Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 461


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕБЕН
Әйле ҡәбиләһенең һарт-әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме.
□ Себен (название одного из родовых подразделений башкир племени айле). Себен аймағы әйле ҡәбиләһенең һарт-әйле ырыуына ҡарай. Себендәрҙең йыйынына барҙыҡ. Себен нәҫеле.
СЕБЕН II (Р.: муха; И.: fly; T.: sinek) и.
1. зоол. Ике киренке ҡанатлы, йомро яланғас ҡорһаҡлы, ҡайһы бер йоғошло ауырыуҙарҙы таратыусы бөжәк. □ Муха. / Мушиный. Өй себене. Рәшә себен. Коҙгө себен. Һуҡыр себен. Себен өйөрө. Ҡара себен. Ләпәкәй себен. Ит себене. ■ Гүйә ауға эләккән дә тыпырсына себен. Ғүмеребеҙ кәмей бара, тартҡан һайын ебен. Г. Ҡотоева. Башҡорттарҙа себен булмаһын өсөн, тәҙрәләргә пәрҙә элеп, торлаҡты ҡараңғылағандар. Д. Бураҡаев. Салауат батыр ир ине, менгән аты кир ине, яурынына уҡ тейһә, себен тешләй, тир ине. Ҡобайырҙан. • Ауырыуға себен эйәләшер, һаҡланмаһаң, илгә өләшер. Мәҡәл. Бал булһа, себене булыр, өҫтөн ябып тотмаһаң, малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тотмаһаң. Мәҡәл. Көҙгө себен әсе тешләр. Мәҡәл. Себен тулап тәҙрә ватмаҫ, турғай тулап кәртә емермәҫ. Мәҡәл. Сәбәпһеҙ себен дә ҡанатын ҡаҡмай. Мәҡәл. Һағыҙаҡ куп ерҙә себен өсөн урын юҡ. Мәҡәл.
2. кусм. Йыуаш, бәләкәй кеше. □ Человек, который и мухи не обидит.
3. миф. Үлгән кешенең йәне; ен-шайтан.
□ Муха (мифологизированное насекомое, являющееся душой умершего или бесом). ■ Кеше үлгәс, уның йәне себен булып осоп китә икән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
4. кусм. Ҡыҫҡа ғына ҡаҙыҡ башына эленгән сүрәкәне (себенде) таяҡ менән бәреп төшөрөүҙән ғибәрәт балалар уйыны.
□ Чурка (детская игра). Себен уйнау.
♦ <Баштан> себен осороу үҙенең ғәйебен кешеләргә япһарыу, башҡа кешене ғәйепле итеп күрһәтеү; бәлә-ҡазаны, яуаплылыҡты һиҙҙермәй генә икенселәргә ауҙарыу. □ Оправдываться, свалить свою вину на кого-л. Ҡарарҙы үҙенән себен осороу өсөн генә яҙған икән председатель.
Я Мәғәнәһеҙ һуҙ һөйләп, башыңдан себен осороп торма, кем ғәйепле икәнен былай ҙа беләбеҙ. Ғ. Әбсәләмов. Себенде болан итеү бәләкәй генә нәмәне оло итеп һөйләү, арттырып күрһәтеү. □ соотв. Делать из мухи слона. Я [Пахомыч:] .. Управляющий был эште бунт тип ҙурайтырға әйтә, себенде болан итеп курһәтә. Ж. Кейекбаев. Себендәй йән кешене бәләкәйләтеп күрһәтергә теләгәндә әйтелә. □ Душонка. Себендәй йәнде һаҡлау. Н Себендәй йәнем сығып киткәндә лә мин һеҙгә сер сисмәм. Т. Хәйбуллин. Себендән фил яһау ҡар. себенде болан итеү. Я Бер бәләкәй ғәйебемде лә арттырып, шаштырып, себендән фил яһап ултыралар, әйтерһең, уҙҙәре бер ҙә гөнаһ ҡылмаған. Ғ. Ғөбәй. Себен кеүек {йәки себендәй) ҡырыу {йәки ҡырылыу) бик күпләп юҡ итеү, үлтереү. □ Истребить. Беҙҙекеләр немецты себен кеуек ҡыралар, ти. Я Беҙ, анралар, көн-төн йоҡламай, ас, яланғас ут эсендә йөрөйбөҙ, һис бер маҡсатһыҙ, себен кеуек ҡырылабыҙ. Д. Юлтый. Себен кеүек һырыу бик күмәк булып һырып алыу, уратып алыу. □ Окружить со всех сторон, облепить. Я Тракторҙы кешеләр себен кеуек һырып алған. һ. Дәүләтшина. Себен осҡан тауыш та юҡ тәрән тынлыҡ урынлашыу тураһында. □ соотв. Слышно, как муха пролетит. Я Правление бүлмәһендә тынлыҡ урынлашты, себен осҡан тауыш та юҡ, тик тәҙрә рамының өҫкө мөйөшөнә ҡоролған үрмәксе ауына эләккән себен генә әсе тауыш менән булеп-булеп зыңғылдай. Б. Бикбай. Себен осһа ла ишетелерлек ҡар. себен осҡан тауыш та юҡ. Я Себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ ине өйҙә. X. Тапаҡов. Һөйләп бөткәнсе, халыҡ тын да алмай ултырҙы. Себен осһа ла ишетелерлек ине. Р. Бикбаев. Себен теймәҫ — сер итер тиҙ үпкәләп йәки илап бара торған кеше тураһында. □ Недотрога, плакса. Я «Себен теймәҫ — сер итер», — ти торғайны әсәһе уның [Карый] тураһында. И. Шиһапов. Абау, себен теймәҫ — сер итер. Ҡормантаев бер тауышын күтәргән икән уға. Д. Бүләков. • Себен тейһә — сер итер, туҡмаҡ тейһә — туп итер. Мәҡәл.
461