Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 460


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

связист
тураһындағы сводка. Һауа торошо тураһындағы сводка. Һуғыш барышы тураһындағы сводка. Сводка тапшырыу. ■ Сводка буйынса, хәҙер ук тәулегенә йөҙ литр ҙа һөт тапшырмайбыҙ. Ә. Хәкимов, һин нимә, — тип куҙҙәрен аҡайтты Монасыпов, — сводканы уҡымайһыңмы әллә? Нисәнсе урында барабыҙ, беләһеңме? [Ярлыҡаев:] Көн дә белешеп торам. Сводканы уҡымай сарам юҡ. Ҡәнәғәтмен әлегә. Б. Рафиҡов.
СВЯЗИСТ [рус.] (Р.: связист; И.: signaled*; T.: muhabereci) и. һөйл. ҡар. элемтәсе.
1. Ике арала бәйләнеш тотоусы, хәбәр йөрөтөүсе. □ Связист (военнослужащий войск связи); связной. Партизандар отрядының связисы. Связист аша хәбәр итеу.
■ Артиллеристарҙы, миномётчиктарҙы, сапёрҙарҙы, связистарҙы, пехотинецтарҙы айырым группаларға айырҙыҡ, ашаттыҡ. Б. Дим.
2. Элемтә эшендәге хеҙмәткәр. □ Связист, работник связи. Связистар курсы.
■ Әлфиәләр командаһының старшойы — связистар погоны таҡҡан кесе лейтенант куренде. И. Абдуллин. Связист Ильенков ут аҫтында уны [телефон сыбығын] төҙәтергә сыҡты. Ғ. Әмири.
СВЯЗНОЙ [рус ] (Р.: связной; И.: liaison person; T.: muhabereci) и. һөйл. ҡар. йомошсо 2.
Ғәскәри берәмектәр араһында бәйләнеш тәьмин иткән кеше. □ Связной. Рота связнойы. Штаб связнойы. Полк штабы связнойы. Л Станислав иҫ киткес яҡшы связной булып сыҡты. Ә. Вәли.
СВЯЩЕННИК (священнигы) [рус ] (Р: священник; И.: priest; T.: papaz) и.
Православие сиркәүендә епископ һәм дьякон араһындағы рухани дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Священник. ■ Священниктан рөхсәт алғас та, керешкә һалған уҡ атылып, сиркәуҙең ҡалын япмаһын тишеп, оҙонса көмбәҙҙең ҡалын япмаһына ҡаҙала һәм шунда тороп ҡала. Я. Хамматов.
СДАЧА [рус.] (Р.: сдача; И.: change; Т.: üstü) и. һөйл. ҡар. ҡайтарым I.
Нимәгәлер түләгәндә ҡайтарып бирелә торған артыҡ аҡса. □ Сдача. ■ [Таксист:]
Сдача кәрәк тугелме әллә? Р. Мөхәмәҙиев. Егет кеше арҡыры билетҡа ун тин аҡса ебәрҙе лә иҫкәртеп ҡуйҙы: «Сдачаһын онотмағыҙ». С. Шәрипов.
СЕАНС [фр. seance < лат. sedere ‘ултырыу’] (Р: сеанс; И.: show; T.: seans) и.
1. Нимәнеңдер билдәле бер ваҡыт араһында туҡтамай күрһәтел е үе. □ Сеанс (демонстрация чего-н. перед публикой, завершающаяся в определённый промежуток времени, в один приём). Кинола балалар сеансы.
2. Нимәнеңдер билдәле бер ваҡыт араһында башҡарылыуы һәм шулай уҡ ниндәйҙер эш башҡарылған билдәле бер ваҡыт араһы. □ Сеанс (выполнение чего-л. в определённый промежуток времени без перерыва ). Дауаланыу сеансы. Һуңғы сеанс.
СЕБЕ (Р: возглас, которым отгоняют собаку: пошла! И.: shoo; T.: hoşt!) саҡ. диал.
Этте ҡыуа торған һүҙ. □ Возглас, которым отгоняют собаку: пошла! ■ «Себе, себе, Карағолаҡ!» — тип әбей этенә ҡысҡырҙы. М. Тажи.
СЕБЕЙ (Р.: цыплёнок; И.: chick(en); Т.: civciv) и. диал. ҡар. себеш I, 1, 2, 3.
1. Тауыҡтың йәки тауыҡтар төркөмөнән булған башҡа берәй ҡоштоң балаһы. □ Цыплёнок. Тауыҡ себейе. Себейҙәре сыға башлаған. Себей ашатыу.
2. диал. Ҡаҙ бәпкәһе. □ Гусёнок. Ҡаҙ се-бейен көтөу. Ҡаҙ себейенә ашарға һалыу.
♦ Себей күҙ сырт-сырт йомолоп торған күҙҙәргә ҡарата әйтелә. □ О часто моргающих глазах. ■ Йәш егеттең һуҙҙәре йорт хужаһына ла, һалынасаҡ мәсеттең себей куҙле мәзиненә лә һәм шуға оҡшашлы бер нисә кешегә лә бер ҙә оҡшаманылар. И. Насыри.
СЕБЕЛТӘК (Р: мелководный; И.: shal-low(-water); T: sığ) с. диал. ҡар. һай.
Тәрән түгел, тәрән булмаған (һыу тураһында). □ Мелководный. Беҙҙә һыу се-белтәк кенә. Себелтәктә өйрәк бәпкәләре балыҡ тотоп сабыша.
СЕБЕН I (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
460