СЕЙ
2. Бешеп етмәгән, тейешле дәрәжәлә бешереп еткерелмәгән. □ Недопечённый, непропечённый, недоваренный. Сей икмәк. Сей ҡоймаҡ. Сей бутҡа. • Оло ҡаҙанда ҡайнаған сей ҡалмай. Мәҡәл.
3. Өлгөрөп етмәгән, бешеп өлгөрмәгән.
□ Неспелый, незрелый, зелёный. Сей емеш. Сей сейә.
4. Һыуы килмәгән, еүеш; ҡоро түгел.
□ Сырой, недозрелый, необработанный, недоспелый. Сей ағас. Сей бесән. Сей бойҙай. Сей ҡорот. Сей ҡамыр. ■ Сей утынды, төтөнгә сәсәй-сәсәй, баш әйләнгәнсе өрөп тоҡандырып ебәреуе бер бәлә булһа, төшөр-төшмәҫ борсаҡтай кумерен көндәр буйы берәмләп супләп ултырыуы — икенсе бәлә. Ағиҙел, №7, 2007. Әрселгән сей ҡарағай еҫе аңҡып торған аҙбарға килеп инеуе булды, аптырауҙан ултыра төшә яҙҙы Мәҙинә: иҙәндең байтаҡ өлөшөнә бетон тушәгәндәр. Т. Ғарипова. Рәхмәй, туҡталып, сей муйыл таяғын ҡарға ҡаҙап, ҡуйын кеҫәһенә тығылды. Т. Килмөхәмәтов. • Ирҙе иртә ҡартайтҡан — насар ҡатын, ҡатынды иртә ҡартайтҡан — сей утын. Әйтем.
5. Тейешенсә эшкәртеп еткерелмәгән, эшкә индерелмәгән (материалға ҡарата).
□ Необработанный. Сей тире. Сей йукә. Сей кирбес. ■ [Мөләмзә:] Дөйәне йығып һуйып, тиреһен тиҙ-тиҙ генә тунайҙар ҙа, бер өлөшөн киҫеп алып, бисараның башына йәбештерәләр. Сей тире башҡа тиҙ ук йәбешә — шире кейҙереу тип атайҙар. М. Ғиләжев. • Сей тирене иләһәң, олтан булыр, уҙ нәфсеһен тыйған кеше солтан булыр. Мәҡәл. Сыбыҡты сей сағында бөгәләр. Мәҡәл.
6. кусм. Еренә еткереп эшләнмәгән (әҙәби әҫәргә ҡарата). □ Сырой, недоработанный. Сей әҫәр. Сей мәҡәлә. Сей нәҫер.
7. Өйкәлеп, ышҡылып ситәйгән, ҡып-ҡыҙыл (тәнгә ҡарата). □ Натёртый, красный. ■ Оҙаҡ ятып тишелгән сей урындарға төйөлгән стрептоцид оно һибеп, ҡыуышлатып, резинка туңәрәктәргә кутә-реп һалдылар. И. Ғиззәтуллин. Бысҡыны туҡтауһыҙ тартҡылауға устарының сейе
әйләнгән Маһираны иптәштәре медпунктҡа ебәрҙе. М. Ишбулатов.
СЕЙ II (Р.: полностью, абсолютно; И.: fully, totally; T: bütünüyle) p.
1. Тулыһы менән, тулыһынса, тотош; шыр, шау. □ Полностью, абсолютно. Сей ахмаҡ. Сей ялған. ■ Алдар бер ыңғайҙан уҙенең сәйәсәттә сей наҙан тугеллеген дә төшөндөрөп уҙҙы. М. Кәрим. Селтәрҙәрем минең сей мәрйен. Сеңләүҙән.
2. диал. Өҙлөкһөҙ, туҡтауһыҙ. □ Постоянно. Яҙҙан бирле сей ямғыр быйыл.
♦ Сей ауыҙ һөйл. үҫеп, өлгөрөп етмәгән; балиғ булмаған; бешмәгән кеше. □ Несовершеннолетний; растяпа. ■ [Нәғим — Әпт-рәхмәнгә:] Шуны әйтәм әле, нишләп шул сей ауыҙ малайҙарға һуҙеңде биреп тораһың? Һ. Дәүләтшина.
СЕЙ III (Р.: огрех; И.: blaw; fail-place; T: kusur) и.
1. Тейешенсә эшләнмәй, теймәй ҡалдырылған урын. □ Огрех. Сей ҡалдырыу. ■ Тейешле тәрәнлектә һөрөлмәгән ун гектар ер, йәнә сей ҡалдырылған биш гектар ерҙе яңынан эшкәртеу Юламан иҫәбенә ҡуйылды. Ә. Хәкимов. Етмәһә, ни ҡыҫлам, ни сиҙәм тугел ер уҙе килеп тас аҡтамыр була, төрәнгә тығыла, һабан тағы ҡыйпытып ситкә сығып китә, сей ҡала. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Эшкәртелмәгән ер; сиҙәм. □ Целина. Беҙҙе, юллама биреп, сей ер эшкәртергә ебәрҙеләр.
3. кусм. Эштәге, тормоштағы етешһеҙ, кәмселекле ер. □ Недостаток (в работе, в жизни). ■ [Сырым] аҡһаҡалдар кәңәшендә ҡарт батырҙың һәр һуҙенән сей эҙләй. Ә. Хәкимов.
СЕЙ БАЛА (Р.: новорождённый; И.: infant, baby; T: bebek) и. диал.
Яңы тыуған бала; имсәк балаһы. □ Новорождённый, грудной ребёнок. Биләуҙәге сей бала.
СЕЙГҮҘ I и. диал. ҡар. сабаҡ. Сейгуҙ тотоу. Ҡош-ҡортҡа сейгуҙ һөҙөп ашатыу.
СЕЙГҮҘ II (Р: бука; И.: bogyman; Т: umaci) и. миф.
Бәрей, бапаҡ. □ Бука. Беҙҙең яҡта баланы: «Сейгуҙ килә», — тип ҡурҡыталар ине.
466