Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 468


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЙЛӘТӘ
2. һөйл. Боҙолоу, һыуланып тороу; кәшәләү. □ Преть. Баланың ҡолаҡ арты сейләнгән.
♦ Елкә (йәки муйын) сейләнеү ауыр эш менән ныҡ йонсоу. □ Устать от тяжёлой работы; надоедать. ■ Василийҙың атаһы: «Элек оброк та, барщина ла муйынды сейләндергән булһа, әле лә бурыстан сығып булмай», — тип ҡаршылашты. Ә. Әһлиуллин. [Сәғит:] Һин, елкәм сейләнә, тиһең, ә ниңә сейләнә һуң, шуны уйлағаның бармы, исмаһам? И. Йәһүҙин. Бында башҡа: елкәң сейләнһә лә, һыу ташылған булһын етерлек. Ғ. Байбурин.
СЕЙЛӘТӘ р. ҡар. сейләй. Йәшелсәне сейләтә ашау файҙалы. Итте бешереп тугел, сейләтә килтергәндәр.
СЕЙЛӘҮ (Р.: в сыром виде; И.: in the raw; T.: çiğ olarak) р. диал.
Сейләй, ҡайнамаған көйө. □ В сыром виде. Еңел һыу Алаҡай куле, сейләу эсеугә лә һәйбәт. Көнөнә бер литр сейләу һыу эсергә ҡушалар.
СЕЙМ [поляк Sejm ‘парламент’] (Р.: сейм; И.: Sejm; T.: Alt Meclis) и.
1. тар. Польша Халыҡ Республикаһында бер палаталы парламент (1947—1989 йй.).
□ Сейм (однопалатный парламент Польской Народной Республики e 1947—1989 гг.). Сейм сессияһы.
2. тар. Рәсәй империяһына автономия хоҡуғында ингән Бөйөк Финляндия кенәзлеге парламентының русса атамаһы (1809—1917 йй.). □ Сейм (парламент Великого княжества Финляндского (в 1809— 1917 гг.), впоследствии — независимой Финляндии ). Финляндия сеймы.
3. тар. Феодализм дәүерендә ҡайһы бер илдәрҙәге ҡатламлы-вәкәләтле ойошмалар атамаһы. □ Сейм (сословно-представительный орган в объединённой Речи Посполитой во второй половине XVI—XVIII веке).
4. Парламенттарҙың рәсми атамаһы.
□ Сейм (парламент вообще). Польша Республикаһы сеймы. Латвия сеймы. Литва сеймы.
СЕЙМАЛ (Р: сырьё; И.: stock material; T.: hammadde) и.
Нимәнелер эшләү өсөн тәбиғи материал. □ Сырьё. / Сырьевой. ■ Төбәктең [Учалының] сеймал ресурстары сикһеҙ тугел, уларҙы һаҡсыл файҙаланыу мөһим. Ф. Яхин. Ерҙә эшләргә өйрәнеу — ер һөрөу, сәсеу, мал ҡарау ғына тугел, ә уҫтергән, етештергән сеймалды тейешле кимәлгә еткереп һатырға ла өйрәнеу ул. Р. Ураҙғолов.
СЕЙМӘК (Р.: путаный; И.: addle; enlaced; T.: dolaşık) с.
Аралашып, сырмалған (еп, бауға ҡарата). □ Путаный. М Ләкин [Сәлимә] ни саҡлы сабырһыҙланһа, тулҡынланһа, шул хәшле сеймәк ептәр нығыраҡ сеймәлделәр.
3. Биишева.
СЕЙМӘЛ Д EPEY (сеймәлдер-) ҡ. йөкм. ҡар. сеймәлеү, понуд. от сеймәлеү. Епте сеймәлдереу. Бәйләмде сеймәлдереу.
СЕЙМӘЛЕҮ (сеймәл-) (Р: спутываться; И.: snarl together; T.: dolaşmak) ҡ.
1. Аралашып, сырмалыу (еп, бауға ҡарата). □ Спутываться. Арҡан сеймәлгән. Еп сеймәлгән. ■ Уйылдан мулланың эштәре, сеймәлмәй генә тағатылып киткән йомғаҡ шикелле, уҙ яйына һәуетемсә тәгәрәп бара хәҙер. Р. Өмөтбаев.
2. кусм. Буталыу, сыбалыу (уй, фекергә ҡарата). □ Запутываться. ■ Сеймәлгән Ихсанбайҙың тормошо, хәҙер ептең осон уҙе лә таба алмай. Т. Ғарипова. Кемгә еңел ҡәһәрле яу юлында? Унда отоу ҙа, отолоу ҙа бер булып сеймәлгән. Ф. Аҡбулатова.
СЕЙМӘЛСЕК (Р: спутывающийся; И.: matting; T.: dolaşık) с.
1. Сырмалып, сеймәлеп барыусан.
□ Спутывающийся, спутанный. Нәҙек кенә сеймәлсек еп.
2. кусм. Буталсыҡ, сыуалсыҡ. □ Запутанный, запутывающийся. ■ Ғәмбәров, оҙаҡ интектергән сеймәлсек һорауға яуап тапҡан студент һымаҡ, һөйөнөсөнән һикерер хәлдә ине. Ш. Янбаев.
СЕЙМӘЛТЕҮ (сеймәлт-) (Р: путать, запутать; И.: tangle; T.: dolaştırmak) ҡ.
1. Аралаштырып, бутап сырмалтыу (арҡан, епте). □ Путать, запутать. Епте сеймәлтеу.
468