Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 456


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЯЛАШЫУ
итерме, әллә саяланып, ҡеүәтлерәк көскә әйләнерме Мәҙинә? Т. Ғарипова. Нисә әйтһәң дә, уның алдында .. саяланып бөткән сос һәм таһыллы ауыл малайҙары баҫып тора ине. К. Мәргән.
2. Аяуһыҙ уҫалға әйләнеү. □ Становиться злым, злиться. // Злоба. ■ Айыу саяланып ҡысҡырып, Ғәйзулласа ташланды, ул ялтанып ҡалды. Т. Сәғитов. Дошман саяланып ҡаршылыҡ күрһәтә. М. Гәрәев.
3. Ҡыйыуға, саяға (I, 2) әйләнеү. □ Стать смелым, бойким. Я Был сибәр ҡыҙ ат өҫтөндә оҫта йөрөй, йылдан-йыл саялана бара. И. Ғиззәтуллин.
4. Ниндәйҙер тәьҫирҙән көс алыу; ҡыйыуланыу, ғәйрәтләнеү. □ Осмелиться, стать отчаянным. ■ [Асия] саяланып, үҙҙәре менән гел йәнәшә үк барған машинаға бармаҡ аша ирен сәләме тапшырып йылмайҙы. Р. Мөхәмәҙиев. [Закир] саяланып, текә ярҙан һыуға һикерҙе. 3. Биишева. Кешелә шундай ваҡыттар була: ҡаршыһында үлем торғанда ла батырлана, үлем менән көрәшеү дәрәжәһенә етә, саялана. Ғ. Хәйри.
5. Әсе тауыш менән ҡысҡырыу. □ Пронзительно кричать.
САЯЛАШЫУ (саялаш-) (Р: злиться, проявлять злость; И.: be angry; T.: kızmak) ҡ. диал.
Уҫаллашыу. □ Злиться, проявлять злость. Артыҡ саялашыу. Уның һайын саялашыу. ■ Был ҡот осҡос йыртҡыслыҡ Киев халҡын тетрәтә, бер аҙға йәндәрен паралич һуға, ә подпольщиктар саялашып, тағы ла аяуһыҙыраҡ көрәш башлайҙар. И. Абдуллин.
САЯЛЫҠ (саялығы) (Р: смелость; И.: audacity; T.: cesaret) и.
Сая (I, 1, 2) булыу сифаты. □ Смелость, отчаянность. ■ Тумжығыраҡ танаулы, ҡыҫыҡ күҙле булһа ла, алсаҡлығы, илгәҙәклеге, саялығы уны [Заһиҙәне] һөймәлекле итә ине. Н. Мусин. Алпарҙың тырышлығын, саялығын Туҡтағол яҡшы белә. Ғ. Ибраһимов. Бығаса күрелмәгән батырлыҡ, саялыҡ менән осрашырға иҫәп тотмаған монголдар ирекһеҙҙән сигенергә, ябыры
лып килгән башҡорттарҙан артҡа китергә мәжбүр булды. Ғ. Шафиҡов.
САЯН I (Р: скорпион; И.: scorpion; Т.: akrep) и.
1. зоол. Үрмәксегә оҡшаған ағыулы көньяҡ бөжәге. □ Скорпион (лат. Scorpiones).
■ Саян, әгәр ҙә дошманын еңеүгә ышанмаһа, үҙен үҙе саға, үҙенең ҡойроғондағы ағыуҙы түбәһенә батыра. Ғ. Хәйри. Һары һандыҡ эсе мыжғып торған йылан да саян, ти. Әкиәттән.
2. (баш хәреф менән) астр. Йондоҙлоҡ исеме. □ Скорпион (созвездие).Саян йондоҙлоғондасы йондоҙҙар.
3. Йондоҙнамәнең һигеҙенсе тамғаһы.
□ Скорпион (восьмой знак зодиака). М Саяндар өсөн иң шифалы үләндәр: ҡара бөрлөгән япраҡтары, ялпаҡ һуған, керән, арыҫлан ауыҙы, әрем һәм сарсапиль. «Башҡортостан календары» нан. Саяндар — ҡурҡыуһыҙ заттар. Дуҫлыҡҡа тоғролар. Кемдәндер күргән изгелекте лә, яуызлыҡты ла онотмайҙар. Т. Ғәниева.
4. миф. Кире семантикаға эйә булған мифлаштырылған бөжәк. □ Скорпион (мифологизированное насекомое нижнего мира, воды; имеет отрицательную семантику). Саян сағыуынан һаҡланыу доғаһы.
■ Саян — аҫҡы донъя мәхлүге. «Башҡорт мифологияһы » нан.
САЯН II (Р: злой; И.: wicked; T.: kötü) с.
Яуыз, зәһәр; уҫал (кешегә ҡарата).
□ Злой. Саян кеше. Саян егет. Саян етәксе.
САЯНЛАНЫУ (саянлан-) (Р: становиться злым; И.: get wicked; T.: kötü olmak) ҡ.
Яуызға, уҫалға әйләнеү, йыртҡысланыу.
□ Становиться злым. ■ Мин [ҡартәсәйемдән] барыбер төпсөнәм: «Саянланды кеүек яңғырай. Уҫалланды, артыҡ ҡыйыуланды тигән мәғәнәләме?» Г. Яҡупова.
СБОР [рус.] (Р: сбор; И.: rally; T.: toplantı) и.
1. Балалар ойошмаһы йыйылышы.
□ Сбор. Пионерҙар сборы. Дружина сборы. Отряд сборы. Н Сборға әҙерләнеү һәм уны үткәреү осоронда пионерҙар бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ өсөн көрәштең йәйелдерелеүе, өлкәндәрҙең уға удар хеҙмәт менән өлөш
456