Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 464


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕБӘЛӘНЕҮ
нитках и т. п.). Еп себәлгән. Йөн йомғағым себәлгән.
СЕБӘЛӘНЕҮ (себәлән-) ҡ. диал. ҡар. сәбәләнеү. Йымырлап ҡына менеп китәләр, сәбәләнмәйҙәр. Сәбәләнеүҙән файҙа юҡ.
СЕБӘЛӘҮ (себәлә-) (Р.: защищать; И.: protect; T.: korumak) ҡ.
Ҡурсалау, һаҡлау. □ Защищать. Бейә ҡолонон себәләй.
СЕВРЮГА [төрки] (Р.: севрюга; И.: starred sturgeon; T: yıldızlı mersin balığı) u. зоол. ҡар. уҡбаш.
Бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған оҙон осло моронло, һырт ҡабырға буйы ҡабырсаҡлы Каспий һәм Ҡара диңгеҙ балығы (ыуылдырыҡ сәсергә йылғаға инә). □ Севрюга (рыба семейства осетровых) (лат. Acipenser stellatus). Каспий севрюгаһы. Ҡара диңгеҙ севрюгаһы. Севрюга менән бикре гибриды.
СЕГМЕНТ [лат. segmentum ‘киҫәк, өлөш’] (Р: сегмент; И.: segment; T.: segman) и.
1. мат. Түңәрәктең дуға һәм хорда менән сикләнгән өлөшө йәки шарҙың яҫылыҡ менән киҫелгән өлөшө. □ Сегмент. / Сегментный. Шар сегменты. Түңәрәк сегменты.
2. тех. Шул рәүештәге ҡайһы бер деталь атамаһы. □ Сегмент (деталь). Поршень сегменты.
3. зоол. Ҡайһы бер йән эйәләренең организмын тәшкил иткән буй-буй урынлашҡан тән быуынтыҡтарының береһе. □ Сегмент (часть тела отдельных живых существ). Селәүсен сегменты.
4. анат. Ҡайһы бер ағзаларҙы, тән өлөштәрен һ. б. тәшкил иткән бер нисә оҡшаш өлөштәрҙең береһе. □ Сегмент (одна из похожих по строению и расположению частей тела). Умыртҡа сегменты.
СЕГМЕНТАР (Р: сегментарный; И.: segmented; T.: parçalara ayrılmış) с. зоол., анат. ҡар. быуынтыҡ 2.
Сегменттарҙан (2, 3) торған, быуынлы. □ Сегментарный. Сегментар ағзалар. Сегментар төҙөлөш.
СЕГМЕНТАЦИОН (Р. : сегментационный; И.: segmentary; T.: segmantasyon ile ilgili) с.
Сегментацияға мөнәсәбәтле. □ Сегментационный. Сегментацион бүленеш.
СЕГМЕНТАЦИЯ (Р: сегментация; И.: segmentation; Т.: segmantasyon) и. биол.
1. Ҡайһы бер хайуандарҙың йәки уларҙың ағзаһының сегменттарҙан тороуы, йәки айырым органдарҙың быуындарҙан тороуы. □ Сегментация (членистое строение организма некоторых видов животных). Хайуандар сегментацияһы.
2. Яралғы үҫкәндә йомортҡаның күҙәнәктәргә бүленеүе. □ Сегментация (дробление яйца, начало развития зародыша). Йомортҡа сегментацияһы.
СЕГРЕГАЦИЯ [лат segregacio ‘айырыу’] (Р: сегрегация; И.: segregation; T.: ırkçılık) и. диал.
Ниндәйҙер расаны йәки этник төркөмдө изоляциялау, айырыу күренеше һәм сәйәсәте. □ Сегрегация (политика принудительного отделения или изоляции какой-л. расы либо этнической группы путём поселения на ограниченной территории, создания преград для социального общения, организации раздельного обучения и воспитания, иных подобных мер). Сегрегация хәле. Сегрегация — раса дискриминацияһының бер торо ул.
СЕГӘН I и. этн. диал. ҡар. сиған. Сегән халҡы. Сегән ҡатыны. Сегән теле. Сегән бейеүе. К Һушын йыйған Хаят асыҡлыҡ индерҙе: «Бер генә кеше ине. Сегән һымаҡ, сикә сәсе, кейеме таушалған, халат кейгән ине». С. Шәрипов.
♦ Сегән арбаһынан төшкән үткер кеше.
□ Бойкий, решительный. Ай-Һай, бигерәк үткер, сегән арбаһынан төшкәндер.
СЕГӘН II (Р: вьюн; И.: loach; T: çopra balığı) и. зоол. диал. ҡар. этеш.
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған, шырт ҡанатлы, ныҡ ҡылсыҡлы ваҡ йылға балығы; эт балығы. □ Вьюн (лат. Misgumus). Сегән һурпаһы. Сегән таш аҫтында була.
СЕГӘНҒОҘОҠ (сегәнғоҙоғо) (Р: колодец с журавлём; И.: sweep; T.: çıkrıklı kuyu) и. диал.
464