Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 465


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЙ
Сиртмәле (I, 3) ҡоҙоҡ. □ Колодец с журавлём. Беҙҙә һыу өҫтә, сегәнғоҙоҡ ҡаҙабыҙ ҙа ҡуябыҙ.
СЕГӘНСӘК (сегәнсәге) и. диал. ҡар. сәтәкәй бармаҡ. Сегәнсәгем һыҙлай. Сегәнсәге һынған.
СЕҘӘР (Р.: тренога; И.: tripod; T.: köstek) и. диал. ҡар. тышау.
Аттың алғы ике аяғын артҡы бер аяғына ҡушып бәйләгән бәй. □ Тренога. Атҡа сеҙәр һалыу.
СЕҘӘРЛЕ (Р: стреноженный; И.: hobbled; T.: köstekli) с. диал. ҡар. тышаулы.
Сеҙәр һалыулы. □ Стреноженный. ■ «Ярар, ярар»,— тине казак егете. Үҙе шунда уҡ, алпан-толпан баҫып, сеҙәрле атына табан ашығып атлап китте. И. Көҫәпҡол.
СЕҘӘРЛӘНЕҮ (сеҙәрләй-) ҡ. диал. төш. ҡар. сеҙәрләү, страд, от сеҙәрләү. Сеҙәрләнгән ат.
СЕҘӘРЛӘҮ (сеҙәрлә-) (Р: стреножить;
И.: hobble; T: kösteklemek) ҡ. диал.
Сеҙәр һалыу. □ Стреножить. ■ Көтөуҙец ситендәрәк ҡороғон ергә ҡаҙаған, эйәрле атын сеҙәрләп ебәргән көтөусе казак егете уләц әйтеп ултыра ине. И. Көҫәпҡол.
СЕҘӘРЛ ӘШЕ Ү ( сеҙәрл әш-) ҡ. урт. диал. ҡар. сеҙәрләү, совм. от сеҙәрләү. Ат сеҙәрләшеу.
СЕЗОН [фр saison < лат. satio ‘сәсеү ваҡыты’] и.
1. ҡар. миҙгел 1. Йәйге сезон. Көҙгө сезон. Сезонға ҡарап кейенеу. Сезон етеу. Н Яҙғы сезонға сығарылған төрлө төҫтәге косынкалар куҙҙец яуын алып тора ине. Ә. Вәли.
2. Ниндәйҙер тәбиғәт күренеше, емеш-еләк өлгөрөү йәки йыйыу һ. б. хас булған осор, ваҡыт, мәл. □ Сезон чего, какой. Алма сезоны. Емеш-еләк сезоны.
3. Билдәле бер эш, шөғөл башҡарылған ваҡыт. □ Сезон. Хоккей сезоны. Театр сезоны. Һунар сезоны. М [Асыҡ бассейндарҙа] сынығыу сезоны һыуҙыц температураһы 18—20 градусҡа кутәрелгәс кенә башлана. В. Ғүмәров. Кисен Ғафури театрында Флорид Буләковтыц «Бибинур, ах, Бибинур»ын ҡараным. Был сезон асылыу
көнө ине. М. Кәрим. Артист өсөн яҙҙар, көҙҙәр айырыуса ҡәҙерле ул — яҙын театраль сезон ябыла һәм йәйге гастролдәр башлана, ә көҙөн яцы сезон, яцы спектаклдәр, яцы образдар. И. Абдуллин.
СЕЗОНЛАП (Р: сезонно, в течение сезона; И.: period-to-period; T: belli bir vakit içinde) p.
Билдәле бер ваҡытҡа бәйләп. □ Сезонно, в течение сезона. Сезонлап эшләу.
СЕЗОНЛЫ (Р: сезонный; И.: seasonal; T: mevsimlik) c.
1. Билдәле сезонға (1) тап килгән, сезонда ғәмәлдә булған. □ Сезонный. Сезонлы кейем. Сезонлы тауар. Сезонлы аллергик ауырыу.
2. Билдәле бер сезон (2) менән бәйле.
□ Сезонный. ■ Бында [баракта]куберәк сезонлы эшкә килгән эшселәр яталар. С. Агиш. [Мырҙағол] иптәштәренец тәҡдиме буйынса приискылағы сезонлы эште ҡалдырып, бер урынға, Баймаҡтағы Кабановтыц баҡыр иретеу заводына төпләнде. М. Иҙелбаев.
СЕЗОНСЫ (Р: сезонный рабочий; И.: seasonal worker; T: mevsimlik işçi) и.
Сезонлы эштә йөрөгән кеше. □ Сезонный рабочий; сезонник. К Эшселәрҙец кубеһе — төрлө яҡтан йыйылған сезонсылар. А. Таһиров.
СЕЗОН ХАҠЫ (Р: сезонная цена; И.: seasonal price; T: sezonluk fiyat) и.
Миҙгелгә ҡарап, ҡайһы бер ауыл хужалығы продукттарына үҙгәреп торған хаҡ.
□ Сезонная цена. Һөткә сезон хаҡы һәр саҡ уҙгәрептора.
СЕЙ I (Р: сырой; И.: uncooked; al dente; T: Çiğ) c.
1. Утта бешерелмәгән йәки һыуҙа ҡайнатылмаған. □ Сырой. Сей картуф. Сей йомортҡа. К Сәйет ҡарт тәмәкене куп тарта, сей балыҡты ашамай, боландыц елек майын бешереп кенә һемерә, тиҙәр. С. Шәрипов. Йәй көнө ашарға яраҡлы төрлө ҡыр йәшелсәһе — балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, һарына менән туҡланғандар. Уларҙыц балтырғандан башҡаларын сей килеш ашағандар. Д. Бураҡаев.
16- 1.0072.15
465