СЕЙСМОЛОГИЯ
СЕЙСМОЛОГИЯ [гр. sejsmo ‘ер тетрәү’ + logos ‘һүҙ’] (Р.: сейсмология; И.: seismology; T.: sismoloji) и.
Геофизиканың ер тетрәүен һәм шуға бәйле күренештәрҙе өйрәнә торған бүлеге.
□ Сейсмология. Сейсмология мәғлүмәттәре. Сейсмологиянан зачёт биреу.
СЕЙСМОМЕТР [гр. sejsmo ‘ер тетрәү’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р.: сейсмометр; И.: seismometer; T.: sismometre) и.
Тупраҡтың, ҡоролма өлөштәренең һ. б. ер ҡабығы тетрәгәндәге күсешен үлсәй торған прибор. □ Сейсмометр. Сейсмометр алыу. Сейсмометрҙы тикшереү.
СЕЙСМОМЕТРИЯ [гр sejsmo ‘ер тетрәү ’+ metreö ‘үлсәү’] (Р: сейсмометрия; И.: seismometrics; T.: sismometri) и.
Сейсмологияның ер ҡабығы тирбәлешен теркәү ысулдарын эҙләй торған бүлеге.
□ Сейсмометрия (раздел сейсмологии, разрабатывающий приборы и методы регистрации колебаний земной коры). ■ Сейсмометрия геологик структураларҙы һәм ер байлыҡтарын .. тау тоҡомдарының һығылмалыҡ үҙенсәлеген һәм уларҙың һығылмалы тулҡындар үткәрә алыусанлығын файҙаланып эҙләй. Ҡ. Тимерғазин.
СЕЙТӘЙЕҮ (сейтәй-) (Р: не заживать (о ране)', гноиться; И.: rankle; T.: cerahat -lanmak) ҡ. диал.
Яраның һыуланып, иҙелеп, бысылдап тороуы. □ Не заживать (о ране); гноиться. Яраһы һаман уңалмай, сейтәйеп тора. Сейтәйеп бөтөү.
СЕЙФ [ингл. safe ‘хәүефһеҙ, ышаныслы’] (Р: сейф; И.: safe; T.: para kasası) и.
Аҡса, эш ҡағыҙҙары, төрлө ҡиммәтле нәмә һаҡлай торған утҡа янмаҫ тимер шкаф йәки ҡумта. □ Сейф. Сейф йоҙағы. Тимер сейф. К Камалетдинов сейфын асып пистолетын алды. Т. Ғарипова. Полковникты аяҡ үрә баҫып сәләмләгән дружинниктарҙы, ауыр сейфлы, өҫтәленә ике телефон ҡуйылған, матур йыйыштырылған кабинетты күргәс, Зөбәржәт еңгә бер аҙ йомшара төштө. Б. Рафиҡов. Әфләтунов сейфының аҫҡы тартмаһынан өр-яңы, ҡыйбатлы шахмат таҡтаһын алды. Ә. Вәли.
СЕЙӘ (Р: вишня; И.: cherry; T.: vişne) и.
1. бот. Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ваҡ ҡына оҙонса шыма япраҡлы, ҡара ҡыҙыл емешле ағас йәки ҡыуаҡ. □ Вишня. / Вишнёвый (лат. Prunus subg. Cerasus). Дала сейәһе. Тау сейәһе. Бохар сейәһе. Н Сейәләр, алмалар, ап-аҡ сәскәгә күмелеп, тынып ултыра. 3. Биишева. Ишек алдында .. бер нисә сейә ағасы моңайып ултыра. И. Абдуллин. Сейәһе сейә икән дә, япраҡтары киң түгел. Халыҡ йырынан.
2. Шул ағас йәки ҡыуаҡтың емеше.
□ Вишня. М Яртылаш бешкән сейәләр ҙә беҙҙән [малай-шалайҙан] боҫоп ҡала алмай. Б.Бикбай. [Аҙнабикә] ир бала күтәреп йөрөүен тойоп, йәшереп кенә өсәр йыллаған ҡорот ейеп ҡараны, балан ҡағыты, сейә иҙмәһе, киптерелгән ҡарағат ашаны, ләкин теләге ҡанманы. Ғ. Ибраһимов.
♦ <Бешкән> сейә кеүек 1) ҡып-ҡыҙыл, тулышып торған (ирендәргә ҡарата).
□ Как спелая вишня (о губах). И Ҡыҙҙар һылыу ине. Бешкән сейә кеүек ирендәр, ҡыйғас ҡаштар. Ғ. Ибраһимов; 2) ҡып-ҡыҙыл.
□ Красный, цвета спелой вишни. М Салбар таба алмағанмылыр, уныһын белмәйем, ләкин бешкән сейә кеүек ҡыҙыл юбкаһы уға [Айбикәгә] килешеп тора. Ә. Бикчәнтәев. Сөмбөлдөң карауатында бешкән сейә төҫөндәге, еңһеҙ, яғаһы баҫтырып тегелгән иҫ киткес матур күлдәк ята ине. «Көнгәк», 30 июль 2011.
СЕЙӘБЕЙ (Р.: пеночка-трещотка; И.: wood warbler; T.: orman çıvgını) и. зоол. диал.
1. Турғайҙар төркөмөнә ингән һары ҡыҙыл түшле, һоро арҡалы, оҙонораҡ аяҡлы ваҡ ялан турғайы, төйөт. □ Пеночка-трещотка (лат. Phylloscopus sibilatrix). Сипылдаҡ сейәбей. ■ Сейәбейҙәр, сейә бешмәһә лә, сейә бирегеҙ, тип пыр туҙа. 3. Йәнбирҙина. Киндер баштарына ҡунған ҡыҙғылт түшле сейәбей .. осоп, һиҫкәндереп ала. С. Агиш.
2. Таң турғайы. □ Зарянка (лат. Erithacus rubecula). Сейәбей «сиә-сиә» тип ултыра, ҡыҙыл түшле була.
470