СВАНСА
СВАНСА (Р.: по-свански; И.: in Svan; T.: Svanca) р.
Сван телендә. □ По-свански. Сеанса аңлау. Сеанса һөйләшеү.
СВАРКА [рус.] (Р: сварка; И.: welding; Т.: kaynak) и. ҡар. иретеп йәбештереү.
Бер-береһенә тейҙерелгән ике тимерҙе һ. б. иретеп, машина деталдәрен, конструкцияларҙы һәм ҡоролмаларҙы бергә тоташтырыу процесы. □ Сварка (процесс соединения металлических деталей с помощью регулируемого плавления). Сварка уттары. Сварка йойо. ■ [Геннадий:] Богон әйҙә бульдозерҙы ходка ебәрһен. Сварка алып килһен. Б. Рафиков. Асыҡ майҙанда балҡыған сварка уттары күҙҙәрҙең яуын ала. Ә. Байрамов.
СВАРКАЛАУ (сваркала-) (Р: сваривать; И.: weld; T.: kızdırıp kaynak yapmak) ҡ. ҡар. иретеп йәбештереү.
Сварка яһау. □ Сваривать. Торбаларҙы сваркалау. Рельстарҙы сваркалау.
СВАРЩИК (сварщигы) [рус.] (Р: сварщик; И.: welder; T.: kaynakçı) и.
Сварка яһау менән шөғөлләнгән кеше; иретеп йәбештереүсе. □ Сварщик. Сварщиктар һәнәре. Сварщик эше. ■ [Геннадий:] Сварщиктар бармы арағыҙҙа? Б. Рафиҡов. Мотаһар сварщиктар менән һөйләшеп, ҡәбер өсөн тимер рәшәткә һәм осона ай беркетелгән тумбочка һымаҡ нәмә эшләтеп алып ҡайтты. Д. Бүләков.
СВАСТИКА [санскр. swasti ‘сәләмләү, уңыш теләү’] (Р: свастика; И.: swastika; Т.: gamalı haç) и. ҡар. әүернә.
1. Иң боронғо һәм киң таралған (баш-баштары тура мөйөшләп бөгөлгән тәре рәүешендәге) билдә, график символ; хәрәкәт, тормош, Ҡояш, яҡтылыҡ, именлек, тыныслыҡ, байлыҡ, муллыҡ, бәхет, уңышлыҡ символы. □ Свастика (символ в виде креста с загнутыми концами). ■ Свастика биҙәге халыҡ араһында төрлөсә атала: ҡояш, донъя тәгәрмәсе, тамъян мөһөрө, һигеҙ ожмах асҡысы. «Башҡортостан ҡыҙы»,№ 4,2010.
2. XX быуатта: нацизм, Гитлер режимы һәм идеологияһы символы (йыртҡыслыҡ,
вәхшилек, йәбер символы); фашизм эмблемаһы. □ Свастика (в XX веке символ гитлеровской идеологии и режима, символ зверства, варварства, нацизма). Свастика билдәһе. Фашист свастикаһы. И Эльза, тышына свастикаға үткер тырнаҡтары менән йәбешкән ҡарағош төшөрөлгән сейә көрән ледерин папкаһын алып, ишеккә йүнәлде. И. Абдуллин. Свастика арҡыс-тарының .. беренсеһе һары диңгеҙ ярынан Арҡайым аша Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйынаса тартылған. Й. Солтанов.
СВАСТИКАЛЫ (Р: со свастикой; И.: with a swastika; T: svastikah) с. ҡар. әүернәле.
Свастикаһы булған, свастика менән. □ Со свастикой. Свастикалы һүрәт. Свастикалы эмблема. Свастикалы байраҡ.
СВЕРХСРОЧНИК [рус.] (Р: сверхсрочник; И.: re-enlistee; T.: süresi dolduktan sonra askerliğe devam eden kimse) u.
Мәжбүри сроктан тыш хеҙмәттә ҡалған ғәскәри кеше. □ Сверхсрочник. Сверхсрочник булып ҡалыу. Улдары сверхсрочник булып ҡалған икән.
СВЕТОФОР [рус. свет + гр. faros ‘еткереүсе’] (Р: светофор; И.: traffic lights; T.: trafik ışıkları) и.
1. Урамда, юлда хәрәкәт тәртибе һаҡлау өсөн ҡуйылған төрлө төҫтәге быялалы сигнал фонары. □ Светофор (световое сигнальное устройство, предназначенное для регулирования движения). / Светофорный. Өс төҫлө светофор. Светофор сигналы. Юл сатына светофор ҡуйыу. Светофорҙың йәшел уты янғас ҡына юлды аша сығырға кәрәк. Светофор фонары. Тимер юл светофоры.
2. Төрлө машинала, ҡоролмала яҡтылыҡ сигналы приборы. □ Светофор (устройство в машинах и т. д.). Домна мейесе светофоры. Локомотив светофоры. ■ Светофорҙың йәшел уты йымылдап китеү менән, Хәйҙәр, ни эшләгәнен абайламай, ҡыҙҙың [Нимфочканың] танауынан үбеп алды. Ә. Бикчәнтәев. Светофорҙар ҡаршыһында туҡталһалар туҡтанылар, туҡталмаһалар юҡ, тигәндәй: шофёр эштең ашығыс икәнлеген самалап алғайны. Р. Мөхәмәҙиев.
458