. С. Бәҙретдинов. Эй сихырлы.. мандолина!.. Әйҙә һыҙҙыр, сафланайым. Ш. Бабич. һәр йотомдоң рәхәт һалҡынлығы күңел борсоуҙарын ҡыуырлыҡ, йөҙҙәреңде уның һыуы менән тик сафланыр өсөн йыуырлыҡ. Ә. Таһирова. Төркиҙәр һәр саҡ хәрәкәттә булған, улар шулай сафланған, шулай пакланған. Ф. Аҡбулатова.
5. Матурланып, нәфисләнеп китеү.
□ Посвежеть, стать свежим. М Карам .. биттәре алһыуланып, сафланып киткән Зильдаһын ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫты. Н. Мусин. Гөлназ уҙе лә матурланып, сафланып китте баланан һуң. Б. Ноғоманов.
6. кусм. Эскерһеҙ, саф күңеллегә әйләнеү. □ Облагораживаться, облагородиться. // Облагораживание. ■ [Рәғиҙә:] Ҡайғыларыңды һөйләп, Луизаның баш осонда берәй тапҡыр йәш ҡойғаның бармы, Сәфәр? Илаһаң, йәнең йыуылып, куңелең сафланыр ине. С. Хафизов. Кешеләр уларға [аҫыл айғырҙарға] ҡарап һоҡланырға тейеш, сафланырға тейеш, ғалилыҡҡа кутәрелергә тейеш. Т. Килмөхәмәтов.
САФЛАНЫУ II (сафлан-) (Р.: построиться (рядами, в шеренгу), выстраиваться; И.: draw up in line; T.: dizilmek) ҡ.
Саф (II) булып теҙелеү, сафҡа баҫыу.
□ Построиться (рядами, в шеренгу), выстраиваться. Сафланып атлау. Сафланып һөжум итеу.
САФЛЫҠ (сафлығы) (Р.: чистота, незагрязнённость, свежесть; И.: cleanness; purity; T.: saflık) и.
1. Саф (I, 1—5) хәл, торош. □ Чистота, незагрязнённость, свежесть. Алтындың сафлығы. Сафлыҡҡа һоҡланыу. Тәбиғәт сафлығы. И Мотаһар һаҡлыҡ менән генә Фи-раяны кукрәгенә ҡыҫты, онотолоп, уның сәстәренә һеңгән иртәнге сафлыҡты еҫкәне. Д. Бүләков. Башҡорт атының тоҡом сафлығын һаҡлау — айырым мәсьәлә, сөнки ат заводтары башҡорт атына ниндәй генә тоҡомдарҙың ҡанын ҡушып ҡарамаған. Д. Шәрәфетдинов. Әллә был тынғыһыҙ ҡыҙҙың [Вәлимәнең] алсаҡлығы, әллә бер ҡатлыланып, уны уҙ тиңе куреп, уйнай-
көлә һөйләшеуе, әллә инде ошо урман кеуек ук сафлыҡ аңҡытып торған матурлығы Нурғәлене әсир итте. Н. Мусин.
2. Тоғролоҡ, намыҫлылыҡ; эскерһеҙлек. □ Верность, честность, искренность, чистота, подлинность, безупречность. Күңел сафлығы. Выждан сафлығы. Мөнәсәбәттәрҙең сафлығы. I* Тәбиғәт донъяһының кешене ихласлыҡҡа, сафлыҡҡа өндәуе, бикләнеп ятҡан яҡты тойғоларға юл табып биреуе раҫ шул. Ә. Хәкимов. [Сәмиға инәй:] Мин һинең сафлығыңа ышанам, ҡыҙым. Бөтә кеше теленә алғас, аптыраған көндән әйтәм инде. М. Ишбулатов. [Ғәҙелбанаттың] алһыуланған йөҙөндә бешеп еткән ҡыҙҙарҙа ғына була торған илаһи бер сафлыҡ, йылтыр куҙҙәренән нур бөркөлә. Н. Мусин.
САФСАТА [ғәр. (Р: бессмыслица, вздор, болтовня; И.: blab; rot; T: safsata) и.
1. Кәрәкһеҙ, мәғәнәһеҙ оҙон хәбәр; буш һүҙ. □ Бессмыслица, вздор, болтовня. Ғәмһеҙ сафсата. Сафсата һөйләу. ■ Данил ағаһы уның [Камилдың] шиғырҙарын травиаль сафсата тип иҫәпләне. Т. Ғиниәтуллин.
2. Ялған хәбәр, һүҙ; уйҙырма. □ Ложь, враньё. ■ Агрономдың сафсатаһы Ғафуриҙың кәйефен боҙҙо: «Был тупраҡты, туған, һуҡа ҡартайта!» — тине лә кабинаға инеп тә китте. С. Кулибай.
САФСАТА ҺАТЫУ (сафсата һат-) (Р: нести вздор; И.: twaddle; T.: saçmalamak) ҡ.
Мәғәнәһеҙ, буш хәбәр һөйләү. □ Нести вздор, пороть чепуху, пустословить. ■ Бикбулат ул бер улаҡтан һыу ағыҙып тик ята, ҡылдый-былдый борғоланмай, һатмай артыҡ сафсата. Ш. Бабич. Ә беҙ шул арала уның [Сәйфетдиндең] уҙенең кем икәнлеге тураһында аҙыраҡ сафсата һатып алайыҡ. Р. Ғабдрахманов.
САФ-САФ (Р: в виде шеренг, рядов, рядами; И.: in rows; T: sırayle) p.
Рәт-рәт булып, теҙелеп, шеренгалар менән. □ В виде шеренг, рядов, рядами. Саф-саф булып барыу. Саф-саф булып атлау.
САФТАН СЫҒАРЫУ (сафтан сығар-) ҡ. йөкм. ҡар. сафҡа сығыу, понуд. от сафҡа сығыу. ■ Капитанға дошман самолёт-тарының снаряд ташыусы тягачты саф
453