Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 462


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕБЕН ҠЫУАҒЫ
СЕБЕН ҠЫУАҒЫ (Р.: венерина мухоловка; И.: Venus’s fly-trap; T.: sinekkapan bitkisi) и. диал.
Төбөнән шәлкем-шәлкем булып таралған һабаҡлы үҫемлек; себен аулаусы ҡыуаҡ (бөжәктәр менән туҡланыусы үлән).
□ Венерина мухоловка (лат. Dionaea mus-cipula). Себен ҡыуағы алып ҡайтып элеп ҡуйырға кәрәк. Себен ҡыуағы — бөжәктәр менән туҡланыусы үлән.
СЕБЕНЛЕ (Р: с мухами; И.: full of flies; T: sinekli) c.
Себене күп булған. □ С мухами. Быйыл йәй бик себенле булырға оҡшай.
СЕБЕНЛӘҮ (себенлә-) (Р: покрыться мухами; И.: appear (of larvae); T.: sineklenmek) ҡ.
1. Себен күбәйеү. □ Покрыться, облепиться мухами. Картуф биҙрәһе себенләгән.
2. Себен талағанға түҙемһеҙләнеү (малға ҡарата). □ Терять терпение, беспокоиться (о животных, которых кусают мухи). ■ Айбулат .. себенләп торған атын алып килеп егә башланы. Һ. Дәүләтшина. Йәйҙең бер эҫе көнөндә һыйырҙар себенләп, күҙҙәре аҡайышып сабыша, безләй башланы — йыйып алырлыҡ түгел. 3. Ураҡсин.
СЕБЕН-СЕРӘКӘЙ (Р: мошкара, мошки; И.: buffalo gnats; midget; T.: böcekler) и. йыйн.
Тешләй, талай торған һәр төрлө ваҡ бөжәк.
□ Мошкара, мошки. ■ Бөгәрсә күбеһенсә һыуҙағы ваҡ ҡына зоопланктон, шулай уҡ һыуға төшкән себен-серәкәй, ләмдәге ҡыҙыл ҡорт-маҙар менән туҡлана. Ш. Нафиҡов. Яңағына себен-серәкәй балалап, ир-егеттең башы ҡайҙа ятып ҡалмаған. С. Юлаев. Ямғыр, ысынлап та, әҙ яуҙы быйыл. Эттәр, телдәрен арҡыры сәйнәп, көнө буйы күләгәлә ята, күгәүен мыжғый, себен-серәкәй геүләп оса. Р. Камал.
СЕБЕН ТУРҒАЙЫ (Р: серая мухоловка; И.: flycatcher; T: benekli sinekkapan) и. диал.
Буҙ һыртлы, сыбар йәки аҡ ҡорһаҡлы ваҡ турғай. □ Серая мухоловка (лат. Muscicapa striata). Себен турғайы ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра. Себен турғайының тауышы тупаҫ.
СЕБЕН ҮЛӘНЕ (Р: мухоловка; И.: grass species; T: sinekkapan) и. диал.
Себен аулаусы, себен төнәүесе. □ Мухоловка (лат. Dionaea muscipula). Себен үләнен өрлөккә ҡыҫтырып ҡуялар.
СЕБЕР и. диал. ҡар. селбәрә 1. Себер һөҙөү.
СЕБЕРҘЕЙ и. диал. ҡар. селбәрә 1.
Себерҙей һөҙөү. Себерҙей тотоу.
СЕБЕРЕҮ (Р: стая перелётных птиц; И.: caravan of birds; T.: göçmen kuşlar katarı) и. иҫк.
Теҙелешеп осҡан ҡоштар сафы. □ Стая перелётных птиц. Ҡыр ҡаҙҙары себереү булып осоп бара.
СЕБЕР ТАРБАҒАЙЫ (Р: скерда сибирская; И.: hawksbeard; T.: Sibirya kıskısı) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тарбаҡ ботаҡлы, һары сатыр сәскәле бейек үлән (мал яратып ашай)', тарбағай.
□ Скерда сибирская, шкерда (лат. Crepis sibirica). Себер тарбағайы сәскә атҡан. Себер тарбағайы — бер йыллыҡ үлән.
СЕБЕРТКӘЙ и. диал. ҡар. себешке II. Себерткәй сығыу. Тәнен себерткәй ҡаплаған.
СЕБЕР ШЫРШЫҺЫ (Р: ель сибирская; И.: Siberian spruce; T: Sibirya ladini) и. бот.
Себерҙә үҫә торған иң төп ағас төрө; пирамидаль сатырлы ҙур шыршы. □ Ель сибирская (лат. Picea obocata). Себер шыршыһының бейеклеккә үҫеүе ағастың йәшенә һәм яҡтылыҡҡа бәйле.
СЕБЕШ I (Р: цыплёнок; И.: chick; Т.: civciv) и.
1. Тауыҡтың йәки тауыҡтар төркөмөнән булған башҡа берәй ҡоштоң балаһы.
□ Цыплёнок. / Цыплячий. Тауыҡ себеше. Себеш сығарыу. Көҙгө себеш. Себеш еме. Себеш айырыу. К Ул [Сәрбиямал] бесәй балаһын, кәзә бәрәсен, ҡаҙ, тауыҡ себешен үлеп ярата. 3. Биишева. Улар [ГлебИванович, Василий Иванович] йортҡа ингәндә, Садика кескәй аҙбар алдында себештәр ашата ине. Ә. Әһлиуллин. [Ирдәүләт — Гәлиәхмәткә:] Себеш тибергә йөрөгән төйлөгән һымаҡ, ысын егет аҫтыртын ҡыланмаҫ. Р. Байымов. • Бер йомортҡанан ике себеш сыҡмай.
462