САЯЛАНЫУ
Сихырлағыс. □ Чарующий, очаровательный. Сахиранә нурлы йондоҙҙар. Сахиранә күҙҙәр. К Фани ғына донъя алдатҡыстыр, сахиранә ҡылды ялғандан. Ғ. Хөсәйенов.
САХИХ [ғәр. (Р.: верный; И.: true; T.: sahih) с. иҫк. кит. ҡар. дөрөҫ II, 1 — 3.
Ысын. □ Верный, правильный, истинный. ■ Әткәм, үҙең наҙанға һин ғилем ҡәҙерен белмәнең. Теле фәсих, һүҙе сахих — әнкәм бирә белмәнең. Бәйеттән.
САХРА [ғәр. и. ҡар. сәхрә. Н Икһеҙ-сикһеҙ ҡайнар ҡом сахраһын ярып бара сабыр дөйәләр. Р. Ғарипов. Шул ваҡыт Булаттың күҙ алдына ҡаҙаҡ сахраһы килеп баҫты. Д. Юлтый. [Йәш егет] ҡараңғы ярыҡҡа килеп төшкәс кенә киң сахраларын уйлай башланы. И. Насыри. Былар күмәкләп бер матур күл буйына, сахраға барып сыға. Әкиәттән.
САХТӘ |фарс. (Р: фальшивый; И.: false; T.: sahte) с. иҫк. кит. ҡар. ялған.
1. Алдыҡ. □ Фальшивый, ложный, обманный, поддельный. Сахтә документ. Сахтә ҡағыҙ. Сахтә һумлыҡ.
2. Әҙер, эшкәртелгән. □ Готовый, обработанный. Сахтә таҡта. Сахтә утын.
3. Төҙөлгән, күтәрелгән. □ Построенный, возведённый. Сахтә йорт. Сахтә һәйкәл.
САШЕ [фр. sachet ‘тоҡсай’] (Р: саше; И.: sachet; T.: saşe) и.
1. Төрлө тәмле еҫле үләндәр һалынған янсыҡ. □ Саше (мешочек с душистыми травами). Сашеға үлән һалыу. Сашеға үлән йыйыу.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеү-төҙәнеү нәмәләре һалынған бәләкәй сумка. □ Саше (матерчатая сумка с вышивкой, предназначенная для хранения носовых платков, расчёсок и т. п.; косметичка). Сашеға ҡулъяулыҡ, тараҡ, ҡаш төҙәтә, ирен буяй торған нәмәләр һалынған ине.
САЯ I (Р: бойкий; И.: corky; brave; T: çevik) с.
1. Ҡыйыу, сәсрәп, янып торған; үткер. □ Бойкий, смелый; отчаянный. Сая ҡатын. Сая ҡараш. ■ Сая телле шаян ҡыҙыҡайҙың йөҙө бөгөн ап-аҡ булыуын, күҙҙәренә тулышҡан йәштең бына-бына ағып китергә
әҙер тороуын шәйләп өлгөргәндәр егеттәр. М. Ғәли. Алтын сәсен текә итеп тарап маңлайына өйгән, ҡырыҫ холоҡло, үткер телле сая ҡатынды ул [Вася] көтөп ала башланы хәҙер. И. Ғиззәтуллин. Фәтҡулла, һуғыштан ҡайтыу менән, кеше ауыҙында йөрөгән яман хәбәрҙәргә лә ҡарамайынса, ауылдағы иң сая, шаталағыраҡ холоҡло, һылыулыҡта берәүгә лә ал бирмәгән Тәлиәгә өйләнде. Н. Мусин. [Өләсәһе — Илһамға:] Сәфәрбикә исемле сибәр, сая, мәргән ҡыҙ хөрмәтенә ошо яланға уның исемен ҡушҡандар. С. Бикмөхәмәтова.
2. Ажарлы, көслө. □ Мужественный, отважный; бесстрашный; сильный. Сая яугир. Сая кеше. Сая ҡаршылыҡ. Сая елдәр. Сая тулҡын. Сая алыш башланды. ■ Сая рухлы, тура һүҙле булдың, һис булманы һинең ялғаның. Ә. Таһирова. Бындай өйрәтелгән аттарҙы, сая егеттәрҙе Кинйәнең күргәне булды. Ғ. Ибраһимов. Башҡорттар һуғышта ал-ял белмәҫ, аяуһыҙ сая монголдарҙың атлы ғәскәрҙәре нимә һәм нисек икәнен дә күҙ алдына килтермәйҙәр ине. Ғ. Шафиҡов. • Аттың саяһы — юрға. Мәҡәл.
3. Үҙәк өҙгөс, әсе (тауышҡа ҡарата). □ Пронзительный. Бөркөттөң сая тауышы саңҡылданы. Н Алҡыштар оҙаҡ дауам итте, береһенән-береһе сая орандар, әсе һыҙғырыуҙар туҡтауһыҙ яңғыраны. Ә. Хәкимов. Ғәҙәттә үҙен тота белгән Нурдәүләттең .. яғымлы күкрәк тауышы сая яңғырай ине. М. Хәйҙәров.
САЯ II (Р: бойко, смело; отчаянно; И.: bravely; foolhardily; T: çevik) р.
Ҡыйыу, үткер, осҡор, баҙнатлы. □ Бойко, смело; отчаянно. Сая һөйләшеү. Сая һуғышыу. ■ Тоғроларҙан булды ул тоғрораҡ, саяларҙан булды саяраҡ. Р. Бикбаев. Шул йомшаҡлығын һиҙҙермәҫкә тырышып, ул [Зариф / үҙен дорфараҡ һәм кәрәгенән артыҡ сая тоторға тырышты. X. Мөҙәрисова.
САЯЛАНЫУ (саялан-) (Р: быть бойким; И.: be bold, spry, smart; T: çevik olmak) ҡ.
1. Сәсрәп торған үткергә әйләнеү, ҡыйыуланыу; сая (1) булыу. □ Быть бойким, смелым, отчаянным. Ай-Һай, саяланған ҡыҙы, егетең ары торһон. I Ошо сараһыҙлыҡ уны һындырырмы, бахыр, мәжнүн бер йән
455