Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 467


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЙЛӘНЕҮ
СЕЙҒОЛАҠ (сейғолағы) и. диал. ҡар. айғолаҡ 1. Сейғолағынан эләктереу.
СЕИҘЕМ и. ҡар. сыйҙым. Сейҙем ватылған. Сейҙем тотоу.
СЕЙҘӘМ (Р.: целина; И.: virgin lands; T.: ham toprak) и. диал.
1. ҡар. сиҙәм. Сейҙәм аҡтарыу. Урамды сейҙәм баҫҡан.
2. бот. Ҡаҙ үләне. □ Горец птичий, (лат. Polygonum aviculare) Сейҙәмде ҡаҙ яратып ашай.
3. Беренсе йыл һөрөлгән ер. □ Пахота первого года. Сейҙәмгә эшкә киттеләр. Быйыл сейҙәмгә картуф сәстек.
СЕЙЕНКӘ [рус.] (Р: сеянка (мелкая просеянная мука); И.: fine flour; T.: elenmiş un) u. һөйл.
Бик ваҡ итеп тарттырылған, яҡшы иләнгән аҡ он. □ Сеянка (мелкая просеянная мука). Сейенкә хаҡы. Сейенкә икмәге. ■ [Сәлимә] сейенкә ононан ҡабартып бешергән икмәген һындырғылап [ашъяулыҡҡа] һалды. Я. Хамматов.
СЕЙ ЙОМОРТҠА (Р: сырое яйцо; И.: raw egg; T.: çiğ yumurta) и. миф.
Башҡорт мифологияһында — сихыр, әмәл әйбере. □ Сырое яйцо (в мифологии — средство колдовства, порчи). ■ Ҡара төндә имсе, сей йомортҡа алып, шуны тишә лә эсенә бер тинлек аҡса, тутыҡҡан тимер, ҡаҙаҡ, ҡош тырнағын төшөрә, шунан ауырыу тирәләй йөрөтөп, берәй кулдәгенә урап, соҡорға, кулгә, суплеккә йә ағын һыуға һала. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЕЙЛЕ-БЕШЛЕ I (Р: недопечённый, недоваренный; И.: underbaked; T.: çiğ) с.
1. Тейешенсә бешеп етмәгән, бешер-бешмәҫ һ. б. □ Недопечённый, недоваренный. Сейле-бешле икмәк. ■ Әлегә тиклем [лавкала] гел сейле-бешле арыш икмәген генә һата торғайнылар. К. Кинйәбулатова.
2. Өлгөрмәгән; бешеп етмәгән. □ Недозрелый. Сейле-бешле еләк. ■ Ҡайһы берәуҙәр, бигерәк тә атлылар, .. аҙмы-купме сейле-бешле бесән ташырға өлгөрә. С. Шәрипов. Сейле-бешле ашты әпен-төпөн генә ашаған да былар йоҡларға ятҡан. Әкиәттән.
3. кусм. Тейешле кимәлгә еткереп эшләнмәгән; булыр-булмаҫ. □ Сырой, недоработанный. Сейле-бешле пьеса. ■ Бына шул кеше [Усман] хәҙер өс йыл буйы уҙен уҫендереп, сейле-бешле шиғырҙарын етдигә алып хатлашып ятҡан гәзит редакцияларына һәм нәшриәткә инмәй, ҡәләмдәштәрен курмәй китә аламы?! Г. Ғиззәтуллина.
СЕЙЛЕ-БЕШЛЕ II (Р: некондиционно; И.: off quality; T: şöyle böyle) p.
Тейешле сифатҡа ярашлы түгел. □ Некондиционно; кое-как, как попало. Сейле-бешле әҙерләу. Сейле-бешле яҙыу. ■ Сыҡҡан китаптар ҙа әҙәби яҡтан еткелекле эшләнмәгән, сейле-бешле, ашығыс баҫылған нәмәләр булып сыҡты. Ғ. Дәүләтшин. Театр репертуарына әле һаман сейле-бешле эшләнгән пьесалар утеп инә. Н. Нәжми.
СЕЙЛӘЙ (Р: в сыром виде; И.: in the rough; T: çiğ olarak) р.
Бешмәгән көйө, сей көйө; сейләтә. □ В сыром виде. Сейләй ашау. ■ Ҡиммәтле сифаттарын юғалтмаһын өсөн емеш-еләк, йәшелсәләрҙе сейләй йәки бешергәс ук ашау файҙалы. «Башҡортостан календарынан.
СЕЙЛӘЙ ҠАТЫҠ (ҡатығы) (Р: простокваша; И.: curdled milk; T: yoğurt) и.
Сей ҡатыҡ, сей ойоған һөт. □ Простокваша. Сейләй ҡатыҡ ҡамыр баҫырға яҡшы. Сейләй ҡатыҡ эсе ҡатҡан кешегә һәйбәт.
СЕЙЛӘМ и. диал. ҡар. сиҙәм.
СЕЙЛӘНДЕРЕҮ (сейләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. сейләнеү, понуд. от сейләнеү. ■ Алҡыш аҡһаҡал юлда ныҡ йонсоно, ауыр бығауҙар ҡаҡ енсектәрен сейләндереп бөттө. Ғ. Хөсәйенов.
СЕЙЛӘНЕҮ (сейлән-) (Р.: быть натёртым до крови; И.: be badly chafed; T: aşınmak) ҡ.
1. Тиреһе өйкәлеп, һыҙырылып, сейгә әйләнеү. □ Быть натёртым до крови. Сейләнгән муйын. Аттың арҡаһы сейләнгән. ■ Уның [Мортазаның] сейләнеп торғандай йөҙ ҡыҙыллығы ла ошо «торналыҡ» менән бәйле. Р. Байымов. Ирназарҙың йәрәхәте, уңалып уҡ бөтмәһә лә, элекке һымаҡ сейләнеп маҙаһыҙламай инде. Ә. Хәким.
16*
467