Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 457


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СВАНДАРСА
индереуҙәре тураһында белделәр. «Көнгәк», 30 июль 2011.
2. Хәрби әҙерлек өсөн ваҡытлыса са-ҡырылыш; лагерь сборы. □ Лагерный сбор. Сборға барыу. Сборға йыйыу. ■ Ибра-һимдарҙыц часын Ташкентҡа ике айлыҡ сборға ебәргәйнеләр. Р. Өмөтбаев. Шул уҡ кисте клубта — сбор сержантов, эргәһенә кил дә ултыр мин [Гриша]. С. Шәрипов.
СБОР УЙНАУ (сбор уйна-) (Р: трубить сбор; И.: sound the assembly; T.: toplanmaya sinyal vermek) ҡ.
Йыйылырға сигнал биреү. □ Трубить сбор. Иртәнге сәғәт 8-ҙә ук сбор уйнанылар. ■ Ҡапыл барабан телгә килде, борғосо сбор уйнаны. Б. Рафиҡов.
СБРУЙ [поляк zbroja ‘кәрәк-яраҡ, ҡорал-ҡорамал’] (Р: сбруя; И.: harness; T.: koşum) и. ҡар. ҡамыт-дуға.
1. Арбаға, санаға ат һ. б. егеү өсөн ҡулланылған бөтә кәрәк-яраҡ. □ Сбруя (совокупность предметов, предназначенных для запряжки или седлания лошади и других тягловых животных). / Сбруйный. Сбруй һатып алыу. Ат сбруйы. И Йәрминкәнән ул [Гариф] еҙ көмбәҙҙәр менән семәрләнгән ҡайыш сбруйҙар алып ҡайтты, кырандас алып ебәрҙе. Ж. Кейекбаев. Имеш, завхоз идара аттарына биш сбруй һатып ала була. Отчётта сбруй бар, ә ғәмәлдә конюх ҡарамағында — юҡ. Р. Камал. Ун һигеҙенсе быуатта, батша указына ярашлы, башҡорт ауылдарында тимерлек тотоу рөхсәт ителмәй, ә кемгә төрән, салғы, ат сбруйы кәрәк, улар ҡаланан һатып алынырға йәки ҡалала яһатылырға тейеш. Д. Бураҡаев.
2. иҫк. Боронғо хәрби кейем һәм ҡоралдар. □ Снаряжение, доспехи. Рыцарь сбруйы. Сбруй йунәтеу. Сбруй әҙерләу.
3. шаяр. ирән. Һунар кейеме һәм кәрәк-ярағы. □ Одежда, амуниция. Һунар сбруйы.
СВАБ [ингл. swab ‘йыуыусы’] (Р: сваб; И.: swab; T.: bez, küçük pamuk topağı) и.
1. Нефтте ер аҫтынан сығарыу өсөн скважина ҡорамалы. □ Сваб (скважинное оборудование: поршень, снабжённый клапаном, который спускают на канате в колонну насосно-компрессорных труб). Сваб
төшөрөу. Сваб йыйыу. ■ Свабты кире һурып сығарғанда, уға эйәреп нефть тә ер өҫтөнә килеп сыға. Ә. Бикчәнтәев.
2. Еүеш нәмәләрҙе (һыу, ҡан, шыйыҡлыҡ) ҡорота торған мамыҡ киҫәге йәки башҡа материал (таяҡсаға урап, яра таҙартыу, операция яһаған урынды ҡоротоп тороу, дарыу һөртөу өсөн ҡулланыла). □ Сваб (кусочек ваты или какого-л. другого хорошо впитывающего влагу материала, который наматывается на палочку и используется для очистки ран и т. д.). Операция ваҡытында сваб биреп тороу. Сваб менән таҙартып алыу.
СВАБЛАУ (Р: свабирование; И.: swabbing; Т: petrol çıkarma usulü) и.
Поршень ярҙамында нефть сығарыу ысулы. □ Свабирование (устаревший способ скважинной добычи нефти с помощью подвешенного на тросе поршня). Сваблау ысулы. Сваблау ҡулланыу.
СВАЙ I [рус.] (Р: свая; И.: pile; stilt; T.: kazık) и.
Төрлө ҡоролма аҫтына терәк итеп ҡағылған тимер, бетон йәки ағас бағана.
□ Свая (деревянный, металлический или железобетонный стержень, который заглубляют в землю в основании зданий, сооружений для придания прочности фундаменту). Ағас свай. Купер свайы. Я [Тырышбаев] свайҙарҙы ныҡ ҡаға, ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп ҡаға. И. Ғиззәтуллин.
СВАЙ II (Р: упряжка цугом; И.: tandem team; T: çifte koşum) и. диал.
Ослап егелгән ат. □ Упряжка цугом. Беҙҙә атты свайға ебәреп егәләр.
СВАН (Р: сваны; И.: Svan; T: Svanlar) и. этн.
Кавказ тауҙарының көньяғында йәшәүсе ерле халыҡ. □ Сваны (народность сванской группы картвельской языковой семьи). / Сванский. Сван ҡатыны. Сван ҡыҙы. Сван теле.
СВАНДАРСА (Р: как сваны; И.: like Svans; T: Svanca) р.
Свандарға хас булғанса; свандар кеүек.
□ Как сваны. Свандарса бейеу. Свандарса йырлау. Свандарса йәшәу.
457